Америка дардар кебләһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Америка дардар кебләһе
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Prociphilus fraxinifolii (Riley, 1879)

Синонимдар

[1]

  • Meliarhizophagus fraxinifolii (Riley C. V., 1879)
  • Pemphigus fraxinifolii Riley C. V., 1879
  • Prociphilus fraxinifoliae Börner, 1926
  • Prociphilus fraxinifolii (Thomas, 1879)

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Америка дардар кебләһе[2] (лат. Prociphilus fraxinifolii) —Пансильван дардарының хәүефле ҡоротҡосо.

Төп йәшәү өлкәһе Төньяҡ Америка: АҠШ, Канада һәм Мексика. 2000-се йылдарға Европаға пенсилван дардары аҙыҡ үҫемлмеге менән бергә килеп кергән. (Иҫке донъяға ул XVIII быуатта уҡ алып киленгән)[1]. 2003 йылда уны Венгрияла табалар.[3]. Ул шулай уҡ Көньяҡ Америкала (Чили,1977), Көнбяҡ Африкала (1958)[1] Көнсығыш Азия биләмәһендә (Ҡытай)[4] билдәләнгән.

Украинаның Карпат аръяғы өлкәһенедә Ужородта 2005 йылда тәү башлап табылған. 2012 йылда Киев, 2015 йылда Донецк[2] өлкәләрендә ла билдәләнгән..ө 2010 йылда Украинанан Рәсәй биләмәһенә лә үтеп кергән. Ростов (2016 йылда), Воронеж, Смоленск өлкәһе, Мәскәү өлкәләрендә билдәләнгән.. Шулай уҡ Сербия (2007)[5], Болгария (2009)[6], Испания (2012)[7], Бөйөкбритания (2011)[8], Польша (2016) һәм Ҡаҙағстан (2017 Kadyrbekov) илдәрендә табылған. 2015 йылда тәүге тапҡыр европа төрҙәрен табыла. Натив excelsior төрө дүрт локалитет (Halaj & 2017 Osiadacz)[1][9]Польшала күҙәтелгән.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡ бөжәк, оҙонлоғо 2 мм самаһы: 1,4-тән алып 2,8 мм-ғаса. Башлыса һарғылт-йәшел төҫтә була. Тар олигофаг. Америка дардар ағасының йәш һабаҡтарын һәм йәш үҫентеләрен зарарлай Fraxinus pennsylvanica. Шулай уҡ Fraxinus: F. nigra, F. quadrangulata, F. sambucifolia, F. uhdei, F. velutina төрҙәрендә лә осрай. Ул япраҡтарҙың һутын һура, зарарланған үҫемлектең япараҡтары бөгәрләнә. был мирмекофиль бөжәктәр колонияһын ҡырмыҫҡалар үҙ итә. Хромосомаларың диплоид йыйылмаһы 2n=20 (Robinson & Chen 1969) или 2n=22 (Blackman & Eastop 1994)[1][9].

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был төр беренсе булып 1879 йылда америка энтомологы Чарлз Валентайн Райли (Charles Valentine Riley, 1843—1895) тарафынан Pemphigus fraxinifolii исеме аҫтында яып алынған. Монотип аҫҡы ырыу составына керетелгән Meliarhizophagus[1][10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Prociphilus fraxinifolii (ингл.). Aphids on Worlds Plants. www.aphidsonworldsplants.info. Дата обращения: 9 сентябрь 2019. Архивировано 8 сентябрь 2019 года.
  2. 2,0 2,1 Мартынов В. В., Никулина Т. В. 2016. Prociphilus (Meliarhizophagus) fraxinifolii (Riley, 1979) (Hemiptera: Aphididae: Eriosomatinae) — новый инвазивный североамериканский вид тлей на территории Донбасса. В кн.: Актуальні проблеми та перспективи інтегрованого захисту рослин. Міжнародна науково-практична конференція молодих вчених і спеціалістів, присвячена 70-річчю від дня заснування Інституту захисту рослин НААН України (Київ, 7-9 листопада 2016 р.). Київ: 53—55.
  3. Remaudiere G., Ripka G. 2003. Arrivée en Europe (Budapest, Hongrie) du puceron des frenes américains, Prociphilus (Meliarhizophagus) fraxinifolii (Hemiptera, Aphididae, Eriosomatinae, Pemphigini). Revue Francaise d’Entomologie. 25(3):152.
  4. Yu G. Y., Wang H., Wang C. Y., Feng S. K., Li Z. L. (2015): First discovery of an alien insect pest, Prociphilus fraxinifolii (Hemiptera: Aphididae, Pemphiginae) in China. Acta Entomologica Sinica, 58:467—470.
  5. Petrović-Obradović O., Tomanović Ž., Poljaković-Pajnik L., Vučetić A. (2007): An invasive species of aphid, Prociphi-lus fraxinifolii (Hemiptera, Aphididae, Eriosomatinae), found in Serbia. Archives of Biological Sciences, 59: 9—10.
  6. Trenchev G., Trencheva K. (2009): Prociphilus fraxinifolii Riley (Hemiptera, Aphididae, Eriosomatinae) a species new to the Bulgarian fauna. Sustainable Forestry, 59-60: 79—82.
  7. Pérez Hidalgo N., Mier Durante M.P. (2012): First record of Prociphilus (Meliarhizophagus) fraxinifolii (Riley) [Hemiptera: Aphididae] in the Iberian Peninsula. Bulletin OEPP, 42: 142—145.
  8. Baker E. A., Martin J. H. (2011): Prociphilus fraxinifolii (He-miptera: Aphididae), a species new to Britain. British Journal of Entomology and Natural History, 24: 221—223.
  9. 9,0 9,1 Hałaj R., Osiadacz B. (2017): Woolly ash aphid — is the alien bug posing a threat to European ash trees? — a review. Plant Protect. Sci., 53: 127—133.
  10. Riley, C. V. 1879. In Riley, C.V. & Monell. Notes on the Aphididae of the United States, with descriptions of species occurring West of the Mississippi. Bulletin of the United States Geological and Geographical Survey of the Territories 5(1):17