Алатырь (йылға)
Алатырь | |
Һыу башы | Приволжская возвышенность[d] |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Сура |
Ҡушылдыҡ | Инсар[d], Арзинка, Ашня (Аратырь ҡушылдығы), Барахманка, Батмас, Вышковка, Иресть, Ирса, Мадаевка (Алатырь ҡушылдығы), Миролейка, Мокрая Чеварда, Муравей, Нуя, Пандус, Панзелка, Пелька, Рудня, Селиевка, Татар-Велень-Лей, Уксун, Умочь, Чанга, Язовка[d], Меньшовка[d], Песчанка[d], Ужовка[d], Ҡоро Алатырь, Лепелей[d] һәм Драевка[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Һыу сығымы | 42,6 м³/с |
Бассейн майҙаны | 11 200 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Сыуашстан, Мордовия Республикаһы һәм Түбәнге Новгород өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 79 метр |
Оҙонлоҡ | 296 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Алатырь бассейны |
Алатырь Викимилектә |
Алатырь (cыу. Улатăр, эрзя Ратор) — Рәсәй йылғаһы, Түбәнге Новгород өлкәһендә, Мордва Республикаһында һәм Сыуашстанда аға. Йылға тамағы Сура йылғаһының һул яр тамағынан 277 километрҙа ята. Оҙонлоғо 296 км, бассейн майҙаны 11 мең км².
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға башы Первомайск ҡалаһынан көнбайыштараҡ яҡынса 10 км алыҫлыҡта. Ағымдың төп юнәлеше — көнсығыш. Үрге ағымында Түбәнге Новгород һәм Мордва Республикаһы менән сик булдыра, аҙаҡ Түбәнге Новгород өлкәһенең Первомайск, Лукояновск һәм Починковск райондары, Мордва Республикаһының Ичалковск һәм Ардатовск райондары территорияһы аша аға, түбәнге ағымы Сыуашстандың Алатырь районында урынлашҡан. Алатырь ҡалаһының төньяҡ ситтәрендә Сура йылғаһына ҡоя.
Йылға Волга буйы ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөнда, урманлы урында аға. Төп урман массивтары һул яҡ яр буйҙарында урынлашҡан. Мадаево ауылынан түбәнге уң ярҙары урманһыҙ тиерлек[1].
Йылға үҙәнендә ултыраҡтар тығыҙ, йылға ярҙарында тораҡ пункттар күп, шуларҙан иң эре ҡалалар Алатырь (Сыуашстан) һәм Ардатов (Мордва); ҡала тибындағы ҡасаба Тургенево (Мордва); эре ауылдар Ахматово (Сыуашстан), Каласево, Луньга, Луньгинский Майҙан, Тарханово, Сыресь яр буйҙары, Яңы Ичалкалар, Кемля, Кергуды, Гуляево һәм Кендя (Мордва), Кочкурово, Ильинское, Байков, Пузская Слобода, Мадаево, Михайловка, Шутилово һәм Обухово (Түбәнге Новгород өлкәһе).
Гидрографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алатырь үҙенең башында— киңлеге 0,5-1 м, тәрәнлеге 0,3-0,5 м булған шишмә, йыш ҡына соҡорҙар һәм киңлеге 10 метр һәм тәрәнлеге 1,5-2 м тиклем участкалары осрай, һыубаҫар туғайҙары киң, ярҙары тәпәш (0,5-1 м). Йәйен үрге ағымы йыш ҡына ҡорой. Артабан Орловка ауылынан һуң йылға үҙгәрә: киңлеге 15 м тиклем, тәрәнлеге 2−2,2 м, ағым тиҙлеге 0,1 м/с., ярҙары текә, бейеклеге 3-5 м етә, тик ҡайһы саҡта кәмеп китә, ләкин ҡыуаҡлыҡтар ныҡ баҫҡан.
