Эстәлеккә күсергә

Антиглобализм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҙур һигеҙ ил саммиты алдынан Эдинбургта антиглобалистарҙың ризаһыҙлыҡ күрһәтеү хәрәкәте

Антиглобали́зм — ижтимағи һәм сәйәси хәрәкәт, глобалләшеүҙең ҡайһы бер яҡтарына, атап әйткәндә глобаль трансмилли корпорациялар һәм Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (БдСО) кеүек сауҙа-хөкүмәт ойошмаларының өҫтөнлөклө хәленә ҡаршы йүнәлтелгән.

Антиглобализм хәрәкәтенең программа маҡсаттарының һәм идеологияһының анығыраҡ атамаһы — альтермондиализм. Альтермондиализм 1999 йылда Сиэтлда үткән БдСО саммиты ваҡытында донъя финанс ҡоролошона ҡаршыларҙың тәүге көслө һәм ойошҡан сығышы мәлендә барлыҡҡа килгән, тип һанала. Үҙҙәренең йыйындарын үткәрә башлағас (беренсе социаль форумдары Бразилиялағы Порту-Алегри ҡалаһында була), хәрәкәт тулыһынса формалаша[1][нужна атрибуция мнения][неавторитетный источник?].

Антиглобалистар төрлө илдәрҙә социаль форумдар, ҡаршылыҡ акциялары ойоштора.

Хәрәкәттең тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Глобалләшеү тигән төшөнсә фәнни әйләнешкә ХХ быуаттың 90-сы йылдарында инә. Глобалләшеү кешелек йәмғиәтенең бөтә яҡтарын да тиерлек солғаған. Ул төрлө кимәлдәрҙәге сәйәси институттар формалашыуына һәм сәйәси процестар барышына йоҡонто яһай. Глобалләшеү хәҙерге йәмғиәт үҫешенең контексы булып тора.

Глобалләшеү килтергән үҙгәрештәр ерлегендә ХХ быуаттың 90-сы йылдарына һәм XXI быуат башына антиглобалистик йәмәғәт берләшмәләренең әүҙемлеге көсәйҙе. Был ойошмалар халыҡтың төрлө һәм киң ҡатламдарының мәнфәғәттәрен сағылдыра. Улар милли хөкүмәттәргә һәм граждандарҙың хәл-торошона йоғонтоһо булған халыҡ-ара ойошмаларға талаптар ҡуя. Антиглобалистик хәрәкәт элгәрге йылдарҙың социаль хәрәкәттәренән айырылып тора. Уға ингән төркөмдәрҙең һәм берекмәләрҙең ойошторолошо үҙенсәлекле. Социаль хәрәкәттең тактикаһы ла башҡаса.

Антиглобалистик хәрәкәттә ҡатнашыусылар өсөн әҙме-күпме кимәлдә консолидацияланған конструктив позиция эшләү мөһим. Альтернатив социаль-иҡтисади проекттар өҫтөндә эшләү өсөн көстәрҙе берләштереүгә социаль форумдар хеҙмәт итергә тейеш, тип ҡарала. Был йәһәттән Бөтә донъя социаль форумы (БдСФ) үҙәк урынды биләй.


1994 йылда Субкоманданте Маркос етәкселеге аҫтында Чьяпас штаты (Мексика) индеецтарының ихтилалы була. Субкоманданте Маркос, планета халҡына мөрәжәғәт итеп, дүртенсе донъя һуғышы башланыры хаҡында хәбәр һала. Сапатасы милли азатлыҡ армияһы ойошторола, 2001 йылдың апрелендә Субкоманданте Маркос Мехикоға поход ойоштора.[2] Был хәрәкәткә Габриэль Гарсия Маркес, Оливер Стоун, "Монд Дипломатик"тың баш мөхәррире Игнасио Рамоне, Европарламенттың бер нисә депутаты ҡушыла.

Шуға ҡарамаҫтан, антиглобализм Францияла барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә[сығанаҡ 5546  көн күрһәтелмәгән]. 1998 йылдың июнендә бер нисә француз баҫмаһы, йәмәғәт ассоциацияһы һәм профсоюздар Финанс операцияларына һалым һалыу яҡлы граждандар ассоциацияһына, «АТТАК-Франция»ға (ATTAC — Association for the Taxation of Financial Transactions for the Aid of Citizens), берләшә. АТТАК-тың төп талабы «Тобин һалымын» (1972 йылда Нобель премияһы лауреаты Джеймс Тобин тәҡдим иткән һалым) индереү була. Уның асылы: бөтә финанс операцияларының 0,1%-ы өсөнсөл донъя илдәрендә фәҡирлек менән көрәшкә һәм уларҙың иҡтисадын күтәреүгә йүнәлтелһен.

