Алтынбаев Ғәйфи Муса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтынбаев Ғәйфи Муса улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 март 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 8 август 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәрби звание лейтенант[d] һәм Майор
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Алтынбаев Ғәйфи Муса улы (15 март 1915 йыл — 8 август 1968 йыл) — совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйфи Муса улы Алтынбаев 1915 йылда Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе (хәҙер Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы) Тимер ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда «Ҡыҙыл таң» колхозында ябай колхозсы булып башлай. 1930 йылдың октябренән 1931 йылдың мартына тиклем Иҫке Усман ауылында наҙанлыҡты бөтөрөү маҡсатында өлкәндәрҙе уҡыта. 1931 йылдың мартынан 1933 йылдың апреленә тиклем Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡый. 1937 йылда Йоматау зоотехник техникумын тамамлай.

1937 йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Ленинград ҡалаһындағы 4528-се хәрби часта кесе командирҙар мәктәбендә уҡый. Ленинград хәрби округының 4528-се хәрби часының 9-сы батареяһында политрук урынбаҫары булып эшләй. 1939 йылдың ноябренән 1940 йылдың мартына тиклем Төньяҡ-Көнбайыш фронт составында Карел муйынында аҡ финдар менән алыштарҙа ҡатнаша. 1940 йылдың октябрендә Совет Армияһынан демобилизациялана.

Армиянан һуң Бөрйән район Советына эшкә ебәрелә. 1942 йылдың июненән Киров өлкәһенең Брянск хәрби-политехник училищеһында уҡый. 1942 йылдың октябренән Брянск фронтының 5-се уҡсылар дивизияһының 27-се артиллерия полкының сәйәси частар буйынса батарея командиры урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1944 йылдың мартында Ленинград фронтына ебәрелә. 1944 йылдың майынан 1945 йылдың декабренә тиклем Ленинград фронтының 159-сы уҡсылар полкы, 76 мм-лы пулемет батареяһының ут взводы командиры булып хеҙмәт итә.

1945 йылдың декабрендә Совет Армияһы сафынан демобилизациялана һәм Бөрйән районында Бөрйән районы хәрби комиссариатында хәрби бүлек начальнигы булып эшләй. 1946 йылдан алып БАССР ВКП(б) -ның Бөрйән район комитетының кадрҙар буйынса секретары булып эшләй. СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштарының Бөтә Союз күргәҙмәһендә ҡатнашыуға өлгәшә. Мәскәүҙә КПСС ҮК эргәһендәге ике йыллыҡ Ленин курстарын тамамлай (1952).

1955 йылдан 1957 йылдың сентябренә тиклем «Башҡортостан» игенселек совхозының партия комитеты секретары, һуңынан КПСС-тың Йылайыр райкомында сәйәси ағартыу кабинеты мөдире булып эшләй.

1968 йылдың 8 авгусында вафат була һәм Иҫке Собханғол ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]