Урта ағымында ярҙар текә, бейек, 3-5 метр, текә ярҙары ла (20 м тиклем) һәм түбән урындары ла осрай. Киңлеге 25-50 метр, Тургенев һыуһаҡлағыс районында 80-100 метрға етә. Тәрән участкаһында йылғаның уртаса тәрәнлеге 2-3 метр, шаршыла — 0,2 — 0,4 (1,5 м тиклем). Тиҙлек ағымы 0,4-0,92 м/с бәләкәй йылға участкаларында, 0,36-0,55 м/с Тургенево ҡасабаһы янында һәм 0,1 м/с. һыуһаҡлағыста
Түбәнге ағымында йылға ағымы көсһөҙ, һыуы тоноҡ.
Эре ҡушылдыҡтары: Рудня, Инсар (икеһе лә — уң). Алатырь районының Чуварлей ауылы эргәһендәге һыубаҫар туғайҙа Шиблево күле бар.
Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Ноябрь айында туңа, апрель башында әрселә. Йылғала һал ағыҙалар.
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү](тамағынан км) Ҡалып:Һаны
- 18 км: Миролейка йылғаһы (һул)
- 34 км: Песчанка йылғаһы (һул)
- 36 км: исемһеҙ йылға, Большие Поляны ауылы эргәһендә (һул)
- 51 км: исемһеҙ йылға, Безводное ауылы эргәһендә (уң)
- 63 км: Адряевка шишмәһе (уң)
- 75 км: Уксун йылғаһы (һул)
- 82 км: Чанга йылғаһы (һул)
- 94 км: Барахманка йылғаһы (һул)
- 105 км: Нуя йылғаһы (уң)
- 108 км: Селиевка йылғаһы (уң)
- 112 км: Ашня йылғаһы (һул)
- 124 км: Калыша шишмәһе(һул)
- 136 км: Инсар йылғаһы (уң)
- 139 км: Татар-Велень-Лей йылғаһы(уң)
- 140 км: Кемлятка шишмәһе (уң)
- 146 км: Язовка йылғаһы (һул)
- 152 км: Пелька йылғаһы (уң)
- 154 км: исемһеҙ йылға, Иклей ауылы эргәһендә (һул)
- 165 км: Батмас йылғаһы (һул)
- 179 км: Рудня йылғаһы (уң)
- 184 км: Ужовка йылғаһы (һул)
- 190,8 км: Ҡырмыҫҡа йылғаһы(һул)
- 191 км: исемһеҙ йылға, Сырятино ауылы эргәһендә (уң)
- 200 км: Иресть йылғаһы (уң)
- 202 км: Арзинка шишмәһе (һул)
- 213 км: Меньшовка йылғаһы (һул)
- 216 км: Мадаевка йылғаһы (уң)
- 225 км: Арзинка йылғаһы (һул)
- 230 км: Ирса йылғаһы (уң)
- 233 км: Панзелка йылғаһы (һул)
- 237 км: Пандус йылғаһы (һул)
- 240 км: Еүеш Чеварда йылғаһы (һул)
- 256 км: Вышковка йылғаһы (һул)
- 263 км: Ҡоро Алатырь йылғаһы (һул)
- 264 км: Умочь йылғаһы (һул)
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Үрге Волга һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Алатырь йылғаһы башынан тамағына тиклем, йылға бассейны — Сура. Бәләкәй йылға бассейны — (Үрге) Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысына тиклем (Ока бассейны ҡушылмай)[2].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алатырь, приток Суры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Алатырь (река) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Алатырь // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- Ямашкин А. А. Физико-географические условия и ландшафты Мордовии: Учеб. пособие. — Саранск: Изд-во Мордов. ун-та, 1998. — С. 61—62. — 156 с. — 1000 экз. — ISBN 5-7103-0380-1.
- Ручин А. Б., Артаев О. Н., Клевакин А. А. и др. Рыбное население бассейна реки Суры: видовое разнообразие, популяции, распределение, охрана. — Саранск: Мордов. ун-та, 2016. — 272 с. — ISBN 978-5-7103-3217-7.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ А. И. Коробков, Ю. З. Михеев. «По рекам южной и юго-восточной России». М., «Физкультура и спорт», 1977. 2017 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ Государственный водный реестр РФ: Алатырь . Архивировано 16 июль 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).