Алессандро Вольта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алессандро Вольта
Герб
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Миланское герцогство[d]
 Цизальпинская республика[d]
 Королевство Италия[d]
 Ломбардо-Венецианское королевство[d]
Титул граф[d]
Тыуған көнө 18 февраль 1745({{padleft:1745|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Комо, Миланское герцогство[d], Габсбургтар монархияһы[2][6][7]
Вафат булған көнө 5 март 1827({{padleft:1827|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[3][5][8][…] (82 йәш)
Вафат булған урыны Комо, Ломбардо-Венецианское королевство[d], Австрия империяһы[2][6][7]
Ерләнгән урыны tomb of Alessandro Volta[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Teresa Peregrini[d]
Балалары Zanino Volta[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Итальян
Һөнәр төрө физик, уйлап табыусы, ғилми-педагогик хеҙмәткәр, химик
Эшмәкәрлек төрө физиология
Эш урыны Павийский университет[d]
Биләгән вазифаһы сенатор[d]
Әүҙемлек урыны Terranova[d][2]
Монашеский орден Францисканцы[d]
Ойошма ағзаһы Италия милли фәндәр академияһы[d], Бавария фәндәр академияһы[d], Француз фәндәр академияһы[d], Турин фәндәр академияһы[d][7], National Virgilian Academy[d], Нидерланд король фәндәр академияһы[d] һәм Руанская академия наук, литературы и искусств[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Musée d'histoire des sciences de la Ville de Genève[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Alessandro Volta
 Алессандро Вольта Викимилектә

Алессандро Джузеппе Антонио Анастасио Вольта (ит. Alessandro Giuseppe Antonio Anastasio Volta; 18 февраль 1745, Комо — 5 март 1827, шунда уҡ) — итальян физигы, химик һәм физиолог, электр энергияһы тураһындағы тәғлимәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе; граф (1810).

Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1791), Париж Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1803; 1782 йылдан хәбәрсе).[9]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алессандро Вольта падре Филиппо Вольта һәм уның йәшерен ҡатыны Маддалена граф Джузеппе Инзаганың ҡыҙы ғаиләһендә дүртенсе бала була. Бәләкәй Сандриноны ата-әсәһе Брунате ауылында йәшәгән бала ҡараусы ҡулына тапшыра һәм уны ике йыл ярымға тиклем онотоп торалар. Тәбиғәт мөхитендә ирекле тәрбиәләнгән сабый һуғышсан, сәләмәт, әммә ҡырағай булып үҫә: дүрт йәшендә генә һөйләшә башлай, тик ете йәшендә генә тейешенсә һөйләшә башлаған, тиҙәр. Әммә шаян, изгелекле һәм һиҙгер бала була. 1752 йылда уның тормошонда ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә, атаһын юғалтып, ул собор канонигы булған ағаһы Александр йортона барып эләгә.

Ағаһы туғанын тәрбиәләүгә етди ҡарашта була: латин, тарих, арифметика, тәртип ҡағиҙәләре һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнергә тура килә уға. Тәрбиә буйынса тырышлыҡ һөҙөмтәләре кисекмәҫтән тәьҫир итә һәм иҫ киткес була. Ул белемде һоҡланып ҡабул итә, аралашыусан һәм киҫкенерәк була бара, уны сәнғәт, бигерәк тә музыка ҡыҙыҡһындыра. Бала бик йомшаҡ күңелле була. Ун йәшлек Вольт Лиссабондағы һәләкәт тураһындағы хәбәр тетрәндерә, һәм ул ер тетрәү серен сисергә ант итә. Алессандроның энергияһы етерлек була, һәм бер ваҡыт был холҡо уны саҡ ҡына фажиғәле эҙемтәләргә килтермәй. 12 йәшендә малай Монтеверди эргәһендә ағып ятҡан шишмәнең быуылып ятҡан урынында алтын ялтырауыҡты алырға маташҡанында һыуға ҡолай. Яҡын-тирәлә уны сығара алырлыҡ бер кем дә булмай. Бәхеткә күрә, крәҫтиәндәрҙең береһе быуылған һыуҙы асып ебәрә, һәм баланы һыуҙан тартып сығара. «Ике тапҡыр тыуған», — тиҙәр уның тураһында.

