Антарктика тарихы
Антарктика тарихы | |
Антарктика тарихы Викимилектә |
Халыҡ-ара килешеүгә ярашлы, Антарктика тип көньяҡ киңлектән көньяҡҡа табан 60 градуста урынлашҡан ер өҫтө участкаһы һанала. Антарктиданы асҡанға тиклем ике мең йыл элек эллин донъяһының боронғо географтары, көньяҡ сиктә ер: Terra Australis Inkognita — Белмәгән-күрмәгән Көньяҡ ер бар тип иҫәпләй. Арктикаға ҡапма-ҡаршы булараҡ, тәүге тапҡыр был терминды б. э. т. II мең йыл элек Марин Тирский ҡуллана башлай. Көнбайыш донъя антик дәүерҙән алып Европа, Азия һәм Африкаға артыҡ ҡоро ерҙәрҙе тигеҙләү өсөн хеҙмәт иткән көньяҡ ерҙәрҙең барлығына ышана. Аристотель ерҙең симметрияһын раҫлай, был Африканан көньяғында кеше йәшәгән ҡоро ерҙең булыуын аңлата. Урта быуаттарҙа һәм Яңырыу дәүерендә төҙөлгән карталар бар, уларҙа «Белмәгән-күрмәгән Көньяҡ ер» айырым йәки Көньяҡ Көньяҡ Америка менән тоташтырыусы континент (мәҫәлән, Пири-реис картаһы) итеп һүрәтләнгән.
Европа географияһы Көньяҡ полюстағы ер тураһында тәүге дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе бөйөк географик асыштар дәүерендә ала. XV—XVI быуаттарҙа Европа диңгеҙселәре Горн мороно һәм Изге Өмөт морононан урап үткәндән һуң, Белмәгән-күрмәгән Көньяҡ ер булһа ла, уның айырым континент булыуы аңлашыла.
Көньяҡ поляр түңәрәк аша беренсе булып голландтарҙың судноһы үтә; уға Дирк Герритц командалыҡ итә. 1599 йылда Магеллан боғаҙында Герритца судноһы дауылдан һуң эскадраһын күҙҙән юғалта һәм көньяҡҡа табан китә. Көньяҡ киңлектең 64 градусына тиклем барып еткәс, бейек ер булыуын күрә[1]. 1675 йылда Ла Роше Көньяҡ Георгияны аса; 1739 йылда Буве утрауы асыла; 1772 йылда Һинд океанында Францияның диңгеҙ офицеры Ив-Жозев Керглен утрау аса, аҙаҡ был утрау уның исемен йөрөтә.
Англиянан көньяҡтағы ергә табан йөҙгән Кирглен менән бер үк ваҡытта тиерлек Көньяҡ ярымшарға табан үҙенең беренсе сәйәхәтен Джеймс Кук башлап ебәрә. 1773 йылдың ғинуарында уның «Adventure» 8`v «Resolution» исемле суднолары Көньяҡ поляр түңәрәген 37°33′ көнсығыш оҙонлоҡта киҫеп үтә. Боҙҙар араһынан бик ауырлыҡ менән үтеп, көньяҡ киңлектең бер нөктәһенән (67°15′) төньяҡҡа табан кире боролорға мәжбүр була. 1773 йылдың декабрендә Кук ҡайтанан Көньяҡ океанға табан хәрәкәтен дауам итә, 8 декабрҙә уның аша үтә һәм көньяҡ киңлектең 67°5′ параллелендә боҙҙар ҡыҫымына эләгә. Боҙҙарҙан ҡотолғас, Кук артабан көньяҡҡа табан юлын дауам итә һәм 1774 йылдың ғинуар айы аҙағында көньяҡ киңлектең Утлы Ерҙән көньяҡ-көнбайышҡа табан 71° 15′ -се нөктәһенә барып етә. Боҙҙан хасил булған үтә алмаҫлыҡ стена аша артабан юлын дауам итә алмай. Ул Антарктиканың бер нисә утрауын асһа ла, материкты тапмай. Кук беренселәрҙән булып көньяҡ поляр диңгеҙҙәргә барып етә, һәм, бер нисә урында тип-тигеҙ боҙ яланына тап булып, артабан унда үтеп булмай, тигән фекергә килә. Уның был һүҙҙәренә ышанып, көньяҡ сиккә 45 йыл буйы поляр экспедициялар ойошторолмай.
