Эстәлеккә күсергә

Александр затлы ҡыҙҙар институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр затлы ҡыҙҙар институты
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1765
Рәсем
Нигеҙләүсе Иван Иванович Бецкой[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Архитектура стиле Классицизм
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Александр затлы ҡыҙҙар институты Викимилектә

Мещан (Александр) училищеһы ( Александр затлы ҡыҙҙар институты) — Мещанское (Александровское) училище — Санкт-Петербургтағы тарихи бина, архитектура ҡомартҡыһы. Түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Смольный урамы, 3. 1764—1775 йылдарҙа архитектор М. Фельтен тарафынан төҙөлгән.

1765 йылда Смольный затлы ҡыҙҙар институты — дворяндар нәҫеле өсөн өҫтөнлөклө уҡыу курсы эргәһендә, И. И. Бецкий башланғысы менән «мещан ҡыҙҙары өсөн» бүлексәһе асыла (крепостной крәҫтиәндәрҙән тыш, дворян булмаған ҡатламдарға) — 1765 йылдың 31 ғинуарында «Затлы ҡыҙҙар Тәрбиә Йәмғиәте ҡарамағындағы Мещан Училищеһын булдырыу тураһында указ» сыға. Начальница һәм Тәрбиәүи йәмғиәт Советы Мещан училищеһы өсөн дә дөйөм була.

1797 йылдарға тиклем уҡытыу һәм тәрбиә биреү ҡоролошо һәм ойошторолоуы шулай уҡ бер төрлө була.

Нева яғынан фасады

1821—1824 йылдарҙа элекке бинаны үҙгәртеп төҙөгән ваҡытта Джакомо Кваренги фасадтарҙың декорын һаҡлай, әммә интерьерҙарҙың биҙәлешен үҙгәртә (1-се ҡат коридорҙарында тәүге рәүеше һаҡланған). 1941 йылда немец-фашист авиацияһы һөжүмдәре һөҙөмтәһендә көньяҡ-көнбайыш корпус емерелгән.

Архитектор бинаның ике фасадын биҙәүҙе төрлөсә хәл итә. Төп корпус ярым түңәрәк барлыҡҡа килтерә, бынан ҡалаға юл башлана. Неваға сыҡҡан өс корпустың фасадтары бина ҡабырғаһына терәлеп торған һигеҙ ҡуш колонна портигын файҙаланып, ҡупшыраҡ биҙәлгән. Бинаның планында иртә классицизм үҙенсәлектәре ҡулланылған .

Белем биреү учреждениеһы тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Училище XVIII быуатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1765 йылда Мещан ҡыҙҙары училищеһында 61 кеше булған. Мещан училищеһының мәғариф планы Художество Академияһы программаһына ярашлы була. Ҡабул итеү барышында (50 һум) банкыға һалынған, һәм уҡытып сығарғанда ҙур ғына сумма бирнәгә бирелгән. «Мещанкалар» училищены тамамлағандан һуң Советтың опекаһы аҫтында ҡала, киләсәктә һарай хеҙмәтселәре була.

1797 йылда императрица Мария Федоровна Мария Фёдоровнаның күрһәтмәһе буйынса, дворян һәм мещан ҡыҙҙарын тәрбиәләү ысулдары ҡәтғи бүленә. Училищеға 10-11 йәштәге ҡыҙҙар ҡабул ителә һәм 6 йылға тиклем уҡыу ваҡыты ҡыҫҡартыла[1], сөнки батшабикә мещан ҡыҙҙарын уҡытыу уларҙы тәрбиәле ҡатындар, әсәләр һәм хужабикәлеккә өйрәтеү менән сикләнергә тейеш" тип һанай.

Иң яҡшы уҡыусылар Ҡышҡы һарайҙағы байрамдарға дворян институты тәрбиәләнеүселәре менән бергә саҡырыла.

XIX быуат училищеһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1812 йылдағы Ватан һуғышы барышында күп етемдәр барлыҡҡа килә, 1814 йылдың 18 авгусында училище ҡарамағында айырым «Хәрби бүлек» булдырыла, унда «подполковник дәрәжәһенә тиклемге хәрби чиновниктар балалары ҡабул ителә»[2].

1842 йылда Мещан училищеһы Санкт-Петербург Александр училищеһы исеме менән атала башлай, унда «хәрби хеҙмәте менән дворянлыҡ алған хәрби һәм граждандар ведомствоһы штаб- һәм обер-фицерҙары, шулай уҡ руханиҙар ҡыҙҙарын ҡабул итергә бойороҡ бирелә»[3].

1859 йылда Смольный затлы ҡыҙҙар институтының һәм Александр училищеһының класс инспекторы итеп К. Д. Ушинский тәғәйенләнә, уға ошо ҡатын-ҡыҙҙар учреждениеларында үҙгәртеп ҡороуҙар проектын төҙөргә ҡушыла. Училище профессиональ-педагогик йүнәлеш ала.

1891 йылда училище Александр институты итеп үҙгәртелә .

1910-сы йылдарҙа Александр институтында дөйөм белем биреү предметтарынан тыш педагогика, закондар сығарыу, гигиена фәндәре уҡытҡандар.

Октябрь революцияһынан һуң институт бөтөрөлә. Бинала ЛДУ-ның Географик факультеты урынлаша. XX быуат аҙағында биналар комплексы Ленинград өлкәһе Хөкүмәтенә административ ихтыяждар өсөн тапшырыла. Бынан тыш, әле бында «Смольный» Күргәҙмә залы урынлашҡан[4].

Билдәле тәрбиәләнеүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Ф. Коршунова. Юрий Фельтен. — Л.: Лениздат, 1988. — С. 90—92. — 142 с. — ISBN 5-289-00117-4.

Мещанское (Александровское) училище на Архитектурном сайте Санкт-Петербурга Citywalls.ru