Ай тотолған төндә (балет)
Викидатала элемент тултырылмаған |
Ай тотолған төндә — Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" трагедияһы буйынса композитор М. Әхмәтов ижад иткән балет. Балет 1978 йылда яҙылған.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ай тотолған төндә» балетын композитор Морат Хөсәйен улы Әхмәтов 1978 йылда Мостай Кәримдең шул уҡ исемдәге пьесаһы буйынса ижад итә. «Ай тотолған төндә» трагедияһы башҡорттарҙың ярым күсмә көнкүреше, патриархаль-ырыу ҡалдыҡтары һаҡланған дәүер ваҡиғаларын яҡтырта. Мостай Кәрим был трагедияһында ҡыйыу шәхестәрҙең иҫке йолаларға ҡаршы сығыуын, иреккә, рухи азатлыҡҡа ынтылыуын, әммә ул заман шарттарында уларҙың һәләкәткә дусар булыуын, йола ҡануны ҡорбандарына әүерелеүен тасуирлай. Әҫәрҙең төп идеялары Опера һәм балет сәхнәһендә бейеү теле саралары менән сағылдырыла.
Спектаклдең премьераһы Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 1982 йылда була.
Спектакль ике шаршауҙан тора.
Либреттоһының авторы — Э. В. Әхмәтова, балетмейстеры — Б. В. Танин, дирижёры — Ғ. Х. Моталов, ҡуйыусы рәссамы — Е. Ефимов.
Төп партияларҙы башҡарыусылар:
- Тәңкәбикә — Ф. М. Нафиҡова,
- Шәфәҡ — Л. В. Шапкина,
- Аҡйегет — Р. Г. Зарипов,
- Зөбәржәт — Л. С. Ҡыуатова,
- Диуана — Х. З. Мөхәмәтшин,
- Дәрүиш — Ш. Ә.Тереғолов[1](недоступная ссылка).
Спектаклдең пластик хәл ителеше классиканан модернға тиклемге төрлө хореографик йүнәлештәрҙе тәбиғи рәүештә берләштерә. Балеттың музыкаһына башҡорт фольклоры элементтары һәм заманса художестволы тасуирлау саралары синтезы хас. «Ай тотолған төндә» премьераһынан һуң ваҡытлы матбуғатта донъя күргән рецензияларҙа ҡуйыусы балетмейстер эшенең оригиналлеге, композитор музыкаһының драматизмы һәм эмоциональ ышандырғыслығы билдәләнә [2] 2018 йыл 12 октябрь архивланған..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү][3](недоступная ссылка)/Ай тотолған төндә (балет) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү][4] 2018 йыл 12 октябрь архивланған./Ватандаш журналы