Айла (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айла
Атамаһы Ayla: The Daughter of War
Жанр хәрби фильм[d]
Башҡарыусы/артист Фахир Атакоглу[d]
Ил  Төркиә
Әҫәр яҙылған тел Төрөк теле, инглизсә һәм Корей теле
Нәшер ителеү ваҡыты 27 октябрь 2017
Режиссёр Джан Улкай[d]
Ролдәрҙә Исмаил Хаджиоглу[d]
Четин Текиндор[d]
Али Атай[d]
Алтан Эркекли[d]
Йылдырым, Мурат (актёр)[d]
Ким, Соль Хён[d]
Танер Бирсель[d][1]
Эрик Робертс[d][1]
Эсра Дерманджиоглу[d][1]
Мерал Четинкая[d][1]
Дамла Сёнмез[d][1]
Композитор Фахир Атакоглу[d]
Етештереүсе компания Warner Bros.[d]
Распространяется Warner Bros.[d]
Место действия Төркиә
Оҙайлылыҡ 125 Минут
Рейтинг ICAA не рекомендуется детям младше 12 лет[d][2]
Рейтинг Kijkwijzer 12[d][3]
Рәсми сайт aylafilmi.com/?lang=en
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 2516

«Айла» (төр. Ayla) — төрөк режиссёры Джан Улкай 2017 йылда төшөргән фильм. Картина Төркиәнән «сит телдәге иң яҡшы фильм» категорияһында «Оскар» премияһына тәҡдим ителә, әммә квалификация үтмәй[4][5].

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корея һуғышы барғанда БМО көстәре составында һуғышҡан Төрөк бригадаһы сержанты Сөләймән өшөгән-туңған корей ҡыҙсығын ҡотҡара. Ул уны үҙҙәренең бригадаһына алып килә. Ҡыҙға Айла тигән исем бирәләр. Һуғыштан һуң Сөләймән үкһеҙ етем ҡыҙҙы уллыҡҡа ала алмай, сөнки ғаиләһеҙ булғанға күрә хөкүмәт рөхсәт итмәй. Уға Айланы балалар йортона бирергә тура килә.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исмаил Хаджиоглу — йәш Сөләймән
  • Ким Соль — Айла (бала)
  • Четин Текиндор — ҡарт Сөләймән
  • Ли Гён-джин — Айла (өлкәнәйгәс)
  • Али Атай — Али
  • Дамла Сёнмез — Нуран
  • Мурат Йылдырым — лейтенант Мәсүт

Фильмды төшөрөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айла фильмы Ким Ын-джа менән Сөләймән Дилбирлиҙең реаль яҙмышына нигеҙләнгән, уларҙың тарихы 2010 йылда Көньяҡ Кореяның MBC телеканалында Kore Ayla тигән документаль фильмда күрһәтелә[6]. Кастинг Көньяҡ Кореяла 2016 йылда үтә. Кескәй Айла роленә Ким Соль алына, элек ул Көньяҡ Кореяның Яуап 1988-ҙә тигән телесериалында төшкән була[6]. Ко Ын Мин кескәй Айланың әсәһе ролен башҡара[7]. Төркиәнең «Turkish Airlines» авиакомпанияһы картинаның бағыусыһы була, Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы булышлыҡ күрһәтә. Картинаның күп өлөшө Төркиәлә төшөрөлә. Фильм 2017 йылдың июнендә әҙер була[7].

Бүләктәре һәм номинациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 ČSFD (чеш.) — 2001.
  2. https://sede.mcu.gob.es/webicaa/Ficheros/57519/34/57519/1/209.pdf
  3. http://www.kijkwijzer.nl/index.php?id=26&i=287373
  4. Ayla. Box Office Mojo. Дата обращения: 13 апрель 2018.
  5. Ayla. The Numbers. Дата обращения: 13 апрель 2018.
  6. 6,0 6,1 '응팔' 진주 김설, 한국-터키 합작영화 ‘아일라’ 주연 발탁, Newsen (23 ноября 2016). 13 апреля 2018 тикшерелгән.
  7. 7,0 7,1 고은민, 한국*터키 합작영화 '아일라'출연…터키 현지촬영 완료, Korea Economic Daily Television (4 июля 2017). 13 апреля 2018 тикшерелгән.
  8. Türkiye’nin Oscar adayı 'Ayla’ya ödül 2017 йыл 27 октябрь архивланған.
  9. Ayla’ya Bir Ödül de Los Angeles’tan
  10. Ayla’ya bir ödül daha

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]