Хайнц Фишер
Хайнц Фишер (нем. Heinz Fischer; 9 октябрь 1938 йыл, Грац, Өсөнсө Рейх) — Австрияның дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 2004 йылдың 8 июленән 2016 йылдың 8 июленә тиклем Австрияның федераль президенты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вена университетының юридик факультетын тамамлаған. 1993 йылда Инсбрук университеты профессоры була. 1971 йылда тәүге тапҡыр парламент ағзаһы була. 1983—1987 йылдарҙа — Фред Зиновацтың коалицион хөкүмәтендә фән министры. 2004 йылда кандидатураһы Австрияның Социал-демократик партияһынан Австрия президенты посына күрһәтелә һәм һайлауҙа еңә. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, Фишер конфликттарға ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Өйләнгән, өлкән йәштәге ике балаһы бар. Альпинизм менән мауыға. Политология профессоры (1993 йылдан).
2010 йылдың 25 апрелендә сираттағы президент һайлауы үтте. Фишер яңы мөҙҙәткә ҡабат һайланды. Һайлаусыларҙың 78,7 проценты уның өсөн тауыш бирҙе [4].
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡыуын тамамлағас, Фишер 1962 йылдан парламентта социалистик парламент төркөмөнөң секретары була, Милли советҡа һайлана һәм, фән буйынса министр булған осорҙан тыш (1983—1987), 2004 йылға тиклем уның составында була.
1975 йылда — Социал-демократик партия рәйесе, 1977 йылдан рәйес урынбаҫары була. 1983—1987 йылдарҙа Зиновацтың федераль хөкүмәтендә фән министры булып эшләй[5]. 1990 йылда Австрия Милли советы президенты итеп ҡуйыла һәм 2002 йылға тиклем ошо вазифаны алып бара. 2002—2004 йылдарҙа, АНП-АПС партиялары коалицияла булған саҡта, түбәнге палата спикерының урынбаҫары була.
2004 йылдың ғинуарында үҙ кандидатураһын Австрияның федераль президенты посына күрһәтә. 10 мартта Хайнц Фишер федераль башҡарма власть ағзаһы посынан һәм Социал-демократик партия рәйесе урынбаҫарлығынан отставкаға китә. 25 апрелдә үткән һайлауҙа Фишер, тауыштарҙың 52,39 процентын йыйып, Бенита Ферреро-Вальднерҙы (Халыҡ партияһынан, шулай уҡ Азатлыҡ партияһының да хуплауында була) 4,78 процентҡа үтеп китә. 2004 йылдың 8 июлендә Фишер Икенсе республиканың Президенты булараҡ ант бирә. 2004 йылдың 8 июлендә вазифаһына инеү менән ул СДПА ағзалығынан бушана.
2009 йылдың 23 ноябрендә ул 2010 йылғы һайлауҙа Австрия президенты посына үҙ кандидатураһын ҡабат ҡуя һәм был хаҡта YouTube аша иғлан итә. Фишер күпселек тауыш менән еңеп сыға. Австриялылар һайлауға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй, һайлау пункттарына һайлаусыларҙың иң аҙ килеү осрағы теркәлә [6]. 2010 йылдың 25 апрелендә һайлаусыларҙың 53,6 проценты килгән һайлауҙа Фишер, 79,3 процент тауыш йыйып, еңеп сыға һәм алты йыллыҡ мөҙҙәткә ҡабат һайлана.[7]
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #120668890 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Dr. Heinz Fischer (билдәһеҙ) — Österreichisches Parlament, 2004.
- ↑ Heinz Fischer // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Хайнц Фишер будет президентом Австрии еще шесть лет
- ↑ Nina Weissensteiner: «Es tut mir leid …» 2010 йыл 21 октябрь архивланған., Falter, 14.
- ↑ YouTube-Video: Stellungnahme von Bundespräsident Dr. Heinz Fischer zur Wiederkandidatur 2010, Der Standard: Fischer kandidiert erneut
- ↑ Bundesministerium für Inneres: Bundespräsidentenwahl 2010 2014 йыл 31 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 октябрҙә тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Вена университетын тамамлаусылар
- Австрия Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн Почёттың ҙур йондоҙо кавалерҙары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре кавалерҙары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Бөйөк офицерҙары
- Изабелла Католичка орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- 1 класлы Икеле аҡ тәре ордены кавалерҙары
- Аҡ арыҫлан Ҙур Тәре ордены кавалерҙары
- Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалерҙары
- Кавалеры Большого Креста венгерского ордена Заслуг с цепью
- Серафимдар ордены кавалерҙары
- Башня һәм Ҡылыс орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Ҡаҙаныштар ордены (Мальта) кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XXI быуат сәйәсмәндәре
- Грацта тыуғандар