Андрей Рублёв
Андрей Рублёв | |
рус. Андрей Рублёв | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Бөйөк Мәскәү кенәзлеге |
Тыуған көнө | 1360-сы[1] |
Тыуған урыны | Бөйөк Мәскәү кенәзлеге |
Вафат булған көнө | 29 ғинуар 1430[2][3][4] |
Вафат булған урыны | Андроников монастырь[d], Таганский район[d], Центральный административный округ[d], Мәскәү, Бөйөк Мәскәү кенәзлеге[5] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | чума[d] |
Ерләнгән урыны | Андроников монастырь[d] |
Һөнәр төрө | рәссам, иконописец, иллюминатор рукописей |
Кемдә уҡыған | Феофан Грек[d] |
Статус канонизации | преподобный[d] |
Праздник святого | 4 июль |
Жанр | иконопись[d] һәм миниатюра[d] |
Рәсми сайт | andrey-rublev.ru |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] һәм Государственный Русский музей[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Файлы артиста по адресу | Frick Art Research Library[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Andrej Rublëv |
Андрей Рублёв Викимилектә |
Андре́й Рублёв (яҡынса 1360[6] — 17 октябрь 1428, Мәскәү) — XV быуатта Мәскәү икона яҙыу, китап һәм монументаль һынлы сәнғәт мәктәбенең яҡшы танылған һәм хөрмәт ителгән урыҫ икона яҙыусыһы. Урыҫ православие сиркәүе тарафынан, изгеләр араһына индерелеп, ҡанунлаштырылған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рублёв тураһындағы биографик мәғлүмәттәр бик наҡыҫ: моғайын, ул Мәскәү кенәзлегендә тыуған (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Бөйөк Новгородта), 1340-сы йылдар аҙағында булырға тейеш[6][7], ҡушаматы «Рублёв» («рубель» һүҙенән — тире эшкәртеүҙә ҡулланылған эш ҡоралы) булғанға, ул һөнәрселәр ғаиләһенән, тигән фараз бар[8]. Андроник Московский эргәһендәге Андроник монастырендә Андрей исеме менән монашлыҡҡа сәсен ҡырҡтыра; донъяуи исеме билдәһеҙ (ул ваҡыттағы йола буйынса үҙ исеме лә «А» хәрефенә башланырға тейеш). «Андрей Иванов Рублёв улы» тип яҙылған икона һаҡланған; ул — һуңғы осорҙа төшөрөлгән икона, ҡултамға ла күсереп яҙылғандыр, бәлки, рәссамдың атаһының исеме, ысынлап та, Иван булыуы ихтимал.
Рублёвтың ижады Мәскәү кенәзлегенең художество традициялары нигеҙендә үҫә; ул славян художество тәжрибәһе менән дә таныш. Тик 1405 йылда ғына йылъяҙмала Андрейҙың исеме атап үтелә, унда Мәскәү Кремелендәге Благовещен соборы диуарҙарындағы дини темаға арналған картиналарҙың Феофан Грек, Прохор ҡарт һәм монах Андрей Рублёв яҙыуы тураһында әйтеп үтелә. 1405 йылда Андрей икона яҙыуҙа ныҡ оҫтара, бигерәк тә был яуаплы эште Феофан Грек тарафынан бирелеүе уның өсөн мәртәбә була. Андрей йылъяҙмала икенсе тапҡыр 1408 йылда иҫкә алына. Владимир ҡалаһының Успения соборының диуарҙарын Даниил Чёрный менән биҙәргә тура килә уға. Өс йыл үткәндә инде Андрейҙың ярҙамсылары һәм уҡыусылары унан күп нәмәгә өйрәнә, өҫтәүенә ҡәләме лә баҙыҡлана бара, үҙенә генә хас яҙыу стиле лә барлыҡҡа килә. 1420-се йылдарҙа Андрей йылъяҙмаға өсөнсө тапҡыр теркәлә: ул Троицк-Сергиев монастыренең Троиск соборындағы эштәргә Даниил Черный менән бергә етәкселек итә. Ул һүрәттәр беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. 1411 йәки 1425—1427 йылдарҙа ул үҙенең шедеврын — «Изге Өсәү» («Святая Троица») картинаһын яҙа.
