Эстәлеккә күсергә

Айдамиров Әбүзәр Абдулхәким улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айдамиров Әбүзәр Абдулхәким улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 октябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Мескеты[d], Ножай-Юртовский район[d], СССР
Вафат булған көнө 27 май 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Мескеты[d], Ножай-Юртовский район[d], Чечен Республикаһы, Рәсәй
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, прозаик
Уҡыу йорто Чеченский государственный педагогический институт[d]
Жанр шиғыр[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
Изображение знака с названием места или объекта
 Айдамиров Әбүзәр Абдулхәким улы Викимилектә

Әбүзәр Абдулхәким улы Айдами́ров (29 октябрь 1929[1] (иҫке сығанаҡтар буйынса — 1933) — 27 май 2005) — совет һәм чечен яҙыусыһы һәм шағиры, иҫән сағында уҡ чечен әҙәбиәтенең классигы. Чечен-Ингуш АССР-ының Халыҡ яҙыусыһы (1977), Чечня Яҙыусылар союзы рәйесе (2004—2005)[2].

Депортация йылдарында баҫыусылыҡ бригадаһында иҫәпсе, мәктәп китапханасыһы, совхоздың баш бухгалтер урынбаҫары булып эшләй. Чечен-Ингуш АССР-ы тергеҙелгәндән һуң тыуған иленә ҡайта.

1957-1987 йылдарҙа тыуған ауылында чечен теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1963 йылда Чечен-Ингуш дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай. 1964 йылда СССР яҙыусылар Союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә. 1967-1969 йылдарҙа СССР яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый, 1969-1989 йылдарҙа Чечен-Ингуш АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы була. Күп йыллыҡ педагогик эшмәкәрлеге өсөн хөкүмәт наградалары менән билдәләнә.

30 йыл дауамында Ножай-Юрт район советы депутаты була. 1989-1993 йылдарҙа Чечня власына Джохар Дудаев килгәнгә тиклем — РСФСР Юғары Советы депутаты. 2004 йылда тергеҙелгәндән һуң Чечен Республикаһы Яҙыусылар союзының беренсе съезында яҙыусылар ойошмаһының рәйесе итеп һайлана.

Ҡыҙы Мәшәр Айдамирова ла яҙыусы.

Әбүзәр Айдамировтың беренсе хикәйәһе 1957 йылда баҫылып сыға.

Айдамиров шиғырына һәм Али Димаев музыкаһына 1970 йылдарҙа яҙылған йыр Чечен Республикаһы Ичкерия гимны итеп ҡулланыла. Айдамиров Ичкерия режимы тураһында ерерлек тәнҡитле фекерен белдерә[3].

Айдамиров XIX быуаттың кавказ һуғыштарынабағышланған «Долгие ночи» («Оҙон төндәр»), «Молния в горах» («Тауҙарҙағы йәшен») һәм «Буря» («Дауыл») тарихи трилогия авторы. Романдары ғәрәп, төрөк, француз һәм башҡа европа телдәренә тәржемә ителгән.

Айдамировтың иң әһәмиәтле әҫәре булып трилогияның беренсе «Долгие ночи» романы һанала. КПСС өлкә комитетының күрһәтмәләренә ярашлы үҙгәрештәр индереүҙән баш тартҡанлыҡтан, әҫәр ун йыл дауамында яҙыусының өҫтәлендә ята. Роман 1972 йылда донъя күрә һәм оҙаҡ ваҡыт халыҡтан йәшерен тыйыу аҫтында була. Рус теленә ул 1996 йылда ғына тәржемә ителә, ә 1998 йылда ғәрәп телендә баҫылып сыға.

Грозныйҙа Әбүзәр Айдамиров исемендәге урам
  • 2006 йылда А. Айдамировтың әҙәби-мемориаль музейы[4]асылды.
  • 2008 йылда Грозный ҡалаһының Б. Хмельницкий урамы А. Айдамиров урамы тип үҙгәртелә[5].
  • Айдамиров урамдары Толстой-Юрт[6], Ишхой-Юрт[7], Джалка[8] һәм башҡа ауылдарҙа бар.
  • 2013 йылдың 30 октябрендә А. А. Айдамировтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы, Чечен Республикаһының милли китапханаһына[9] уның исеме бирелә.
  • 2018 йылдың ноябрендә «Двор кириллицы» мәҙәни-тарихи комплексының Яҙыусылар аллеяһында Әбүзәр Айҙамировтың бюсы ҡуйыла[10].
Әбүзәр Айдамировтың китаптары.
А. Айдамировтың әҙәби-мемориаль музейы.

Маҡтваулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Муса Гешаев. Знаменитые чеченцы. — М.: Мусаиздат, 2006. — Т. 4. — С. 92-125. — 708 с. — 2000 экз.
  • Чагаева Тамара. Литературно-географический атлас Чеченской Республики. — Нальчик: ООО Тетраграф, 2018. — С. 34—38. — 440 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-00066-153-6.
  1. Кусаев А. Писатели Чечни. — Грозный: ИПК Грозненский рабочий, 2011. — 720 с. — 11 000 экз. — ISBN 978-5-4314-0029-2.
  2. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 15 сентябрь 2013.
  3. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 3 май 2007.
  4. 4,0 4,1 На пути увековечения памяти А.Айдамирова 2014 йыл 26 август архивланған.
  5. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  6. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. index.kodifikant.ru. Дата обращения: 23 октябрь 2019.
  7. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. mapbase.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2019.
  8. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. mapkarta.ru. Дата обращения: 17 ноябрь 2017.
  9. Национальной библиотеке ЧР присвоено имя А. Айдамирова 2014 йыл 29 июль архивланған.
  10. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 7 май 2019.
  11. «Ведомости Съезда народных депутатов СССР и Верховного Совета СССР», № 34 за 1991 год, ст. 976