Беренсе рус антарктик экспедицияһы 1819 йылда Көньяҡ Боҙло океандың төпкөлөнә үтеп инергә маташа һәм Көньяҡ Георгияға бара.
1819 йылдың 19 февралендә Ливингстон утрауына (Көньяҡ Шетланд утрауҙары) барып еткән инглиз сауҙагәре Уильям Смит көньяҡ киңлектең 60-сы градусынан көньяҡтараҡ беренсе булып ерҙе таба һәм географик асыш яһауға өлгәшә. Ул — Антарктик килешеү системаһын ҡулланып идара ителгән хәҙерге «сәйәси Антарктика».
Ниһайәт, 1820 йылда бер юлы өс экспедиция Антарктиданы таба.
1820 йылдың 28 ғинуарында Фаддей Беллинсгаузен һәм Михаил Лазарев етәкселегендәге урыҫ антарктик экспедицияһы «Восток» һәм «Мирный» хәрби шлюптарында, хәҙерге Беллинсгаузен шельф боҙлоғо районында, боҙҙар тарафынан туҡтатыла. Беллинсгаузен үҙенең көндәлегенә түбәндәгене яҙа: «Көньяҡҡа табан юлыбыҙҙы дауам итеп, төшкөһөн көньяҡ киңлектең 69°21′28 киңлегендә, 2°14’50 оҙонлоғонда беҙ боҙҙарға тап булдыҡ. Яуып торған ҡар аша улар беҙгә ап-аҡ болоттар кеүек күренде». Лазаревтың көндәлегенән: "Үтә бейек һәм ғәйәт ҙур боҙға тап булдыҡ "[2]. Көньяҡҡа табан хәрәкәт итеп, улар бөтә ерҙә лә «боҙ материгына» тап була. Урыҫ экспедицияһы караптары Антарктиданың 110 йылдан һуң норвег киттар һунарсылары күргән һәм уны Принцесса Марта Яры тип атаған яр буйы участкаһының төньяҡ-көнсығыш ҡаяһынан 3 км алыҫлыҡҡа урынлаша[3]. 1820 йылдың 13 февралендә экспедиция боҙло материктың көньяҡ киңлектең 66 градусында ятҡан Эндерби Еренең яр буйының текә ярлауына ныҡ яҡынлай.
Беллинсгаузен, поляр түңәрәктән ситкә сығып, уның буйлап көнсығышҡа табан көнсығыш оҙонлоғоноң 19 градусына тиклем үтә, унда тағы ла уның аша үтеп, 1820 йылдың февралендә тағы ла шул уҡ киңлеккә (69°6′) барып етә. Артабан ул көнсығыш йүнәлешенең 62 градусына тиклем күтәрелә һәм юлын йөҙөп йөрөгән боҙҙарҙың сите буйлап дауам итә. Баллени утрауҙары меридианында Беллинсгаузен 64°55′ нөктәһенә барып етә, 1820 йылдың декабрендә көнбайыш киңлектең 161 градусында була, Көньяҡ поляр түңәрәкте үтеп, көньяҡ киңлектең 67°15′ нөктәһендә була, ә 1821 йылдың ғинуарында көньяҡ киңлектең 69°53′ нөктәһенә етә. 81 градус меридианында тиерлек ул Петр 1 утрауҙарының бейек ярҙарын аса, көнсығышҡа табан бер аҙ үтеп, 1821 йылдың 29 ғинуарында Көньяҡ Поляр түңәрәктең эсендә ятҡан Александр 1 Ерҙәре ярын аса. 1940 йылға тиклем Александр 1 Ерҙәре материктың бер өлөшө тип иҫәпләнә, аҙаҡ ҡына уның утрау булыуы беленә: уғата ҡалын шельф боҙ ҡатламы аҫтынан утрауҙы материктан айырып торған боғаҙ булыуы асыҡлана. Шулай итеп, Беллинсгаузен беренсе булып 60 градустан 70 градусҡа тикулемге киңлектәрҙә Антарктида тирәләй йөҙөп сыға.
30 ғинуарҙа Эдуард Брэнсфилдтың британ экспедицияһы шулай уҡ Антарктиданы күрә. Һуңынан ноябрҙә континентҡа капитан Натаниэл Палмерҙың Америка китобой карабы килә.
1821 йылдың 7 февралендә капитан Джон Дэвис етәкселегендәге киттар атыу карабы моряктары — континентҡа беренсе булып аяҡ баҫҡан кешеләр[4].
