Салтыков Иван Васильевич
Салтыков Иван Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1897 |
Тыуған урыны |
Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы Пенза өлкәһе, РСФСР Беково[d], Сердобский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | май 1986 |
Вафат булған урыны | Апрелевка[d], Наро-Фоминский городской округ[d], Рәсәй |
Һөнәр төрө | музыка белгесе, фольклорсы |
Салтыков Иван Васильевич (1897 - май 1986) — музыка белгесе, фольклорсы, музыкаль йәмәғәт эшмәкәре[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Васильевич Салтыков 1897 (башҡа мәғлүмәт буйынса, 1893 йылда) Һарытау губернаһы Сердоб өйәҙе (хәҙер — Пенза өлкәһе) Беков улусының Беков ауылында тыуған.
1916 йылда Һарытау консерваторияһын тамамлаған.
1919 йылдан башлап Өфөлә эшләй. Салтыков Иван Васильевич Өфө губерна сәйәси-ағартыу комитетының музыка секцияһы мөдире.
1922 йылдан алып Башҡорт сәнғәт техникумы директоры,
1932 йылдан - Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт Ғилми- тикшеренеү институтының (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) сәнғәт ғилеме бүлеге етәксеһе, музыкаль этнография кабинеты мөдире.
Тауыш һәм фортепиано, солист, хор һәм симфоник оркестр өсөн 20-нән ашыу башҡорт халыҡ йырҙары (шул иҫәптән «Ирәндек», «Ҡаһарман кантон», «Таштуғай» «Таштуғай» һ. б.) эшкәртмәләренең авторы[2].
Иван Васильевич Салтыков башҡорт музыка фольклорының күп әҫәрҙәрен яҙып алған һәм нотаға һалынған, шуларҙан 88 йыр һәм көй 1920 йылдар аҙағында «Башҡорт көйҙәре» («Башкирские мелодии») тип аталған ҡулъяҙма йыйынтыҡҡа ингән.
1926-1931 йылдарҙа Башҡортостан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Силәбе, Свердловск өлкәләре, буйлап фольклор экспедицияларын ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең береһе. Шул экспедициялар материалдары «Башҡорт халыҡ йырҙары тарихы һәм анализы» («История и анализ башкирских народных песен») тамамланмаған хеҙмәтенә ингән.
И. В. Салтыков шулай уҡ сыуаш фольклорын да тикшерелгән. Йыйылған материалдар нигеҙендә «150 чувашских песен» тигән йыйынтыҡты баҫмаға әҙерләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йыйынтыҡ әлегә тиклем донъя күрмәгән.
1935 йылда Салтыков композиторҙар С. Х. Ғәбәши, А. С. Ключарёв, Ғ. С. Әлмөхәмәтов менән берлектә 1 меңгә яҡын башҡорт, 500 татар, 200 сыуаш йырын яҙып ала.
1925 йылдан Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы.
1928 - 1932 йылдарҙа Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте ҡарамағындағы сәнғәт ғилеме секцияһы рәйесе.
1937 һәм 1951 йылдарҙа репрессиялана, 1957 йылда аҡлана.
1986 йылдың майында Апрелевка ҡалаһында вафат булған[3].
Экспедицияларҙа яҙып алынған йырҙарҙың фонограммаларынан һуңыраҡ «И.В.Салтыков йырҙарының беренсе йыйынтығы» төҙөлгән, уға революцияға тиклемге һәм совет осорондағы башҡорт йырҙарының 88 көйө ингән.
1929 йылда И. В. Салтыков яҙып алған (оҙаҡ йылдар баҫтырылмаған һәм шуға күрә билдәһеҙ булып ҡалған) йырҙарҙан (36 йыр) «Икенсе йыйынтыҡ» төҙөлә. Бары тик 1967 йылда ғына И. В. Салтыков был йыйынтыҡтың макетын үҙ ҡулдары менән музыка белгесе Л. П. Атановаға бирә.
