Эстәлеккә күсергә

Азамат (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азамат
Башҡарыусы

Мәғәфүр Хисмәтуллин,
Ильфак Смаков ,
Рәис Вагизов
Азат Биксурин

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Оҙайлығы

3:35

Азамат — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй, лирик характерлы йыр[1].

«Азамат» йырын тәүге тапҡыр М. Х. Хисмәтуллин 1937 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе С. Ҡолобаеванан яҙып ала. «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығына индерелгән. Йырҙың варианттары Х. Ф. Әхмәтов, И. В. Салтыков, Ғ. 3. Сөләймәнов һәм башҡа ғалимдар тарафынан яҙып алынған.

Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда барлыҡҡа килгән. Риүәйәт буйынса, герой үлер алдынан йырлаған был йыр тормошта күпте күреп, күпте кисергән кешенең уй-фекерҙәрен сағылдыра.

Йырҙың көйө һәлмәк. Киң диапозонлы, орнаменталь һуҙыуҙар һәм моңдо күкрәктән сығарыу менән байытыла.

«Азамат» йырын эшкәртеүсе композиторҙар — Х. Ф. Әхмәтов, Р. Ә. Мортазин, Д. Д. Хәсәншин (тауыш һәм флейта өсөн), Р. В. Сәлмәнов, М. П. Фоменков (хор a cappella өсөн), А. Г. Тихомиров (солист һәм хор өсөн), Т. А. Исмәғилев (фортепиано өсөн).

Йырҙы иң оҫта башҡарыусы тип Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы һанала.

Йырҙың көйө Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланыла[2].

• Беренсе вариант
Санаға ла ектер атты,
Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Азаматҡа бер йыр яҙайым.
Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Ир-азамат менгән аттың
Бәкәлдәре уның аҡ булыр.
Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.
[3][4]
• Икенсе вариант
Санаға ла ектер атты,
Арлы-бирле йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Васыят итеп һүҙем яҙайым.
Гелән дә түтә юл булмаҫ,
Аҫыл да ҡоштар ҙур булмаҫ.
Ҡайҙа барһаң, дуҫтар кәрәк,
Дуҫ-иш барҙа, ирҙәр хур булмаҫ.
Сит илдәрҙә күп йөрөнөк,
Ваҡыт түгел микән ҡайтырға.
Йөрөгән ерҙең ҡурайы юҡ,
Күргәндәрҙе көйләп тартырға.
[5]
  • Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974
  • Ахметов Х.Ф. Башкирские протяжные песни. М., 1978.
  • Башкирская энциклопедия. Өфө, 1996.
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Азамат (йыр)
  1. АЗАМАТ, песня
  2. АЗАМАТ, песня
  3. ЧЕТЫРЕСТА БАШКИРСКИХ НАРОДНЫХ ПЕСЕН
  4. Йыр сайтында
  5. Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.