Кончаловский Андрей Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Андрей Кончаловский битенән йүнәлтелде)
Кончаловский Андрей Сергеевич
рус. Андрей Сергеевич Кончаловский
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  СССР
 Америка Ҡушма Штаттары
 Рәсәй
 Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме рум. Andron Sergheievici Mihalkov
рус. Андрей Сергеевич Михалков
Тыуған көнө 20 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][4] (86 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[2][5][6][…]
Атаһы Сергей Владимирович Михалков[d]
Әсәһе Наталья Петровна Кончаловская[d]
Бер туғандары Михалков Никита Сергеевич
Хәләл ефете Юлия Александровна Высоцкая[d]
Балалары Егор Андреевич Кончаловский[d]
Нәҫеле Михалковы[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө кинорежиссёр, кинопродюсер, сценарий яҙыусы, актёр, театр режиссёры, мемуарист, телепродюсер, театральный продюсер, публицист, антрепренёр, режиссёр
Эш урыны Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d]
Уҡыу йорто С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Центральная музыкальная школа[d]
Академический музыкальный колледж при Московской консерватории[d]
П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Ойошма ағзаһы Общественная палата Российской Федерации третьего состава (2010—2012 год)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт konchalovsky.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 204 000
 Кончаловский Андрей Сергеевич Викимилектә

Андрей Сергеевич (Андрон) Кончаловский (Михалков-Кончаловский (20 август 1937 йыл) — СССР, Рәсәй һәм Америка Ҡушма Штаттары кинорежиссёры һәм сценарисы, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре.

2013 йылдың май айында алынған иҫәп буйынса, Кончаловский утыҙ дүрт сценарий яҙған, режиссёр сифатында егерме ете фильм төшөргән, һигеҙ спектакль, шул иҫәптән биш опера, бер нисә күмәк тамаша ҡуйған, алты китап, йөҙҙән артыҡ публицистик мәҡәләләр баҫтырып сығарған[7].

РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1980), «Ника» киноакадемияһы Президенты. Венеция фестивалендә «Белые ночи почтальона Алексея Тряпицына» (2014) экзистенциаль драмаһындағы һәм Францияла рус ҡаршылығы тураһындағы «Рай» (2016) фильмындағы режиссёрлыҡ эше өсөн ике тапҡыр «Көмөш арыҫлан» премияһына лайыҡ булды (2014)[8][9].

Балалыҡ һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусы Сергей Владимирович Михалков һәм шағир һәм тәржемәсе Наталья Петровна Кончаловскаяларҙың ғаиләһендә 1937 йылдың 20 авгусында Мәскәүҙә тыуған. Тыуғандан һуң бирелгән исеме Андрей булһа ла, ижад эшсәнлеген башлағанда йәш режиссёр үҙен Андрон тип атай, шулай уҡ ике ҡатлы Михалков-Кончаловский фамилияһын ала[10].

1997 йылдағы РФ Президентының бүләкләү тураһындағы Указында уның фамилияһы Михалков (Кончаловский) тип яҙылған[11]. 1990 йылдарҙан башлап әҙләп, ә 2009 йылда атаһы С. В. Михалков үлгәс, ул тулыһынса Андрей Сергеевич Кончаловский тип йөрөтөлә башлай, был турала уның режиссёрлыҡ рәсми сайты хәбәр итә[12]. Уның бала сағы Михалковтарҙың Мәскәү янындағы Николина Гора утарында үтә.

Үҙәк музыка мәктәбендә Р. Ю. Черновтың фортепиано класында (1952 йылға тиклем) уҡый, Мәскәү консерваторияһы янындағы Музыка училищеһында А. Г. Руббахта уҡый (1957 йылда тамамлай) һәм Мәскәү дәүләт консерваторияһында Л. Н. Оборинда (1957—1959) уҡый, ләкин тамамламай ҡалған[13] 1964 йылда ВГИК-тың режиссёрлыҡ факультетын (Михаил Ромм оҫтаханаһында уҡып) тамамлай[14].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #4903670 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119047950 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Andrei Konchalovsky // filmportal.de — 2005.
  5. http://www.imdb.com/search/name?birth_place=Moscow%2C+USSR&
  6. http://www.imdb.com/search/name?birth_place=Moscow%2C+Russia&
  7. Открытие Международного венецианского кинофестиваля
  8. Плахов А. Голубиная почта. Коммерсант.ru (7 сентябрь 2014). Дата обращения: 10 сентябрь 2014.
  9. Андрей Кончаловский получил «Серебряного льва» Венецианского кинофестиваля. tvrain.ru (10 сентябрь 2016). Дата обращения: 10 сентябрь 2016.
  10. Андрей /Андрон/ Сергеевич МИХАЛКОВ-КОНЧАЛОВСКИЙ * Биография * Фотография. Архивировано 10 май 2013 года. 2011 йыл 3 август архивланған.
  11. Президент России 2013 йыл 10 май архивланған.
  12. Андрей Кончаловский: Биография. Архивировано 10 май 2013 года.
  13. Страница А.
  14. Энц. отеч. кино