1840 йылда америкалы Чарльз Уилкс Антарктида яры буйлап 97°-158° көнсығыш оҙонлоғо секторында үтә, картаға яр һыҙығының яҡынса һыҙаттарын яһай, һуңыраҡ ул Уилкс ере тип атала. 1839—1840 йылдарҙа француз Жюль Дюмон-Дюрвиль Адель Ерен аса, ә 1841—1842 йылда инглиз Джеймс Росс Росс һәм Виктория диңгеҙҙәрен аса.
1895 йылда Карстен Борхгревинктың норвег экспедицияһы Антарктида ярына беренсе тапҡыр төшә һәм Адэр морононда беренсе ҡышлауҙы үткәрә. Уларҙың ике йорто һәм 70 эте була.[4]
Тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шунан һуң континенттың яр буйҙарын һәм уның эске өлөшөн өйрәнеү башлана. Роберт Скотт (1901—1904, 1910—1913) һәм Эрнест Шеклтон (1907—1909, 1914—1917), Норвегия антарктик экспедицияһы (1910—1912), Рауль Амундсен, Доусон Моусондың Австралия антарктика экспедицияһы (1911—1914) һәм башҡалар етәкселегендәге күп һанлы инглиз антарктика экспедициялары тикшеренеүҙәр үткәрә.
1911 йылда Руаль Амундсендың норвег экспедицияһы (унан башҡа был экспедиция составына Олаф Бьяланд, Оскар Вистинг, Хелмер Хансен һәм Сверре Хассель инә) беренсе булып Көньяҡ полюсҡа барып етә, полюс өсөн алып барылған ярышта улар алдынғы була.
1946—1947 йй. — Американың Бейек һикереү (Highjump) антарктик экспедицияһы.
XX быуат уртаһынан Антарктиданы сәнәғәт нигеҙендә өйрәнеү башлана. Континентта төрлө илдәрҙең күп һанлы даими базалары булдырыла, йыл әйләнәһенә метеорологик, гляциологик һәм геологик тикшеренеүҙәр алып барыла. Халыҡ-ара геофизика йылы сиктәрендә генә 11 дәүләт вәкилдәре 60-тан ашыу база һәм станциялар төҙөй.
Евгений Толстиков етәкселегендәге өсөнсө совет антарктик экспедицияһы 1958 йылдың 14 декабрендә Көньяҡ полюсҡа барып етә һәм унда ваҡытлыса станция төҙөй. Быға тиклем бер йыл элек Геомагнит полюсына сана-трактор походтары үткәрелә, ә бер йылдан һуң совет ғалимдары Көньяҡ полюсҡа ла барып етә.
Тәүге тапҡыр Антарктиданы (Уэделл диңгеҙенән Росс диңгеҙенә Көньяҡ полюс аша) Яңы Зеландиянан Э. Хиллари һәм инглиз В. Э. Фукс 1957—1958 йылдарҙа тягачтарҙа киҫеп үтә.
1959 йылда Антарктика тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла, ул Антарктидаға хәрби эшмәкәрлектән азат ителгән һәм фәнни эшмәкәрлеккә бағышланған территория статусын нығытыла.
1950-се һәм 1960-сы йылдарҙа совет ғалимдары А. П. Капица һәм И. А. Зотиков, халыҡ-ара геофизик йыл материалдарын анализлап, Антарктика боҙҙары аҫтында сөсө һыу күлдәре булыуын фаразлайҙар һәм боҙҙарҙы быраулау программаһын тәҡдим итәләр. Көнсығыш станцияһы аҫтында бындай күлде асыу кешелек тарихында һуңғы ҙур географик асыш тип һанала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кто открыл Антарктиду первым? Дата обращения: 18 октябрь 2018. Архивировано 18 октябрь 2018 года.
- ↑ 195 лет со дня открытия Антарктиды 2022 йыл 22 октябрь архивланған., Русское географическое общество
- ↑ Экспедиция на Антарктиду 1820 года. Историческая справка . Дата обращения: 18 ноябрь 2018. Архивировано 19 ноябрь 2018 года.
- ↑ 4,0 4,1 Неведомая Terra Australis: история исследования Антарктиды . Дата обращения: 18 октябрь 2018. Архивировано 18 октябрь 2018 года. 2018 йыл 18 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ivanov L. General Geography and History of Livingston Island. // Bulgarian Antarctic Research: A Synthesis. Eds. C. Pimpirev and N. Chipev. Sofia: St. Kliment Ohridski University Press, 2015. pp. 17-28. ISBN 978-954-07-3939-7