Торған һайын уға яҡыныраҡ була барған бабаһы, һәләтле үҫмерҙең фәнгә ҡыҙыҡһыныуын күреп, уны китаптар менән тәьмин итергә тырыша. Энциклопедия томдары баҫылып сығыу менән үҫмер өсөн йортҡа алып ҡайтыла, шулай итеп, ул һәр томды ентеләп өйрәнергә тырыша. Әммә Алессандро ҡул эшенә әүәҫ була: аҙаҡ үҙенең тәрбиәсеһенең иренән ул донъя көткәндә бик кәрәк булған термометрҙар һәм барометрҙар эшләү сәнғәтен үҙләштерә. 1757 йылдың ноябрендә Алессандроны Комо ҡалаһындағы иезуиттар ордены коллегияһының философия класына уҡырға бирәләр. Әммә 1761 йылда ағаһы, орденда малайҙы монах булырға тәҡдим итеүҙәрен аңлап, уны коллегиянан ала.

Был йылдарҙа Вольта тормошонда һиҙелерлек роль уйнаған ваҡиғалар була. 1758 йылда, алдан әйтелгәнсә, Галлей кометаһы ҡабат күренә. Бөйөк Ньютондың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт иткән ҡыҙыҡһыныусан егетте был күренеш таң ҡалдыра. Ғөмүмән, егет үҙенең һөнәре — гуманитар өлкә түгел, ә тәбиғи фәндәр икәнен асыҡтан-асыҡ аңлай башлай. Ул электр күренештәрен аңлатыу идеяһы, Ньютондың тартылыш көсө теорияһы менән мауыға, хатта билдәле Париж академигы Ж. А. Ноллеға төрлө электр күренештәре тураһындағы фекерҙәре менән бергә үҙенең поэмаһын ебәрә. Әммә фекерләүҙәр генә уға бик аҙ була. Бенджамин Франклиндың эштәре тураһында ишеткәс, Вольта 1768 йылда, Комо халҡын хайран ҡалдырып, ҡалала беренсе йәшен тотҡос ҡороп ҡуя, йәшенле ямғыр мәлендә был ҡоролманың ҡыңғырауҙары сыңлап тора.

Ул дәүер йәмғиәттең электр күренештәренә ҡыҙыҡһыныуының көсәйеүе менән билдәләнә. Бигерәк тә лейден банкы уйлап табылғандан һуң электр тәжрибәләре хатта түләүле рәүештә үткәрелә. Хатта Бозе исемле бер кеше, әгәр был хаҡта һуңынан Париж Фәндәр академияһы баҫмаларында яҙылып сыҡһа, электр утын ҡулланып үлтерелеү теләген белдерә. Был һүҙҙәр мәрәкә тип ҡабул ителә, әлбиттә. Әммә электрға бәйле, ысынлап та, фажиғәле эпизодтар ҙа булған. Санкт-Петербургта 1753 йылда академик Рихман тәжрибә ваҡытында йәшен һуғыуҙан һәләк була.

Алессандро Вольта, ысынлап та, электр энергияһын өйрәнеүҙә мөһим роль уйнай. 1768 йылда Комо ҡаласығында йәшен тотоу ҡоролмаһы урынлаштырылғандан һуң, ул лейден банкылары менән электр тәжрибәһе үткәреүе тураһында диссертация яҙа. Артабан ул тағы ла әһәмиәтлерәк асыштар яһай. Йәш Вольта Галилео Галилей, Исаак Ньютон, Дидро һәм Вольтер идеяларына эйәрә, һәм Эдмонд Галлейҙың күк йөҙөндә сираттағы кометаның барлыҡҡа килеү ваҡытын аныҡ фаразлауы Алессандроны физикаға фәненә табан йүнәлтеп ебәрә.

1774—1779 йылдарҙа Комо гимназияһында физиканан уҡыта, 1779 йылда Павияла университет профессоры була. 1815 йылдан — Павияла философия факультеты директоры.

1794 йылда Лондон король йәмғиәтенең юғары наградаһы — Копли миҙалына лвйыҡ була. Вольтаның фәнни эшмәкәрлеге Наполеондың юғары баһаһын яулай. 1809 йылда ул Наполеондан сенатор, 1810 йылда — граф титулын ала. Ә бер ваҡыт Наполеон, академия китапханаһында «Бөйөк Вольте́рға» тип яҙылған лавр тажын күреп ҡала, күпте уйлап тормай, ул таждағы яҙмалағы һуңғы хәрефтәрҙе юя, һөҙөмтәлә: «Бөйөк Вольтаға…» яҙыуы хасил була[10].