Һәм шул ваҡытта баһалап бөткөһөҙ материалдар Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәгенең Ғилми архивына эләгә[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ключарёв Александр Сергеевич
- Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы
- Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы
- Рәхимов Камил Йософ улы
- Ғәбәши Солтан Хәсән улы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирские народные песни // Материалы и исследования по фольклору Башкирии и Урала. Уфа, 1974. Вып.1.
- Салтыков И. В. Песни башкир Аргаяшского кантона (по результатам экспедиции 1929 г.): рукопись / Научный архив УНЦ РАН. Ф. 100, оп. 1, ед. хр. 91. 15 л.
- Земцовский И. И. Фольклор и композитор. Теоретические этюды о русской советской музыке. Л.: Сов. композитор, 1978. 172 c.
- Атанова Л. П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа: Йэшлек, 1992. С. 156-163.
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М.: Музыка, 1965. 248 с.
- Сальманова Л. К. Основоположник башкирской национальной этнографии // Башкортостан в ХХ столетии. Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2010. С. 79-87.
- Музей Уфимского училища искусств. Фонд И. Салтыкова.
- Салтыков И. В. Башкирские народные песни // Материалы и исследования по фольклору Башкирии и Урала. Уфа: Изд-во Баш. гос. ун-та, 1974. Вып. 1. С. 258-282.
- Салтыков И. В. Отчет о деятельности экспедиции 1931 г.: рукопись / Научный архив УНЦ РАН. Ф. 100, оп.1, ед. хр. 93. 6 л.
- Шахназарова Н. Г. История советской музыки как эстетико-идеологический парадокс // Музыкальная академия. 1992. №4. С. 71-74.
- Барсова И. А. Контуры столетия. Из истории русской музыки ХХ века СПб.: Композитор*Санкт-Петербург, 2007. 240 с.
- Идрисова М. А. Музыкально-эстетические воззрения башкирских композиторов первой генерации // Теория и практика музыкального образования на современном этапе: материалы Всеросс. заочной науч.-практ. конф. (Сибай, 29-30 марта 2010 г.). Уфа, 2010. С. 46-56.
- Джумаев А. Б. Макомы в Узбекистане: динамика политико-идеологических оценок и научных подходов // Музыкальная фольклористика: проблемы истории и методологии. М., 1990. С. 5-24.
- Ергин Ю. В. И. В. Салтыков - первый директор Уфимского музыкального техникума: к 120-летию со дня рождения // Педагогический журнал Башкортостана. №5(48), 2013. С. 97-111.
- Кондратьев М. Г. Чувашская музыка: от мифологических времен до становления современного профессионализма. М.: Пер Сэ, 2007. 288 с.
- Очерки по истории башкирской музыки. Вып. 1. Уфа: РИЦ УГИИ, 2001. 132 с.
- Скурко Е. Р. Башкирская академическая музыка. Традиции и современность: исследование. Уфа: Гилем, 2005. 320 с.
- Фоменков М. П. Очерки истории развития хорового искусства в Башкирии. Уфа: Китап, 2001. 192 с.
- 30 башкирских народных песен: рукопись / Cост. И. В. Салтыков / НА УНЦ РАН. Ф. 109, оп. 1, ед. хр.17. 35 с.
- Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө: Башк. китап изд-һы, 1954. 326 б.[5]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- САЛТЫКОВ Иван Васильевич
- Вестник БГУ. ИВАН САЛТЫКОВ: ГРАНИ ТВОРЧЕСТВА. 2014. Том 19. №3. С. 1017-1020.
- «Ватандаш», 2022, 7 октября. Основоположник башкирской школы музыкальной фольклористики
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ САЛТЫКОВ Иван Васильевич
- ↑ Башкирские народные песни // Материалы и исследования по фольклору Башкирии и Урала. Уфа, 1974. Вып.1.
- ↑ САЛТЫКОВ Иван Васильевич
- ↑ Атанова Л. П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа: Йэшлек, 1992. С. 156-163.
- ↑ Вестник БГУ. ИВАН САЛТЫКОВ: ГРАНИ ТВОРЧЕСТВА. 2014. Том 19. №3. С. 1017-1020.