Айытова Миңлегөл Шаһзанда ҡыҙы
Айытова Миңлегөл Шаһзанда ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 май 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Әлмәс, Ибрай ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Айытова Миңлегөл Шаһзанда ҡыҙы (рус. Аитова Миннигуль Шагзандеевна; 15 май 1953 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1996)[1][2]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлегөл Шаһзанда ҡыҙы Айытова 1953 йылдың 5 майында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районының Әлмәс ауылында Шаһзанда Һибәтулла улы менән Рәйсә Абдулхаҡ ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Уға йәш ярым булғанда ғаилә Ишембай ҡалаһына күсенеп килеп төпләнә. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Шаһзанда Һибәтулла улы бөтә ғүмерен нефть эшенә бағышлай, ә Рәйсә Абдулхаҡ ҡыҙы нефть-газ сығарыу идаралығы китапханаһында китапханасы була.
Ғаиләләге өс бала ла китап ҡәҙерен белеп үҫә. Миңлегөл Шаһзанда ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен үҙ итә, ә һеңлеһе табип һөнәрен һайлай һәм «Удмурт Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән исемгә лайыҡ була. Ҡустыһы финанс белгесе була һәм Ишембайҙағы машиналар эшләү заводтарҙың береһендә план-иҡтисад бүлегенә етәкселек итә. Артабан Йылылыҡ селтәрҙәре һәм "Башкирэнерго"ның баш бухгалтеры була.
Миңлегөл Шаһзанда ҡыҙы 1970 йылда, Ишембай ҡалаһының 2-се мәктәбен тамамлағас, Ишембай районының Шихан башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. 1972 йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Был уҡыу йортон 1978 йылда тамамлай һәм Ишембай ҡалаһы һәм районы мәктәптәрендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ эшен дауам итә[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1970 йыл — Ишембай районының Шихан башланғыс мәктәбе, уҡытыусы;
- 1974 йыл — Ишембай районының Тимашевка тулы булмаған урта мәктәбе, уҡытыусы;
- 1976 йыл — Ишембай ҡалаһының 17-се урта мәктәбе, уҡытыусы;
- 1978 йыл — шул уҡ мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире;
- 1983 йыл — Ишембай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбе, директор;
- 1985—1987 йылдар — Ишембай ҡалаһының мәғариф бүлеге инспекторы, баш белгесе, начальнигы;
- 2000 йылда ҡала һәм район хакимиәттәренең берләштерелеүе сәбәпле, М. Ш. Айытова Ишембай районы хакимәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә;
- 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы шул вазифала эшләй[3][1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992 йыл);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1996 йыл);
- «Ишембай районына күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2013 йыл);
- «Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына — 100 йыл» миҙалы (2019 йыл);
- Халыҡ депутаттарының Ишембай ҡала Советы депутаты (1980 йыл);
- Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының IX съезы делегаты (2001 йыл)[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлегөл Шаһзанда ҡыҙы һәр ваҡыт үҙе эшләгән коллективтың, Ишембай ҡалаһы һәм районының, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. 1976 — 1978 йылдарҙа 17-се мәктәптең комсомол ойошмаһын етәкләй, бер үк ваҡытта ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитеты ағзаһы була. 17-се мәктәптә директор урынбаҫары, 2-се интернат мәктәбендә директор булып эшлгән осорҙа уҡытыусыларҙың һөнәр оҫталығын арттырыуға күп көс һала. Ҡала мәғариф бүлегендә инспектор, баш белгес, бүлек начальнигы урынбаҫары, начальник булараҡ, уҡыусыларға белем биреүҙә ҡатнашыусыларҙың берлектәге эшен камиллаштырыуға һәм йәмәғәтселек, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылыуына етди иғтибар бүлә.
Ишембай ҡалаһында һәм Ишембай районы муниципаль районында мәктәп уҡыусыларына хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыла. Ул саҡтарҙа кластан тыш сараларға һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары саҡырыла. Хәрби комиссариат, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә уҡыусыларға патриотик тәрбиәгә биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Һәр бер мәктәптә тип әйтерлек мәктәп музейҙары, Хәрби дан мөйөштәре булдырыла. Уларға экспонаттар туплауға уҡыусылар һәм киң йәмәғәтселек ылыҡтырыла. Уҡыу йылы аҙағында үткәрелгән Хәрби-ялан сборҙарын, патриотик темаға арналған конкурстарҙы хәҙер инде ярайһы уҡ өлкән йәшкә еткән яҡташтарыбыҙ йылы хистәр менән иҫкә ала.
Ишембай ҡалаһының "Йәш эҙәрмәндәре" Бөтә Рәсәй конкурстарында ла даими билдәләнә. Мәҫәлән, 1984 йылда 2-се интернат-мәктәп коллективы хәрби-патриотик эш буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм егеттәрҙе Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеүгә яҡшы әҙерләгәне өсөн Волга буйы хәрби округының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә.
Балалар һәм үҫмерҙәр араһында барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итеү маҡсатында 1999 йылда ҡалала Социаль-психолигия үҙәге асыла. Уның эш тәжрибәһе райондың "Восход" һәм "Торатау" гәзиттәрендә даими сағылыш таба. Миңлегәл Шаһзанды ҡыҙы ҡатнашлығында ҡалала "Атай — ғаилә һәм Ил терәге", "Бөгөн — уҡыусы, иртәгә — Ватаныбыҙ һаҡсыһы" конкурстарын үткәреүҙе йәмәғәтселек хуплап ҡабул итә[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 «Ишимбайская энциклопедия» 2016 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑ В. В. Бабушкин. Учитель перед именем твоим…/ Ишимбай. ООО «Полиграф-сервис». 2009 г./Т. 400х100 экз. /серия 02 № 0028433354/200 стр.
- ↑ «Ишимбайская энциклопедия» 2016 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑ В. В. Бабушкин. Учитель перед именем твоим…/ Ишимбай. ООО «Полиграф-сервис». 2009 г./Т. 400х100 экз. /серия 02 № 0028433354/200 стр.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. В. Бабушкин. Учитель перед именем твоим…/ Ишимбай. ООО «Полиграф-сервис». 2009 г./ Т. 400х100 экз. / серия 02 № 0028433354/ 200 стр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4..