Айыу ҡолағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айыу ҡолағы
Айыу ҡолағы
Сәскә атыусы үҫемлек
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Verbascum L., 1753


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  33388
NCBI  39257
EOL  11199743
GRIN  t:12679
IPNI  38101

Айыу ҡолағы, һыйырҡойроҡ (рус. Коровя́к, лат. Verbáscum — сираж һымаҡтар ғаиләһенән ике йыллыҡ һары суҡ сәскәле, алмаш япраҡлы үлән үҫемлек. Июнь-август айҙарында һарғылт сәскә ата, август-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.

Биологик яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диаграмма цветка коровяка[1]

Ике йыллыҡ йәки күп йыллыҡ үҫемлек. Бик һирәк бер йыллыҡ та була. Бейеклеге 0,5-3 метр. Ярм ҡыуаҡ фориаһында ла үҫә ала. Япраҡтары алмаш япраҡлы, әйләнмә рәүештә урынлашҡан.[2], йөнтәҫ, ҡайһы бер япраҡтары шыма ла була. Сәскәләре биш таж япрағы бар, һары төҫтә, шулай уҡ һарғыҙылдары, ҡара-көрәндәре, зәңгәрҙәре, көл төҫлөләре, аҡтары ла осрай. ла осрай.

Емеше — шар формаһында, шулай уҡ оҙонса формала мке өлөшлө ҡап, ҡап эсендә бик күп ваҡ ҡына орлоҡтар биш рәт булып теҙелгән[2].

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

уртаса климаттың Евразия, Төньяҡ Африка өлөшөндә таралған, һәм шулай уҡ Төньяҡ Америкаға ла күсеп барып үҫкән. Рәсәҙең — [[Европа өлөшө|европа өлөшөндә, Кавказда таралған. Ташлы ҡаялы тауҙарҙа, далаларҙа, ҡоро туғайҙарҙа, ҡомло урындарҙа, юл буйҙарында, урман ситтәрендә, ҡомло ерҙә, тау биттәрендә, торлаҡ, юл буйҙарында үҫә. Евразияла, Төньяҡ Африкала уртаса климат зонаһында таралған. Төньяҡ Америкаға күсерелгән. Башҡортотсанда Асҡын районында күпләп осрай.

Халыҡ мидицинаһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айыу ҡолағы сәскәһенән әҙерләнгән төнөтмәне тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре былғанда, ҡакырыҡтың сығыуын еңеләйтеү маҡсатында, эс ҡатыу менән яфаланғанда ҡулланалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Strasburger, Noll, Schenck, Schimper: Lehrbuch der Botanik für Hochschulen. 4. Auflage, Gustav Fischer, Jena, 1900
  2. 2,0 2,1 Федченко Б. А. Коровяк — Verbascum // Флора СССР / Ботанический институт имени В. Л. Комарова Академии наук СССР; Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Изд-во Академии наук СССР, 1955. — Т. XXII. — С. 122.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 456—467. — 760 с. — 5175 экз.
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
  • Федченко Б. А. Коровяк — Verbascum // Флора СССР / Ботанический институт имени В. Л. Комарова Академии наук СССР; Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Изд-во Академии наук СССР, 1955. — Т. XXII. — С. 122—170.