Аляска (ярымутрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аляска
ингл. Alaska
Аляска ярымутрауы
Аляска ярымутрауы
Характеристикалары
Майҙаны22 000 км²
Иң бейек нөктәһе2507 м
Урынлашыуы
56°30′ с. ш. 158°45′ з. д.HGЯO
Йыуыусы акваторияБеринг диңгеҙе, Тымыҡ океан
ШтатАляска
Commons-logo.svg Аляска Викимилектә

Аля́ска (ингл. Alaska Peninsula[1]) — Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышында ярҙары Беринг диңгеҙенең Бристоль ҡултығы һәм Тымыҡ океандың һыуҙары менән йыуылған ярымутрау.

Ҡайһы берҙә Аляска ярымутрауы тип ярымутрауҙың һыҙаттарына оҡшаған бөтә Аляска штаты биләмәһен аңлап яңылышалар. Әммә ул Аляска штатының бары көньяҡ-көнбайыш өлөшө генә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Аляска» атамаһы Рус Америкаһы осоронда һүҙмә-һүҙ «диңгеҙҙең йоғонтоһо йүнәлтелгән объект»ты аңлатҡан алеут идиомаһынан барлыҡҡа килгән[2][3][4].

Инглиз телендәге әҙәбиәттә шулай уҡ Aleut Peninsula[5]  — «Алеут ярымутрауы» йәки «алеуттар ярымутрауы», Aleutian Peninsula[6] — «Алеут ярымутрауы» тигән атамалар осрай.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вениаминов вулканы —ярымутрауҙың иң юғары нөктәһе —1984 йылда урғылған сағында

Ярымутрау биләмәһе Аляска штатының көньяҡ-көнбайыш өлөшө булып тора. Оҙонлоғо яҡынса 700 км, киңлеге 170 км алып 10 км тиклем. Төп ландшафтты Алеут һырты билдәләй, уның түбәләре актив (Катмай, 2047 м) йәки һүнгән вулкандарҙан тора. Иң бейек нөктәһе 2507 м (Вениаминов вулканы). Тау тундралары, ҙур булмаған боҙлоҡтар осрай. Төньяҡ-көнбайыш яр буйында — субарктик болондар менән ҡапланған бик күп күлдәрҙән торған уйһыулыҡ[7]. Ярымутрауҙың майҙаны — яҡынса 22 000 км². Ярымутрауҙа тимер мәғдәне һәм таш күмер ятҡылыҡтары бар[8].

1980 йылдан алып ярымутрауҙың күп кенә яр буйы утрауҙары Аляска диңгеҙ милли ҡурсаулығына индерелгән, ә ярымутрауҙың байтаҡ өлөшөн Аляска ярымутрауының Милли ҡурсаулығы биләй.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 610 мм-ҙан алып 1650 мм-ға тиклем үҙгәрә. Яр буйы зоналарында көслө дауылдар, елдәр һәм ҡойма ямғырҙар күҙәтелә. Ҡышҡы уртаса температура -11 °C һәм 1 °C диапазонында, йәйге уртаса температура 6 °C һәм 15 °C араһында. Тауҙарҙа йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында һыуыҡтар булыуы мөмкин[9][10].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярымутрауҙа, бер нисә балыҡ тотоу ауылдарынан башҡа, кеше йәшәмәй тиерлек[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге рус кешеләре Аляскала 1732 йылда ултырған. Улар шәхси йәнлекселек сәнәғәтселәре була. Уларға Рәсәй хөкүмәте тарафынан 1799 йылда колонияға етәкселек итә башлаған Рәсәй-Америка компанияһын Павел I раҫлауға тиклем ярҙам күрһәтелә[11]. 1867 йылда ярымутрауҙы Алясканы һатыу тураһында документ буйынса Рәсәй империяһынан АҠШ һатып ала[12].

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярымутрауҙа һоро айыуҙарҙың ҙур популяцияһы йәшәй. Бынан тыш, ярымутрау ылыҫлы урмандарға һәм ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә, атап әйткәндә, ҡамаларға һәм төлкөләргә бай. Археологик табылдыҡтар буйынса, ярымутрауҙа элек филдәр, буйволдар һәм аттар йәшәгән. Ярымутрау йылғаларында һәм сиктәш утрауҙар ареолдарында бик күп балыҡтар, тюлендәр һәм киттар төйәк итә[8].

Административ бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярымутрауҙа түбәндәге боро урынлашҡан: Көнбайыш Алеут утрауҙары, Көнсығыш Алеут утрауҙары, Бристол-Бей, Кенай, Лейк-энд-Пенинсула.

Экономикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аляска штаты һәм Аляска ярымутрауы, атап әйткәндә, АҠШ-ның балыҡсылыҡ өлкәһендә төп роль уйнай. 2019 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Америка ҡушма штаттарына диңгеҙ продукттарын тейәп оҙатыу урындары араһында Аляска ярымутрауы тейәп оҙатылған продукция күләме буйынса етенсе урынды биләй[13]. Ярымутрауҙа иҡтисадтың икенсе мөһим тармағы - тиреләр менән сауҙа итеү.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Alaska Peninsula. Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 11 апрель 2019. Архивировано 20 апрель 2019 года.
  2. Aleut Dictionary: Unangam Tunudgusii (инг.) / Bergsland, Knut. — Alaska Native Language Center, 1994. — ISBN 978-1-55500-047-9., at pp. 49 (Alaxsxi-x = mainland Alaska), 50 (alagu-x = sea), 508 (-gi = suffix, object of its action).
  3. Bright, William. Native American Placenames in the United States (инг.). — University of Oklahoma Press (инг.)баш., 2007. — ISBN 978-0-8061-3598-4.
  4. Ransom, J. Ellis. 1940. "Derivation of the Word «Alaska», " American Anthropologist n.s., 42: pp. 550—551
  5. Alexander M Ervin. Cultural Transformations and Globalization: Theory, Development, and Social Change (инг.). — Routledge, 2016. — ISBN 978-1-317-26177-3.
  6. Andrew Topf Stars aligning for Redstar Gold's Alaska flagship (mis) // Mining.com. — InfoMine, 2016.
  7. [ Аляска (полуостров)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  8. 8,0 8,1 Аляска // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Chapter 7-Ecological Subregions of the United States. Fs.fed.us. Дата обращения: 18 июнь 2013. Архивировано 9 май 2017 года.
  10. Encyclopedia of Earth. Eoearth.org. Дата обращения: 18 июнь 2013. Архивировано 29 март 2008 года.
  11. Montaigne, Fen Tracing Alaska's Russian Heritage (билдәһеҙ). Smithsonian Journeys Travel Quarterly (7 июль 2016). Дата обращения: 11 апрель 2019. Архивировано 10 апрель 2019 года.
  12. Договор о продаже Аляски в Русской Викитеке.
  13. Marisa Monroe. Alaska dominates U.S. seafood industry (билдәһеҙ) (недоступная ссылка). Clarksburg Caller (11 апрель 2019). Дата обращения: 11 апрель 2019. Архивировано 11 апрель 2019 года. 2019 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған.