Эстәлеккә күсергә

Анкара зәғферәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анкара зәғферәне
Анкара крокусы
Crocus ancyrensis
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Crocus ancyrensis (Herb.) Maw


Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Анкара зәғферәне, йәки анкара крокусы  (лат. Crocus ancyrensis, төр. Ankara çiğdemiAnkara çiğdemi) — зәғферән, һуған төплө, ҡыяҡ япраҡлы, ҡыҙғылт күк төҫтәге ҡыңғырау сәскәле күп йыллыҡ үлән үҫемлек; бал ҡорттары уның һеркәһен яратып йыя. Зәғферәндәр төркөмөнән (Crocus) Ирис ғаиләһенән, йәки Касатиклылар (Iridaceae). Төркиә эндемигы,  Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (IUCN) классификацияһына ярашлы, юғалыу ҡурҡынысы артыҡ янамай (LC). Атамаһын  Анкараның боронғо исеменән алған — Ancyra.

Төркиәнең төньяҡ-көнсығышында һәм Үҙәк Анатолияла ҡырағай тәбиғәт шарттарында үҫә. Амасья, Анкара, Болу, Чорум, Кастамону, Ҡыршәһәр, Ҡайсери, Кахраманмараш, Самсун, Сивас һәм Йозгат илдәрендә киң таралған. 1000-1600 метр бейеклектә, ҡаялы тупраҡта, ҡоро бейек таулы урмандарҙа һәм ҡоро болондарҙа, ҡыуаҡлы һәм ылыҫлы урмандарҙа үҫә. Һыуыҡҡа сыҙамлы, эҫене яратмай, һыу ярата.

Европала һуған төплө баҡса үҫемлеге сифатында үҫтерелә һәм "Golden Bunch" (алтын гөлләмә) атамаһы менән билдәле.

Ботаник тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәғферән, йәки анкара крокусы - һуған төплө күп йыллыҡ үҫемлек, бейеклеге 10-12 сантиметрға етә.

Ғалимдар Уильям Герберт һәм Дж. Мав тарафынан 19 быуатта табылған һәм асылған, 1881 йылда Кью Король ботаника баҡсаларында тикшеренеү эштәре үткәргәндән һуң үҙ аллы төр булараҡ танылған.[2]

Анкара крокусының һуған төбө тиресәнең үрелгән сүстәре барлыҡҡа килтергән ҡаты селтәрле тәңкәләр менән ҡапланған. Инглиз ботанигы Дж. Мав (1886 й.) (ингл. G. Maw) классификацияһына ярашлы, төҙөлөшө буйынса Crocus ancyrensis һуған төплөләр  Crocus секцияһына ҡарай.[3]

Япрағы тар, киңлеге 0.5-1 мм, сәскә атҡандан һуң оҙонлоҡҡа һуҙылалар. Сәскәһе сағыу ҡыҙғылт һары - һары төҫтә, асыҡ һаплы ҙур булмаған «бокал»ға оҡшаған, таждары асыла барған һайын киң йәйелә. Бер һуғандан гөлләмә иллюзияһын хасил иткән бик күп сәскә үҫеп сыға. Ҡар ирегәндән һуң, февраль-март айҙарында сәскә ата. Сәскәләнеү осоро 20 көнгә тиклем һуҙыла.

Анкара крокусының һары зәғферән (Crocus flavus) менән тышҡы оҡшашлығы бар, әммә унан алтынланғаныраҡ төҫө һәм  нескәрәк япраҡтары менән айырыла.

Крахмал һәм  шәкәр миҡдары күп булғанлыҡтан, был үҫемлектең һуған төбөн элегерәк сей һәм бешерелгән көйө ашамлыҡ итеп ҡулланғандар, әммә, шул уҡ төбәктә киң таралған крокус менән тышҡы оҡшашлығы булған ағыулы көҙгө сәскә (Colchicum) менән бутағанлыҡтан, крокустың һуған төбөн ашау туҡтатылған.

Вид Анкара зәғферәне баш. лат. Зәғефрән/Crocus төркөмөнөң ярым ғаиләһенә лат. Crocoideae баш. лат. Ирислылар/Iridaceae ғаиләһенә баш. лат. күп йыллыҡ Спаржа сәскәлеләр/Asparagales отрядына ҡарай.


  тағы ла 24 ғаилә (APG II системаһына ярашлы)   тағы ла 30 төргә яҡын  
         
  рәт Спаржа сәскәлеләр     ярым ғаиләһе Котовниковыйҙар     төр Анкара зәғферәне
               
  бүлек Сәскәлеләр     ғаиләһе Ирислылар     тармаҡ Зәғферән    
             
  тағы ла 44 сәскәле үҫемлектәр рәте
(APG II системаһына ярашлы)
  тағы ла 4 ярым ғаиләһе
(APG II системаһына ярашлы)
  тағы ла 80 төргә яҡын
     
  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. The Gardeners' chronicle : a weekly illustrated journal of horticulture and allied subjects (Volume n.s. v.16 1881), 528
  3. Крокус, или Шафран // Энциклопедия декоративных садовых растений