Антонов Яков Иванович
Антонов Яков Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 11 (24) ғинуар 1908 |
Тыуған урыны | Малахово[d], Лужский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 август 1942 (34 йәш) |
Һөнәр төрө | офицер |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы[1] |
Хәрби звание | Майор һәм өлкән лейтенант[d] |
Командалыҡ иткән | 84-й "А" истребительный авиационный полк[d] |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | пропал без вести в ходе операции[d] |
Антонов Яков Иванович Викимилектә |
Антонов Яков Иванович (24 ғинуар 1908 йыл — 25 август 1942 йыл) — совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған лётчик-истребитель, Советтар Союзы Геройы (1940).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яков Ива́нович Анто́нов 1908 йылдың 24 ғинуарында хәҙерге Новгород өлкәһе Солецкий районының Малахово ауылында тыуған. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша, 1940 йылдың 21 мартында уға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 84-се «А» истребителдәр авиаполкы командиры вазифаһын башҡара. 1942 йылдың 25 авгусында Моздок янындағы немец аэродромына һөжүм Антоновтың самолёты бәреп төшөрөлә, һәм, совет документтарынан күренеүенсә, летчик һәләк була.
Әммә һуғыштан һуң немец әсирлегенә төшкән совет лётчиков Ивановтың фотолары баҫыла. Бер фараз буйынса, уны 77-се немец истребитель эскадраһы (JG 77) командиры майор Гордон Голлоб бәреп төшөрә. Бер саба Парашютта һикереп ҡотолған Антонов әсирлеккә эләгә. Бер мәғлүмәт буйынса, Моздок эргәһендәге хәрби әсирҙәр лагерына оҙатыла, унан ҡасҡан, икенсе мәғлүмәт буйынса — лагерға оҙатылғанға тиклем ҡасҡан Уның артабанғы яҙмышы тураһында рәсми мәғлүмәттәр юҡ. 1942 йылдың 25 авгусында рәсми рәүештә һәләк булған тип иҫәпләнә
Икенсе немец асы Гюнтер Ралль "Минең осоу китабы"нда (үҙе генә еңгән кеүек тип) түбәндәге ваҡиғаларҙа тасуирлай:
«1942 йылдың 21 сентябрендә осош ваҡытында миңә уңыш йылмайҙы, икенсе — бишенсе ярты сәғәт тирәһендә беҙҙең аэродромдан йыраҡ түгел, мин МиГ-3 үк беҙҙең аэродромдан алыҫ түгел. Унда парашют менән һикереп ҡотолоп алмай һәм пилот. Унтер-офицер була бара ул минең урыным шунда уҡ машинаны һыу штаффель приземление, уны баҫыу өсөн. Береһе ҙур тормошта подсолнуховый урыҫ яланы, был урында күп була. Тиҙ арала уны уратып алған булды, әммә ул беҙҙең пистолеттан атыу буйынса бөтә патрондың үҙен генә ала алмай ул, бәхеткә күрә, бер кем дә зыян причинный. Һуң, шул тиклем уның маңлайына яраһын эшкәртер өсөн субай, ул уны ала, выпрыгивать бер самолет, уның миңә килтерә. Мин ҡушылдығы радиомашина тапҡыр булараҡ, пилоттар һөйләшеү тыңланыла.
Рус, беҙҙең күпселегебеҙ кеүек, бигерәк йәш — ул егерменән саҡ ҡына өлкән. Киҫелгән яраларына ике ҙур компресс ҡаплаған маңлайын асыр өсөн, ул үҙенең һары сәстәрен артҡа һыпырҙы. Аҡыллы ҡуңыр күҙҙәрендә ғорурлыҡ һәм төңөлөү тиң дәрәжәлә сағыла. Ирендәрендә еңелсә йылмайыу уйнай. Уның күкрәген өс орден биҙәй, шуларҙан миңә береһе генә билдәле — „Советтар Союзы Геройы“ тип атала ул.
Бына ысынында ниндәйҙәр икән — пропаганда беҙгә еткергән монгол дала урҙалары вәкилдәре, кешелекле мөнәсәбәттән мәхрүм булырға тейешле етлекмәгән кешеләр! Беҙҙең алдыбыҙҙа Яугир, шунда уҡ үҙе Яугир булған һәр кемдең ихтирамын уята ул. Ҡайсаҡ үҙеңдең эргәңдә йәшәгән кешеләргә ҡарағанда, һиңә дошманың күпкә яҡыныраҡ тойола, тигән саркастик уй килде башыма.
Капитан Антонов ҡурҡа. Тәҡдим ителгән сигаретты ул тейелмәгән көйө ситкәрәк һалды, әммә мин тоҡандырғандан һуң, бер ни тиклем иркенәйҙе. Мин уның күҙ алдында ҡойоп эскәнгә тиклем, беҙҙең таҙа бензин канистраһынан ағыҙған һалҡын һәм таҙа сәйгә лә шикләнеп ҡараны.
