Эстәлеккә күсергә

Альтерман Исай Моисеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Альтерман Исай Моисеевич
рус. Исай Моисеевич Альтерман
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 сентябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) или 1910[1]
Тыуған урыны Орёл, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 ноябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған урыны Кишинёв, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө дирижёр
Эш урыны Санкт-Петербург консерваторияһы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Альтерман Исай Моисеевич (21 сентябрь 1910 йыл, — 1 ноябрь 1985 йыл) — совет дирижеры. Молдавия ССР-ының, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1963)[2] Литва ССР-ының атҡаҙанған артисы (1957).

Исай Моисеевич Альтерман 1910 йылдың 21 сентябрендә Орёл ҡалаһында тыуған[3]. 1930 йылдан алып 1939 йылға тиклем Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград консерваторияһында скрипка һәм композиция класы буйынса уҡый[3]. 1934 йылдан алып консерватория эргәһендәге опера студияһында дирижер булып хеҙмәт итә. 1937—1939 йылдарҙа Ленинград радио тапшырыу оркестры дирижеры, Ленинград блокадаһы осорондa оркестр ҡалала ҡала[4]. 1942—1945 — старший инструктор политотдела армии Ленинград фронты армияһы сәйәси бүлегенең өлкән инструкторы, капитан званиеһында[5]. 1946—1953 йылдарҙа — Ленинград консерваторияһында уҡыта (уның уҡыусылары араһында — Римас Юозович Генюшас)[6].

1953—1958 йылдарҙа — Вильнюстағы Литва дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры, 1958—1961 йылдарҙа Исай Альтерман Кишинев опера һәм балет театрының баш дирижеры Д. Г. Гершефельдты алмаштыра[3]. 1961—1966 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижеры һәм художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә[7] . 1966—1969 йылдарҙа — Һарытау опера һәм балет театры дирижеры.[8]. 1969 йылдан алып ғүмеренең аҙағынаса Молдавия дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры булып эшләй. Музическу исемендәге Кишинев сәнғәт институтында уҡыта (уҡыусылары араһында — Юрий Насушкин, Валентин Дони)[9]

Ҡатыны — Надежда Михайловна (Хаимовна) Геселевич (1904—1963), Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1928)[10].

Маҡтаулы исемдәр һәм башҡа бүләктәр[5]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (02.06.1943)

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Саратовская консерватория

Память народа

  1. LIMIS (лит.)
  2. Isai Alterman Biografie. Дата обращения: 10 июнь 2011. Архивировано 10 декабрь 2011 года. 2011 йыл 10 декабрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 [1] 2020 йыл 11 февраль архивланған.
  4. Л. М. Маргулис «Человек из оркестра»(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 Память народа
  6. Римас Генюшас в Энциклопедии музыки
  7. Ватандаш 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. Юрий Базацов «Все оперные партии, о которых мечтал, я исполнил…»
  9. Yury Nasushkin-Labovsky(недоступная ссылка)
  10. Их сын — политолог Анатолий Георгиевич Орлов (род. 1939), специалист по политическим системам стран Латинской Америки