Австрия аш-һыуы
Австрия аш-һыуын, был традицион кулинар сәнғәт төрлө төбәктәрҙә сағылһа ла, йыш ҡына Вена аш-һыуына оҡшаталар. Бында Венгрия, Богемия, Бавария һәм Италия кулинар традициялары бергә тупланған. Башҡа илдәрҙән үҙләштерелгән блюдолар, рецептар, аш-һыу әҙерләү технологияһы урындағы традицияларға яраҡлаштырылған һәм ҡушылған. Австрия кухняһы, тәү сиратта, ҡамыр аштары һәм татлы ризыҡтары менән бөтә донъяға билдәле. Бигерәк тә Вена шницелдәре киң танылыу алған
Эсемлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡәһүә: Австрияла йәшәүселәр был эсемлектең төрлө төрҙәрен ярата, мәҫәлән, Вена меланжын төрлө кафеларҙа тәҡдим итәләр. Уны әҙерләү өсөн бында башлыса мокко сорты файҙаланыла. Шулай уҡ кофе ҡушып эшләнгән махсус десерт төрө лә бар. Элек ул «вена кофеһы» — льежса тип аталған.
- Эҫе шоколад.
- Алкоголһеҙ эсемлектәр: альмдудлер
- Һыра: һыра әҙерләү традицияһы Германиянан үҙләштерелгән. Һыра 0,2 (Pfiff), 3 (Seidel или kleines Bier) һәм 0,5 литр (Krügerl, Halbe или großes Bier) һыйҙырышлы һауыттарҙа бирелә. Һыра фестивалдәрендә был эсемлек, күрше Бавариялағы һымаҡ, бер һәм ике лиртлы көрөшкәләргә ҡойола. Австрияла әҙерләнгән иң билдәле һыра сорттары — лагер (Märzen), Zwicklbier таҙартылмаған һыраһы һәм Stiegl бойҙай һыраһы. Раштыуа байрамына традицион нигеҙҙә Бок (һыра) әҙерләнә.
- Шарап: Австрия шарабын илдең көнсығышында — Түбәнге Австрияла, Бургеландта һәм Штирияла сығаралар.
«Хойригер» тип аталған йәш шарап үҙ атамаһын Деблингтан, Венаға яҡын виноград баҡсаларынан алған.
- Башҡа төрлө алкоголле эсемлектәр: төрлө ерҙәрҙә бик күп күләмдә сидр, шнапс, ликер әҙерләнә.
Ҡабымлыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡабымлыҡтар (закуска, еңел ашамлыҡ) араһында колбасалы, ыҫланған ризыҡлы, сырлы сэндвичтар өҫтөнлөк алып тора.
- Липтва сыры
- Даньхуатан (йомортҡалы аш)
- Тирольск шпигы (сусҡа майы)
Десерттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австрияла йәшәүселәр десертты бик ныҡ ярата. Нәҡ ҡамыр аштары һәм татлы ризыҡтар был кухняның йөҙө булып тора ла инде.
- Штрудель
- Линцск торты
- Захер торты
- Кайзершмаррн
- Тышлы Мавр
- Штрицель
- Ишльск торты
- Линцск күҙҙәре (печенье)
- Пуншкрапфен
Төп блюдолар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австрияның төп блюдолары, башлыса, башҡа илдәрҙән үҙләштерелгән. Мәҫәлән, гуляш йәки тауыҡ итенән паприкаш венгер кухняһынан алынған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күп кенә блюдолар Астрия аш-һыуына хас булған үҙенсәлек алған.
- Вена шницеле
- Венаса тауыҡ
- Тафельшпиц— һыйырҙың алма ҡушып, керән менән бешерелгән һөйәкһеҙ ите
- Бойшель
- Цвибельростбратен
- Ваниллеростбратен
- Ростбиф Жирарди
- Краутфлекерль — Австрияның макаронынан һәм кәбеҫтәнән әҙерләнгән флекерль блюдоһы
Төбәк аш-һыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вена: вена аш-һыуы
- Түбәнге Австрия: өҫтөнлөк ҡырағай йәнлек һәм ҡош итенә бирелә.
- Бургенланд: Венгер аш-һыуының йоғонтоһо көслө, бургенланд крипфеле.
- Штирия: ғәҙәти штирийск деликатесы — бөтә салаттарға ла ҡушылған ҡабаҡ майы.
- Каринтия : был аш-һыуҙа өҫтөнлөк балыҡҡа бирелә.
- Үрге Австрия: аш-һыуға Баварияның, Богемияның йоғонтоһо көслө, татлы блюдоларҙан -линцск торты.
- Зальцбург: зальцбург нокерльны
- Тироль (тарихи өлкә): тирольск грёстле
- Форарльберг: Швейцария һәм Швабия аш-һыуының йоғонтоһо
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Австрия аш-һыуы темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Кузнецова Е. К. Австрия // Лучшие рецепты мировой кухни. — М.: ОЛМА-ПРЕСС Инвест, 2004. — 191 с. — ISBN 5-94848-158-1.