1998 йылдың декабрендә «АТТАК-Франция» әүҙемселәре Парижда халыҡ-ара осрашыу үткәрә, унда «Ерһеҙҙәр хәрәкәте» (Бразилия), «Халыҡ-ара теләктәшлек сәйәси һәм мәғлүмәт үҙәге» (Көньяҡ Корея), «Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте» (Канада), « Karnathaka крәҫтиәндәр ойошмаһы фермерҙары» (Һиндостан), «Халыҡ-ара альтернативалар форумы» (Бельгия) делегацияларын саҡыра.

Лозаннала антиглобалистик граффити: Бөтә донъя иҡтисад эмблема форумының (WEF) эмблемаһы һыҙылған һәм «Үҫеш — это безумие!»

АҠШ-та антиглобализм 1999 йылдың декабрендә «Сиэтлдағы алыш» менән башлана. Киң ҡаршылыҡ акцияһы Сиэтл ҡалаһында БдСО конференцияһына бәйле була һәм иҡтисади глобалләшеү сәйәсәтенә ҡаршы йүнәлтелә. Был акция Франция, Германия, Канада һ.б. илдәрҙә демонстрациялар үтеүгә сәбәпсе була. Ошо ваҡыттан башлап бөтә донъяла антиглобалистик хәрәкәттәр һәм ойошмалар формалаша башлай.

Һуңғараҡ «антиглобалистар» рәттәренә түбәндәгеләр ҡушыла: марксистар, пацифистар, хайуандарҙы яҡлаусылар, анахистар, «йәшелдәр», изоляционистар, ЛГБТ хәрәкәте вәкилдәре, профсоюз ойошмалары, ҡыҫырыҡланыусы диндәрҙе яҡлаусылар, йәштәр, экологик, студенттар һәм һуғышҡа ҡаршы хәрәкәттәр вәкилдәре, кеше хоҡуғы өсөн көрәшселәр, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусылар, милләтселәр, аборттарға ҡаршылар, эшһеҙҙәр, хиппи студенттар. 2003 йылда донъяла 2500 антиглобалистик ойошма иҫәпләнә.

Антиглобалистик хәрәкәттә төрлөлөк арҡаһында эске ҡаршылыҡтар һәм конфликттар булып тора[3].

Мөһим даталар:

  • 1999 й. июне — Кёльнда антиглобалистарҙың беренсе манифестацияһы үтә.
  • 2000 й. — антиглобалистарҙың IndyMedia мәғлүмәт селтәре ойошторола.
  • 2001 й. — Генуя — «Ҙур һигеҙ» лидерҙары осрашыуына ҡамасауларға тип 200 000 антиглобалист килә. Уларҙың хоҡуҡ һаҡлау көстәре менән бәрелешендә анархист Карло Джулиани менән бер полицейский һәләк була, ике яҡтан да бөтәһе 300-ләп кеше яралана.
  • 2001 й. ғинуары — Бразилияның Порту-Алегри ҡалаһында Бөтә донъя социаль форумы үтә. Унда донъяның 122 иленән 11 мең делегат килә.
  • 2006 йылдың ғинуар аҙағы — Каракас ҡалаһында Бөтә донъя социаль форумы.

Антиглобалистик ойошмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үрҙә аталған АТТАК-тан тыш, тағы ошондай ойошмалар бар:

  • «Глобаль эш итеү».
  • «Блэк Блок» («Black Bloc»).
  • «Өсөнсө позиция» («The Third Position»).
  • «Ya Basta».
  • «Хактивист».
  • Радикаль экологтар (лидерҙары Ральф Найдер һәм теоретик Мюррей Букчин).

Антиглобализмдың төрлө идеологик парадигмалары бар[4]:

  • Киң таралған идея (заговор теорияһы менән оҡшаш булғанға вульгар тип йөрөтөлә) — АҠШ үҙенә буйһонған ойошмалар (Бөтә донъя банкы, БдСО, БдВФ һ.б.) ярҙамында үҫеүсе дәүләттәрҙе бойондороҡлоҡҡа төшөрә һәм уларҙың ресурстарын үҙ мәнфәғәттәрендә файҙалана.
  • Глобализация — объектив процесс, ләкин уның ҡаҙаныштары менән тик Көнбайыштың бай илдәре генә файҙалана ала, ә фәҡир илдәр тик зыян ғына күрә, тигән концепция бар.
  • Өсөнсө идеяның асылы шунан ғибәрәт: глобализация процесы — объектив процесс һәм уның һөҙөмтәләре менән бөтәһе лә файҙалана ала, тик төрлө кимәлдә: байҙар — күберәк, ярлылар — әҙерәк, шуның өсөн байҙар ярлылар менән уртаҡлашырға тейеш.