Рублёв 1428 йылдың 17октябрендә, Мәскәүҙә үләт таралған мәлдә, 1428 йылдың яҙында Андроник монастырендә йылъяҙмаларҙа дүртенсе тапҡыр аталған эшен үтәгәндә — Спасс соборы фрескаларын яҙғанда вафат була. Андроник монастыре колоколняһы янында (Спасс соборы) ерләнә. 1993 йылда археологик ҡаҙыныу эштәре алып барылғанда Спасс собороның боронғо престолы (өҫтәле) һәм изге мәйет табыла. Ҡайһы бер авторҙар был табылдыҡты Андрей Рублёвтыҡы тигән хата фекер белдерә[9].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рублёвтың донъяға ҡарашы формалашыуға әхләҡи һәм рухи мәсьәләләргә тәрән ҡыҙыҡһыныу хас булған XIV быуаттың икенсе яртыһы — XV быуаттың башында күҙәтелгән мәҙәни күтәрелеш атмосфераһы ҙур йоғонто яһай. Урта быуат иконографияһы сиктәрендә Рублёв үҙенең әҫәрҙәрендә кешенең рухи матурлығын һәм әхләҡи көсөн яңыса, бөтә камиллығында аңлауҙы кәүҙәләндерә. Рублёвтың ижады урыҫ һәм донъя мәҙәниәтенең иң юғары түбәләренең береһе[10].
1408 йылда Рублёв Даниил Чёрный һәм башҡа оҫталар менән бергә үҙенең теүәл датаһы ҡуйылған берҙән-бер һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған эшен — Владимир ҡалаһындағы Успения соборы фрескаларын яҙа (яҙыу өлөшләтә һаҡланған). Рублёвтың Успения соборындағы фрескаларынан «Ҡот осҡос суд» композицияһы бигерәк мөһим, унда ҡурҡыныс күренеш кешенең рухи ҡиммәтен раҫлаусы тантананың сағыу байрамына әйләнеүе кәүҙәләндерелә. Рублёвтың Владимирҙағы эштәре ул ваҡытта уның үҙе булдырған һынлы сәнғәт мәктәбенең башында торған өлгөргән оҫта булыуын иҫбатлай.
Йылъяҙмаларҙа раҫланыуынса, 1425—1427 йылдарҙа Рублёв Даниил Чёрный һәм башҡа оҫталар менән бергә Троицк-Сергиев монастырынның Троицк соборы диуарҙарын биҙәй һәм уның иконостасы иконаларын яҙа. Күбеһенсә артель эшселәре яҙған тип иҫәпләнгән иконалар беҙҙең көндәргә килеп еткән; улар төрлө алым менән яҙылған һәм художество сифаттары буйынса бер төрлө генә баһаланмай. Күрәһең, «Изге Өсәү» («Святая Троица») иконаһы тап шул иконостасҡа ингәндер — Рублёвтың икона яҙыу жанрында һаҡланған берҙән-бер эше. Традицион библия сюжетын Рублёв тәрән дини йөкмәтке менән байытҡан.
Тикшеренеүселәрҙең күбеһе, «Владимирская Богоматерь» (яҡынса 1409, Успения соборы, Владимир) иконаһын һәм «Евангелия Хитрово» миниатюраларының бер өлөшөн (яҡынса 1395 йыл, Рәсәй дәүләт китапханаһы, Мәскәү) Рублёв яҙған, тигән фекерҙә.
XX быуатта Андрей Рублёв яҙған тип иҫәпләнгән башҡа иконалар һәм фрескаларҙы, хәҙерге ваҡытта тикшеренеүселәрҙең күбеһе мәктәп (артель) йәки оҫтаның замандаштары яҙған, тигән фекерҙә[11][12].
Ҡанунлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ православие сиркәүенең поместный соборы 1988 йылда Андрей Рублёвты, изгеләр рәтенә индереп, ҡанунлаштыра.
Православие календаренә ярашлы[13][./Андрей_Рублёв#cite_note-11 [11]][13], изге йәнде йылына өс тапҡыр иҫкә алалар:
- 4 (17) июль — иконалар яҙыусы преподовный Андрей (Рублёв) Московскийҙың баҡыйлыҡҡа күсеүе (1428; служба без знака).
- 6 (19) июля(19) июль — Радонеж изгеләре Соборында преподобный Андрей (Рублёв) Московскийҙы иҫкә алыу.
- 26 августа (8 сентября) — Мәскәү изгеләре соборында преподовный Андрей (Рублёв) Московскийҙы иҫкә алыу.
- Тропарь, глас 3
- Кондак, глас 8
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1947 йылда Спасс-Андроник монастырендә ҡурсаулыҡ ойошторола, 1985 йылдан — Андрей Рублёв исемендәге Боронғо урыҫ мәҙәниәте һәм сәнғәте үҙәк музейы.
- Андрей Рублёв исемендәге Боронғо урыҫ мәҙәниәте һәм сәнғәте үҙәк музейының төп ишектәре алдына преподобный Андрей Рублёвҡа һәйкәл ҡуйылған, скульптор Олег Комов эше.
- Владимир ҡалаһында Пушкин исемендәге парктың төп ҡапҡалары алдына Андрей Рублёв һәйкәле урынлашҡан, был скульптор Олег Комовтың һуңғы эше.
- 1964 йылдан алып Нижегород өлкәһенең Городцы ҡалаһы урамдарының береһе Андрей Рублёв исемен йөрөтә. Бөгөн ул — Городцылағы Музей кварталының бер өлөшө, йәйәүлеләр экскурсияларын һәм ҡала фестивалдәрен үткәреү урыны. Звенигород, Брянск, Новосибирск, Өфө ҡалалары карталарында Андрей Рублёв урамдары бар.
- Меркурийҙары бер кратер Андрей Рублёв хөрмәтенә аталған.
- «Андрей Рублёв» («Страсти по Андрею») — Андрей Тарковский фильмы.
- Андрей Рублёв — Рәсәй Банкыһының иҫтәлекле тимер аҡсалары серияһы.
- 1961 йылда Андрей Рублёвҡа арналған СССР почта маркаһы сығарыла.
- Омск дәүләт китапханаһы бинаһы фронтонына Андрей Рублёв скульптураһы ҡуйылған (скульпторы В. Трохимчук).
- 1987 йылда «Леннаучфильм» киностудияһында «Андрей Рублёв» фәнни-популяр фильмы төшөрөлә (режиссёры Л. Никитина, операторы В. Петров).
-
Памятник Андрею Рублёву во Владимире
-
Почтовая марка СССР, 1961 год
-
Памятная монета Банка России, 1994 год
Аэрофлот самолеттарының береһе — Airbus A320 VP-BTJ Андрей Рублёв хөрмәтенә уның исеме менән атала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118603620 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Andrej Rublev // Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Schäfer J. Andrei Rubljow // Ökumenisches Heiligenlexikon — 1998.
- ↑ http://satucket.com/lectionary/andrey_rublev.htm
- ↑ 6,0 6,1 Андрей Рублёв // Православная энциклопедия. Том II. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2001. — С. 380—387. — 752 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-89572-007-2
- ↑ Найдены останки Андрея Рублёва и Даниила Чёрного 2009 йыл 30 ғинуар архивланған.
- ↑ Веселовский С. Б. Ономастикон: Древнерусские имена, прозвища и фамилии. — М., 1974. — С. 272.
- ↑ Андрей Рублёв: в лике святого. 2015 йыл 16 февраль архивланған. Мультимедийная лекция профессора Олега Ульянова в международном пресс-центре. РИА Новости, 29.10.2013.
