Алтыбаев Нурбай
Алтыбаев Нурбай | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 10 март 1908 (116 йәш) |
Хәрби звание | лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Алтыбаев Нурбай (рус. Алтыбаев Нурбай Брагинович (Бралиевич)) (10 март 1908 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия лейтенанты[1]. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны взводы командиры. Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943) кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нурбай Алтыбаев (атаһының исеме төрлөсә яҙыла: Брагин, Брәле) 1908 йылдың 10 мартында Башҡортостандың Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында тыуған. 1941 йылдың 29 сентябрендә[2] БАССР-ҙың Өфө ҡалаһы хәрби комссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов дивизияһы) взвод командиры булып хеҙмәт итә. Ҡыйыу яугир күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылдың 31 октябрендә «Ҡыҙыл Байраҡ» менән бүләкләнә[3]. Документтарҙа Өфөлә Посадская урамы, 8 йорт, 1 фатирҙа йәшәгән ҡатыны Анисия Г. күрһәтелгән[4]. «Память народа» сайтында хеҙмәт башлау ваҡыты — 1930 йылдың сентябре, хеҙмәтте тамамлау ваҡыты 1946 йылдың 28 феврале, тип күрһәтелгән[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоз ордены (1943);
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- АЛТЫБАЕВ Нурбай (Курыбай) Брагинович (Бралиевич). Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Алтыбаев Курыбай Бралиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)