Антиглобалистарҙың төп тезисы — глобалләшеүҙең хәҙерге моделе донъя капиталы тарафынан барлыҡҡа килтерелгән һәм түбәндәге эҙемтәләргә килтерә:

  • Килемдәр, ҡулланыу кимәле, һаулыҡ, белем алыу йәһәтенән «алтын миллиард» һәм «өсөнсөл донъя» илдәре араһында айырманың үҫә барыуы.
  • Трансмилли корпорацияларҙың түбән квалификациялы эшселәре өсөн түҙеп торғоһоҙ шарттар.[5]
  • Урта ҡул мәҙәниәттең өҫтөнлөк алыуы, ирекле ижадтың баҫылыуы, «аҡылдың стандартлашыуы»
  • Тәбиғәткә ҡулланыусылыҡ һәм йыртҡыстарса мөнәсәбәт, экологик проблемаларҙы урап үтергә тырышыу, бысраҡ производстволарҙы «өсөнсөл донъя» илдәренә сығарыу
  • Капиталдың бөтә донъяны баҫып алыуы, «алтын миллиард»ҡа инмәгән илдәрҙе алдынғы илдәрҙең сеймал ҡушымтаһына әйләндереү маҡсатында неолиберализм идеологияһының хакимлығы.

Глобалләшеүҙең был моделенә глобаль социаль ижад, глобаль проблемаларҙы бергәләп сисеү, интернационалләшеү, бөтә донъяла «селтәр структуралары» моделе ҡаршы ҡуйыла.

Ләкин антиглобализм идеологиялы бер сәйәси партия ла юҡ.

Антиглобалистар хәрәкәтен либерализм яҡлылар ҙа, традиционыраҡ анархистар һәм марксистар араһынан капитализмға ҡаршылар ҙа тәнҡитләй[6].

Либерализм яҡлылар глобалләшеүҙе объектив процесс тип һанай[7], шуға антиглобализмда цивилизация үҫешен туҡтатырға тырышыусы реакцион утопизмды күрә. Уларҙың позитив программаһы юҡлығын, антиглобалистик хәрәкәттәрҙең көс ҡулланыу һәм тәртипһеҙлектәр менән оҙатылыуын да оҡшатмайҙар.[8]

Бынан тыш, хәрәкәт яҡлыларҙы экстремизмда ғәйепләйҙәр. Атап әйткәндә, Наоми Кляйндың аҙыҡ-түлекте тартып алып бөтәһенә бүлергә, электр селтәрҙәренә рөхсәтһеҙ тоташырға, эшкәртелмәй ятҡн ерҙәрҙе тартып алырға саҡырыуы быға нигеҙ булып тора.[6]

Социалистар һәм анархистар иһә, антиглобализм идея яғынан ныҡлап эшләнмәгән, шунлыҡтан әлеге сәйәси һәм иҡтисади системаға ҡаршы торорлоҡ көс була алмай, ти.[9] Бынан тыш, антиглобалистик хәрәкәт лидерҙары һатылған, атап әйткәндә Парижда Европа социаль форумын ойошторған АТТАК һәм башҡа ойошмалар етәкселәре француз властарынан аҡсалата ярҙам алған, тигән хәбәрҙәр ишетелә[6].

Антиглобализм һәм альтерглобализм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антиглобализмды ҡайһы берҙә альтерглобализм, йәғни альтернатив неолибераль глобалләшеү, менән бутайҙар[10]. Стратегик маҡсаттарында айырмалыҡтар булыуға ҡарамаҫтан (антиглобалистар — изоляционизм һәм консерватив ҡараштарҙа, альтерглобалистар милли сиктәрҙе юйыуҙы күҙҙә тотҡан классик һул платформала тора), көндәлек сәйәси тормошта улар бергә сығыш яһай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр альтерглобализмды антиглобалистик хәрәкәттең бер өлөшө итеп күрә[11].

  1. Десятерик Д. Альтермондиализм. 2012 йыл 16 май архивланған. Энциклопедия «Альтернативная культура». — Екатеринбург: Ультра. Культура, 2005
  2. http://www.globalanti.rami.ru/reports.php?cat_id=30&doc_id=456 2008 йыл 13 февраль архивланған.
  3. Антиглобализм — новая тема споров антифашистов 2008 йыл 11 сентябрь архивланған.
  4. Шишков Ю. В. ГЛОБАЛИЗАЦИЯ И АНТИГЛОБАЛИЗМ В СОВРЕМЕННОМ МИРЕ. Россия в окружающем мире - глобализация и антиглобализм. Международный независимый эколого-политологический университет (2003). Дата обращения: 2013-5-21. Архивировано 23 май 2013 года.
  5. PICA — Apparel Workers in the U.S. and Overseas 2006 йыл 10 сентябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 АНТИГЛОБАЛИСТСКОЕ ДВИЖЕНИЕ
  7. Мифы политиков и реализм экономиста 2009 йыл 6 февраль архивланған.
  8. «Глобализация — процесс положительный, но не на сто процентов»
  9. «Движение антиглобалистов» и идеология глобализации
  10. Бузгалин А.
  11. Антиглобалистское движение в странах Европейского Союза на примере Франции, Великобритании и Германии. alleuropa.ru. Дата обращения: 2013-5-25. Архивировано 26 май 2013 года. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.