Фәнни ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наполеон бүләк иткән герб.

1792—1794 йылдарҙа, Луиджи Гальвани асҡан ҡыуышлыҡ менән эксперимент яһап, Вольта был күренештәрҙең ике төрлө металдан һәм шыйыҡсанан торған ябыҡ сылбыр булыуы менән бәйле тигән һығымтаға килә. Ул беренсе тапҡыр цинк һәм баҡыр пластиналарын кислотаға урынлаштыра, был өҙлөкһөҙ электр тогын алыу өсөн була һәм донъяла беренсе химик ток сығанағын булдыра. Был беренсе гальваник элемент хәҙерге заман батареяларының ата-бабаһы була. Вольта шулай уҡ башҡа электр приборҙарын (электрофор[11], электрометр, конденсатор, электроскоп) уйлап табыуы менән билдәле.[12] Төрлө металдар араһында потенциалдарҙың контактлы айырмаһын иҫбатлай.

Химия өлкәһендәге мөһим асыштарҙан Вольта 1776 йылда янар газ — метанды таба һәм тикшерә. Үҙенең физиологик тәжрибәләре ярҙамында Вольта хайуандарҙа мускулдар менән сағыштырғанда нервыларҙың ҙур электр ҡуҙғытҡысын күҙәтә, шулай уҡ кешелә күреү һәм тәм тойоу ағзаларының электр ҡуҙғатҡысы булыуын асыҡлай (1792—1795).

Электр көсөргәнешен үлсәү берәмеге — вольт Вольта исеме менән аталған.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

10000 итальян лираһы

1964 йылда Айҙың күренеп торған яғындағы кратеры Алессандро Вольта хөрмәтенә уның исеме менән атала.

Итальяндарҙың 10,000 лира купюраһында Вольтаның портреты һәм вольт бағанаһы төшөрөлгән.[13]

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • (1800) төрлө үткәргес матдәләрҙе ябай ҡушыу юлы менән ҡуҙғатылған электр энергияһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #9950567 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #119292556 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Alexandre Joseph Antoine Volta // база данных Léonore (фр.)ministère de la Culture.
  5. 5,0 5,1 Alessandro Volta // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. 6,0 6,1 Вольта Алессандро // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1971. — Т. 5 : Вешин — Газли. — С. 341.
  7. 7,0 7,1 7,2 https://www.accademiadellescienze.it/accademia/soci/alessandro-volta (итал.)
  8. Alessandro G.A.A. Volta // http://www.dwc.knaw.nl/biografie/pmknaw/?pagetype=authorDetail&aId=PE00003610 (ингл.)
  9. Volta; Alessandro (1745—1827)(недоступная ссылка) (инг.)
  10. Карцев, Владимир. Приключения великих уравнений. — М.: Знание, 1986. — С. 288.
  11. Поль Р. В. Учение об электричестве = Elektrizitätslehre von Robert Wichard Pohl / пер. с нем. Л. А. Тумермана. — Москва: Физматгиз, 1962. — С. 87. — 516 с. — 35 000 экз.
  12. Поль Р. В. Учение об электричестве = Elektrizitätslehre von Robert Wichard Pohl / пер. с нем. Л. А. Тумермана. — Москва: Физматгиз, 1962. — С. 87. — 516 с. — 35 000 экз.
  13. Desmond, Kevin. Innovators in Battery Technology: Profiles of 95 Influential Electrochemists. — McFarland, 2016. — С. 235. — ISBN 9781476622781.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

    • Собрание сочинений А. Вольты: La opere di Alessandro Volta. — Vols. 1—7. — Milano, 1918—1929.
    • Maraldi U. La vita di Alessandro Volta. — Firenze, 1959.
    • Dibner В. Alessandro Volta and the electric battery. — N. Y., 1964
    • Околотин В. С. Вольта. — М., 1986
    • Радовский М. И. Гальвани и Вольта. — М.—Л., 1941
    • Храмов Ю. А. Вольта Алессандро // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 67. — 400 с. — 200 000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]