Александр урманы
Иҫтәлекле урын | |
Александр урманы
| |
Ил | Рәсәй, |
Адресы | Ростов өлкәһе, Аҙау районы, Ленин урман хужалығы(Азовский район) |
Төҙөлгән ваҡыты | 1884 |
Ростов өлкәһе Аҙау районындағы майҙаны 5525 га урман массивы. Тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Александр урманы —Адресы: Ростов өлкәһе, Аҙау районы, Ленин урман хужалығы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1884 йылда Александр урманына нигеҙ һалынған, хәҙер ул 5525 гектар майҙанды биләй. Урман Азов далаһы ҡурсаулыҡ участкаһында урынлашҡан һәм Ростов өлкәһенең һирәк осраған экологик зонаһы булып тора. Башлыс япраҡлы ағас урманлы, унда ылыҫлы ағастар ҙа осрай. Бында ҡиммәтле тоҡомло ағас һәм ҡыуаҡтар: грек сәтләүеге, ҡарағас, ҡырым ҡарағайы, һырғанаҡ һ. б. үҫә. Александр территорияһында иҫтәлекле 120 йылдан ашыу йәшле имән бар. Александр урманы төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.
Александр урманы территорияһында төрлө урмандарҙа йәшәүсе йәнлектәр һәм ҡоштар бик күп Улар араһында европа һәм биҙәкле болан, төлкө, ҡабан, енотҡа оҡшаған эт, ҡуян, өкө, сыч, филин, кәкүк, барҡылдаҡ, тумыртҡа, өйрәк, ҡаҙ, селән, фазан һ. б. бар. Урман уртаһында фазан фермаһы һәм болан питомниғы ойошторолған. Ҡоштар һәм хайуандар вольерҙарҙа тотола.
Был урманда өҫтәмә түләүҙәр буйынса боланға, ҡабанға һәм фазандарға һунар рөхсәт ителә. Килгән аҡсаға урман хужалығы хайуандар ресурстарын тулыландыра. Урман биләмәһендә ат һарайы бар, уның базаһында һыбай йөрөү ойошторолған. Урманда минизоопарк та булдырылған..
Александр урманында яһалма быуалар бар. Уларҙың яр буйында ял урындар барлыҡҡа килтерелгән, быуала балыҡ тоторға рөхсәт ителә. Быуала карп, амур, табан балыҡ, ҡорбан, алабуға һәм суртан балыҡтары бар. Йәй көндәре Александр урманында Ростов өлкәһенең спорт балыҡ тотоу буйынса асыҡ чемпионаты уҙғарыла.
Һылтанма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александровский лес 2020 йыл 15 август архивланған.
- Александровский лес
- Александровский лес 2017 йыл 6 апрель архивланған.. Азовский район.