Алёшин Иван Иванович
Алёшин Иван Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 14 (27) июль 1901 |
Тыуған урыны | Ивановка[d], Саратовский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 февраль 1944 (42 йәш) |
Вафат булған урыны | Русская Гута[d], Шумский район[d], Тернополь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Лукьянов зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Уҡыу йорто | КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Алешин Иван Иванович (14 [27] июля 1901, Ивановка ауылы, Һарытау губернаһы — 27 февраль 1944) — ойоштороусыларҙың береһе партизан хәрәкәте Молдавияла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партизандар хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алешин Иван Иванович 1901 йылдың 14 (27) июлендә Һарытау губернаһының Ивановка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1920 йылдан алып — РКП(б) ағзаһы. 1922—1933 йылдарҙа Совет Армияһында партия- сәйәси эшендә хеҙмәт итә. 1922 йылда хәрби-сәйәси мәктәпте тамамлай. 1933 йылда Молдавия АССР-ына ауыл хужалығын ойоштороу өсөн ебәрелә; Молдавия АССР-ы Каменский районының Рашковской машина-трактор станцияһының политотдел начальнигы булып эшләй, 1937-1938 йылдарҙа — Украина (Молдавия АССР-ы) КП(б)-ның Каменский район комитеты секретары [1].
1938 йылдың декабренән алып Молдавия АССР-ы Коммунистар партияһының өлкә комитеты аппаратында эшләй, һуңынан Молдавия АССР-ы Коммунистар партияһының Үҙәк комитеты аппаратында эшләй. 1938 йылда ВКП(б.) Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың 23 апрелендә Молдавия АССР-ы Коммунистар партияһының Үҙәк комитеты бюроһы ағзаһы һәм сәнәғәт буйынса секретары итеп һайлана.
Һуғыштың тәүге көндәренән үк Молдавияла партизан көрәшен ойоштороуҙа ҡатнаша. 1942 йылдың аҙағында Украина партизандар хәрәкәте штабының Молдавия бүлеге начальнигы, 1943 йылдың майынан алып Молдавия АССР-ының йәшерен партизан ойошмаларының һәм был территорияла партизандар хәрәкәте менән етәкселек итеүҙең тулы хоҡуҡлы вәкәләте. 1943 йылдың июнь-сентябрендә — 1-се Молдавия партизандар отрядтары берләшмәһе комиссары. Был партизан берләшмәһе Молдавияның Каменский райлонының төньяҡ өлөшөн немец илбаҫарҙарынан азат итә. 1943 йылдың сентябренән алып — 2-се Молдавия партизандар берләшмәһенең комиссары.
1944 йылдың 27 февралендә дошман авиацияһының Тернополь өлкәһе Шумский районы Русская Гута ауылына һөжүме ваҡытында һәләк була.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин Ордены
- миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алешин хөрмәтенә Кишинев ҡалаһының Рышкановка секторындағы бер урам аталған. СССР тарҡалғандан һуң был урам Молдаван кенәзлегенә нигеҙ һалыусы «Богдан Воевода» хөрмәтенә тип яңы исемгә күсерелгән.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андрунакиевич В. А., Вартичан И. К. Советская Молдавия : краткая энциклопедия. — Глав. ред. Молдавской Сов. энциклопедии, 1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алёшин Иван Иванович . Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 16 ғинуар 2016.