Беҙ бер тәржемәсе фельдфебель табып, уның ярҙамында һауа һуғышы, ғөмүмән һуғыш тураһында һөйләштек. Минең дошманым үҙен бынамын тигән дәрәжәле тота. Ул тамсы ла ҡуштанланмай һәм ышаныс яҡларға ынтылмай. Уның һүҙҙәренән, Хәрби Һауа Көстәрендә сәйәси офицерҙар Ҡыҙыл Армиялағы кеүек һөйләйҙәр, тигәнде аңлап була. Пропаганда нәфрәт тыуҙыра, нәфрәт ҡанһыҙлыҡҡа алып килә, яуызлыҡ яңы пропаганда тыуҙыра. Йомоҡ шайтан түңәрәге.
Совет лётчигы, уны ебәреү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, беҙҙә тағы бер нисә көнгә ҡалды. Беҙҙә уны бикләп тотоу теләге лә, мөмкинлеге лә юҡ. Беҙҙең штаффель, үҙ яуаплылығына алып, уны башҡа лётчиктар кеүек ашатты, уға Солдатская ауылы янындағы аэродром буйлап даими күҙәтеүһеҙ-ниһеҙ йөрөү мөмкинлеге бирҙе. Төрлө тыйыуҙарға ҡарамай, беҙҙең уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуыбыҙҙы аңлаптыр, ҡасырға уйламай ҙа, сөнки ҡасып китә ҡалһа, беҙҙе ни тиклем күңелһеҙ хәлдә ҡалдырасағын аңлай. Һуңыраҡ, беҙ уны яралаларҙы лазаретҡа илтеүсе Ju-52 менән оҙаттыҡ. Һәм шунда ул уңайлы осраҡ менән файҙаланған. Нисек икәнен беҙ төгәл белмәйбеҙ. Әммә капитан Антонов тәғәйенләнгән урынына барып етмәгән. Дөрөҫөрәге, ул Jи-52 алып киткән яралыларҙың шинелен кейеп эҙ юғалтҡан һәм ҡаса алғандыр. Рәсми урыҫ сығанаҡтарынан Антоновтың, һуғышты үткәреп, тере ҡалғанлығын беләм.»
Китап авторы Гюнтер Ралль, ниндәйҙер "рәсми рус сығанаҡтары"на һылтанһа ла, әлегә тиклем Антоновтың һуғыштан һуңғы яҙмышы тураһында бер нәмә лә билдәле түгел. Раллдең әсирлеккә алынған лётчикты «үтә ныҡ йәш» тип атауы ышанмаусанлыҡ тыуҙыра. Әсирлеккә эләккәндә, Яков Антоновҡа 34 йәш була, һәм ул Раллдең үҙенән 10 йәшкә өлкән була. Бынан тыш, бәреп төшөрөлгән самолёт тибы тура килмәй: Антонов И-153-тә осҡан, ә Ралль бәреп төшөрөлгән МиГ-3 тураһында һөйләй. Һуғыштың датаһы ла, хатта айы ла тура килмәй. Шулай уҡ лётчиктың званиеһы ла тура килмәй, Ралль уны «капитан Антонов» тип атай, ә Яков Иванович майор званиеһына эйә, фотографияла 2 майор «шпалы» асыҡ күренә.
Моздок лагерынан һуң Антонов Мариуполь лагерына барып эләккән, һәм Миуста урынлашҡан Көньяҡ фронты 56-сы армияһы разведка бүлегенең оператив буйһоноуында торған Ҡара диңгеҙ флоты разведка бүлеге менән бәйле мариуполь подпольщиктары Яков Ивановичты азат иткән тигән фараз бар.
Шул уҡ мәғлүмәттәр буйынса, Антонов Я. И. лагерҙан ҡасҡандан һуң, табип Б. Т. Гнилицкийҙың йәшерен төркөмө эшләгән больница санитаркаһы Кузенкова Матрена Дмитриевна йортонда йәшеренеп йәшәй. Артабан Я. И. Антонов Ейск ҡалаһына оҙатыла, унан һуң тағы мәғлүмәт юҡ.
Шулай уҡ Антонов Я. И. фронт һыҙығын үткән саҡта һәләк булғандыр ҙа Мариуполь ҡалаһының немец зыяратында ерләнгәндер тигән фараз бар. 2017 йылда Театр скверын реконструкциялау барышында немец һәм румын һалдат ҡәберҙәре араһында билдәһеҙ совет һалдатының мәйете табыла, һәм был Я. И. Антонов булыуы мөмкин, тип фаразларға була[2][3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.podvignaroda.ru/?#id=150000603&tab=navDetailDocument
- ↑ Версия: На немецком кладбище мог быть захоронен летчик - герой Советского союза . Дата обращения: 1 июль 2020.
- ↑ В Мариуполе перезахоронили останки советского воина, найденные на немецком кладбище (ФОТО, ВИДЕО) . Дата обращения: 1 июль 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пшеняник Г. Долетим до Одера. — М.: Воениздат, 1985. — С. 172.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонов Яков Иванович . «Герои страны» сайты.
- Антонов Яков Иванович
- Фото Я. И. Антонова в плену
- 24 ғинуарҙа тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербург губернаһында тыуғандар
- 25 августа вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Совет әсирҙәре
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар