Аллаяр суфый
Аллаяр суфый | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Һөнәр төрө | шағир |
Аллаяр суфый Викимилектә |
Аллаяр суфый (1644—1721) — үзбәк шағиры, фәйләсүф, Мәүераннахрҙа суфый тәғлимәте вәкиле.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаяр суфый 1644 йылда Бохара ханлығы составында булған Минглар ауылында (Сәмәрҡәндтан көнбайышҡа табан 90 саҡрым алыҫлыҡта) тыуған. Ул сығышы менән үзбәк утарча ырыуынан[1]. Уның атаһы Аллакули дини белемле кеше булған һәм үҙенең улына дини белем биреүгә айырым иғтибар бүлә. Аллаяр суфый урындағы мәктәпте тамамлағас, белем алыуҙы Бохара мәҙрәсәһендә дауам итә. Бында ул Нәҡшбәндиә шәйехтәренең (Хужа Мөьмин, Мөхәммәт Ғәзни, Пири Камил Шәйех Суфи Навруз Бухари, Пири Камил Шәйех Хәбибулла) мөрите була.
Аллаяр суфый тормошо һәм эшмәкәрлегенең күпселек ваҡыты Аштархан хакимдары хакимлыҡ иткән дәүерҙә үтә: Әбуләзиз-хан (1645—1680), Сөбханкулихан (1680—1702), Үбәйҙулла-хан II (1702—1711) һәм Әбулфәйез-хан (1711—1747). Ул 25 йәшендә Бохарала һалым йыйыусыларҙың (таможня хеҙмәте) башлығы итеп тәғәйенләнә. Ғүмеренең күп өлөшөн шағир Кәттәҡурған ҡалаһында үткәрә. Ғүмеренең аҙағында ул күп сәйәхәт итә. Уның ағайы Фәрхәд бер осор Кәттәҡурғандың губернаторы була.
Аллаяр суфыйҙың үзбәк телендә яҙылған суфый фәлсәфәһенә бағышланған данлыҡлы шиғри әҫәре «Ҫабат әл‑ғажизин» («Көсһөҙҙәр ныҡлығы», «Саботул ожизин») һуңыраҡ Бохара, Коканд һәм Хива мәҙрәсәләре өсөн уҡыу әсбабы булып китә. Әҫәре бер нисә тапҡыр Төркиәлә, Пакистанда, Сауд Ғәрәбстанында һәм Рәсәйҙә (Ҡазан) яңынан баҫылып сыға. Аллаяр суфый шулай уҡ фарсы-тажик һәм ғәрәп телдәрендә яҙа.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаяр суфый 1721 йылда Сөрхандарья өлкәһе Алтынсай районының Катта Вахшивор ауылында вафат була. Был ауылда әлегә тиклем уның тоҡомдары йәшәй.
Аллаяр суфый тураһында риүәйәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәт буйынса Аллаяр суфый Кәттәҡурған ҡалаһына нигеҙ һалыусы була.
Легендаларҙың береһендә ҡаланың барлыҡҡа килеү тарихы әмир чиновниктарына — үзбәк утарча ырыуы вәкилдәре — Фәрхәд-Аталык, Алла Назарбай һәм Аллаяр суфыйға ҡайтарып ҡалдырыла. Легендала һөйләнеүенсә, Аллаяр суфый төҙөлөш өсөн урын һайлай һәм шәйехтән фатиха алырға китә. Фәрхәд-Аталык, ағайының ҡайтҡанын көтмәйенсә, өйөп яһалған ҡурғанда — убала ҙур ҡәлғә төҙөргә тотона.
Аллаяр суфый әйләнеп ҡайтҡас, ҡурғанда ҙур ҡала күрә, һәм төҙөлөш унһыҙ башланыуына бик ныҡ асыуланып, күрше Гузар беклығына китә, шунда вафат була. Ошонан ултыраҡ Кәттәҡурған исеме аҫтында билдәле була, йәғни ҙур ҡәлғә. Тәүҙә бында Фәрхәд-Аталык үҙе хеҙмәтселәре һәм ғаиләһе менән йәшәгән. Артабан ҡурғанда һәм унан алыҫ түгел туғандары һәм ырыуҙаштары килеп төпләнә, улар Фәрхәдте үҙҙәренең бегы (бек-хаким) итеп таныйҙар. Ваҡыт үтеү менән ауыл үҫә, ҡурған яңы өйөмдәр менән ҙурая, диуар менән уратып алына, һәм нығытма Урҙа тип атала башлай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маханова Резеда Равиловна. Творчество Суфи Аллаяра и его традиции в татарской литературе: диссертация кандидата филологических наук. — Казань, 2008. — 190 с.
- Аллаяр Суфий 2016 йыл 4 март архивланған. // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: Қазақ энциклопедиясы, 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сувонкулов И., Суфи Оллоёр // Узбекистон буюк алломалар юрти. Тошкент, Маънавият. Мовароуннахр,2010, с.379
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каттакурган краткий путеводитель, 1968г, часть 1,2 И. Б. Бекмурадов(недоступная ссылка) (недоступная ссылка — история). «Ташкент» (1968 год). — Об образовании Каттакургана.
(недоступная ссылка)