Шокуров Анисим Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анисим Павлович Шокуров битенән йүнәлтелде)
Шокуров Анисим Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 15 апрель 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Бакалинская волость[d], Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 июль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (78 йәш)
Вафат булған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Октябрьский
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, археолог, музейный работник
Эш урыны М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы
Биләгән вазифаһы өлкән ғилми хеҙмәткәр[d]
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шокуров Анисим Павлович (15 апрель 1912 йыл — 27 июль 1990 йыл) — археолог, уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1961).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анисим Павлович Шокуров 1912 йылдың 15 апрелендә Өфө губернаһы Баҡалы улусы[2] Нижне-Ново-Костеево ауылында тыуған.

Өфө театр-сәнғәт училищеһында уҡый һәм уны 1937 йылда тамамлай. Артабан М. В. Нестеров исемендәге Сәнғәт музейында эшләй, Бөрө һәм Кушнаренко педагогия колледждарында уҡыта.

Тыуған яҡ тарихын менән ҡыҙыҡһынып өйрәнә. 1957 йылда Октябрьский ҡалаһында тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштора, халыҡтан йыйып, музейҙы төрлө экспонаттар менән тулыландыра. 1976—1989 йылдарҙа был музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре була. 1967—1971 йылдарҙа археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында Муллино-2 торағын аса. Ундағы 500-ҙән артыҡ таш, бронза, башланғыс тимер быуаттарҙың һәм урта быуаттарҙың фән өсөн айырата ҡиммәтле археологик ҡомартҡыларын таба. Шокуров А. П. байтаҡ ғилми мәҡәләләрҙең һәм баҫмаларҙың авторы. 1990 йылдан алып Октябрьский ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы А. П. Шокуров исемен йөрөтә.

Шокуров Анисим Павлович Октябрьский ҡалаһында 1990 йылдың 26 июлендә вафат була һәм шунда ерләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. башкирская Википедия — 2005.
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]