- ↑ Ульянов О. Г. Влияние Святой горы Афон на особенности почитания Святой Троицы при митрополите Киприане (к 600-летию преставления святителя) // Человек верующий в культуре Древней Руси. Мат-лы межд. науч. конф. 5—6 декабря 2005 года / отв. ред. Т. В. Чумакова. — СПб.: Лемма, 2005. — 252 с. — ISBN 5-98709-013-X.
- ↑ Дудочкин Б. Н. Рублёв Андрей // Кочетков И. Словарь русских иконописцев. — М.: Индрик, 2003. — ISBN 5-85759-213-5.
- ↑ Попова О. С. Андрей Рублёв // Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия. — 2001.
- ↑ 13,0 13,1 Прп. Андрей (Рублёв) Московский, иконописец . Архивировано 26 февраль 2013 года. 2016 йыл 1 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Демина Н. А. «Троица» Андрея Рублёва. М., 1963.
- Бетин Л. В. О происхождении иконостаса Благовещенского собора Московского Кремля // Реставрация и исследование памятников культуры. Вып. 1. М., 1975.
- Лазарев В. Н. Андрей Рублёв и его школа. М.: Искусство, 1966. — 312 с.
- Лазарев В. Н. Андрей Рублёв: краткие биографические сведения // Лазарев В. Н. Русская иконопись от истоков до начала XVI века. М.: Искусство, 1983, 1994, 1996 — ISBN 5-210-01342-1, 2000 — ISBN 5-210-01330-8.
- Лихачёв Д. С. Культура Руси времени Андрея Рублёва и Епифания Премудрого. Л.: Издательство АН СССР, 1962. — 172 с.
- Алпатов М. В. Андрей Рублёв. М.: Изобразительное искусство, 1972. — 206 с.: ил.
- Плугин В. А. Мировоззрение Андрея Рублёва. М., 1974.
- Сергеев В. Н. Рублёв / Валерий Сергеев. — Изд. 2-е. — М.: Молодая гвардия, 1986. — 256, [16] с. — (Жизнь замечательных людей. Серия биографий. Вып. 8(618)). — 150 000 экз. — ISBN 978-5-235-01544-9. (в пер.)
- Ульянов О. Г. Цикл миниатюр лицевого «Жития Сергия Радонежского» о начале Андроникова монастыря // Памятники культуры. Новые открытия. М.: Наука, 1996.
- Плугин В. А. Мастер Святой Троицы. М., 2001.
- Дудочкин Б. Н. Андрей Рублёв. Биография. Произведения. Источники. Литература // Художественная культура Москвы и Подмосковья XIV — начала XX веков. Сборник статей в честь Г. В. Попова. — М., 2002. — С. 300—421.
- Померанц Г., Миркина З. В тени Вавилонской башни. М., 2004 (Серия «Humanitas»).
- Осташенко Е. Андрей Рублёв: Палеологовские традиции в московской живописи конца XIV — первой трети XV века. М., 2005.
- Грицак Е. Н. Мир Рублёва. М., 2006.
- Щенникова Л. А. Творения преподобного Андрея Рублёва и иконописцев великокняжеской Москвы. М., 2007.
- Попов Г. В. Андрей Рублёв. М., 2007.
- Рублёв Андрей // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Галинский Ю. С. Юность художника. Повесть об Андрее Рублёве
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русское Возрождение. Андрей Рублёв. Биография. Иконы
- Ҡалып:Staratel.com
- Рублев Андрей. Христианство в искусстве: иконы, фрески, мозаики…
- Андрей Рублев
- В. Г. Брюсова. Спорные вопросы биографии Андрея Рублева. РусАрх
- Загадки Андрея Рублёва 2014 йыл 10 июль архивланған. — документальный фильм А. Гороватского на сайте телеканала Россия-24
- Рублев Андрей 2018 йыл 6 август архивланған..
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 1360-сы йылдарҙа тыуғандар
- 29 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1430 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1370-се йылдарҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса изгеләр
- 17 октябрҙә вафат булғандар
- Вабанан вафат булғандар