Эстәлеккә күсергә

Алебастр ҡасабаһы (Ишембай ҡалаһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алебастр ҡасабаһы
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Алебастр ҡасабаһы Викимилектә

Алебастр ҡасабаһы — Ишембай ҡалаһы биҫтәһе[1][2], ҡаланың төньяҡ көнсығышында, Тәйрүк йылғаһы буйында урынлашҡан. Смаҡай һәм Майский биҫтәләре менән сиктәш.

Смаҡай ҡасабаһы менән тығыҙ бәйләнгән: ике ҡасабаны ла бер үк автобус маршруты хеҙмәтләндерә, һайлауҙар үткәрелгәндә Смаҡай менән Алебастр ҡасабалары халҡы бер үк һайлау участкаһына бара, территориаль йәмәғәт үҙидараһы ла икеһенә берәү һәм башҡалар.

Биҫта территорияһында торлаҡ йорттарҙа, «Алебастр» баҡса йәмғиәтенең баҡса участкалары ла бар. Гараждар территорияһы ла был биҫтәгә ҡарай. Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа биҫтәгә терәлеп кенә ятҡан тауҙан алебастр алыу өсөн сырье сығалар, кирбес заводы ла эшләгән була.

Биҫтәнең исеме Алебастр заводы өсөн алебастр алынған Алебастр тауы атамаһынан алынған[3].

Гора Алебастровая в черте микрорайона

Алебастр һәм Смаҡай ҡасабалары «Смаҡай» территориаль йәмәғәт үҙидараһына ҡарай (2009 йылда Бөтә Рәсәй йәмәғәт һәм коммерция булмаған ойошмалар реестрында теркәлә). 2005 йылдан Смаҡай һәм Алебастр ҡасабаларында Аҡһаҡалдар ҡоро тергеҙелә. Был ижтимағы ойошма иң тәүге сиратта власть органдарының иғтибарын биҫтәләрҙә йәшәгән халыҡ өсөн көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә тырыша: шәхси ихатала аҫралған мал өсөн көтөү биләмәләре, сабынлыҡтар бүлеү, территорияны сүп-сарҙан таҙартыу, аҙағыраҡ йорт төҙөү өсөн ер бүлеү мәсьәләһен хәл иткәндә лә Аҡһаҡалдар ҡороноң фекеренә өҫтөнлөк бирелә. Аҡһаҡалдар йәштәр менән эшкә ҙур иғтибар бүлә. Халыҡ бигерәк тә Аҡһаҡалдар ҡороноң эскелеккә ҡаршы алып барған эшен хуплай, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша[4].

Рәсәй Федерацияһының алтынсы саҡырылыш Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутарттар һайлағанда Смаҡаә һәм Алебастр ҡасабалары 2147-се һайлау учксткаһына инә[5].

Алебастр ҡасабаһы халҡы кәрәк булғанда Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының 2-се Суд участкаһына мөрәжәғәт итә ала.[6]

  • Ҡасабаны 3-сә ҡала автобус маршруты хеҙмәтләндерә
  • Тау урамы,
  • Шишмә урамы,
  • Тирмән урамы,
  • Кооператив урам,
  • Кирбес урамы