Алатуба
Алатуба | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Columba palumbus (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|

Алатуба (рус. вя́хирь, витю́тень, лат. Columba palumbus) — күгәрсендәр ырыуындағы ҡош.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йорт күгәрсененән байтаҡ ҙур. Дөйөм төҫө ҡуйы күкһел һоро. Ҡойроғоноң осо, яурындары, ҡанаттарындағы һыҙаттар ҡара. Күҙҙәре ҡара көрән, аяҡтары ҡара ғыҙыл, суҡышының осо һары, төбө ҡыҙыл. Күк күгәрсендән яурындарының ҡара таптары менән айырыла. Тауышы тоноҡ:"ху-хууу".
Йәшәгән урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Европа һәм Көнбайыш Себерҙең урта һыҙаттарында, Африканың төньяҡ көнсығышында йәшәйҙәр. Йәшәү регионына ҡарап ултыраҡ, күсмә һәм ярым күсмә ҡоштар. Башҡортостанда күсмә ҡош иҫәпләнә.Киң таралған. Ите өсөн аулайҙар. Ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Ағас ҡыуыштарында, ҡайһы саҡ ағас баштарында оялай.
Туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төрлө үлән һәм ағас орлоҡтары менән туҡлана.
Үрсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 бөртөк аҡ йомортҡа һала.
Диалекттарҙа әйтелеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҙур күгәрсен, алатүбә, аладыуа, дәү күгәрсен, урман күгәрсене.
{{|sv}}