Антропология милли музейы (Мексика)
Антропология милли музейы (исп. Museo Nacional de Antropología) — Мексиканың әһәмиәтле дәүләт музейы, илдең баш ҡалаһы Мехиколағы Чапультепек паркында урынлашҡан. Музейға Колумбҡа тиклемге осорҙоң Мексика территорияһында табылған уникаль археологик һәм антропологик экспонаттары ҡуйылған.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пасео-де-ла-Реформа проспекты яғынан килгән кешеләрҙе теотиуакан монолиты ҡаршы ала, ул ямғыр илаһы Тлалокты кәүҙәләндерә. Музей бинаһын 1963 йылда архитектор Педро Рамирес Васкес проектлаған, был эштә Хорхе Кампусано һәм Рафаэль Михарес та ҡатнашҡан. Бина 23 күргәҙмә залынан торған мөһабәт ҡоролма булып тора, был залдар быуа һәм данлыҡлы «сатыр» — яһалма шарлауыҡлы бетон колонна ҡуйылған эске ихатаны урата. Бина тирәләй баҡсалар урынлашҡан, уларҙа ла күргәҙмәләр ойошторола.
Музей 8 гектар самаһы ерҙе биләй, шул иҫәптән 44 мең м² ерҙә япмалы ҡоролмалар, 35,7 мең м² асыҡ зоналар, шул иҫәптән асыҡ ихата урынлашҡан. Музейҙа мезоамерика сәнғәте, башлыса, боронғо Мексиканың майялар, ацтектар, ольмектар, тольтектар, сапотектар, миштектар һәм башҡа халыҡтарының сәнғәт өлгөләре тупланған, икенсе ҡатында хәҙерге Мексика халыҡтарына бағышланған этнографик экспозиция урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат аҙағында Мексика властары бойороғо менән Лоренцо Ботурини тупланмаһының бер өлөшө Мексика Король католик университетына тапшырыла. Йәнә Коатликуэ һәм Ҡояш Ташы (ацтек календары ла тип атала) скульптуралары шунда уҡ урынлаштырыла. Был ваҡиға Мексикала музей традицияһына башланғыс һала. 1790 йылдың 25 авгусында илдә беренсе Тәбиғи тарих музейы асыла.
XIX быуатта Мексикала ғалимдар Александр фон Гумбольдт һәм Эме Бонплан була, улар Колумбҡа тиклемге осор ҡомартҡыларының тарихи һәм художество ҡиммәтен юғары аһалай, шунан һуң тарихсы Лукас Аламан тәҡдиме менән республика президенты Гвадалупе Виктория Милли музей ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуя.
1906 йылға коллекция шул тиклем ҙурая, шунлыҡтан уны бүлеп, тәбиғәт фәндәре буйынса экспонаттарҙы айырым бинаға күсерергә ҡарар ителә.
Шулай итеп, 1910 йылдың 9 сентябрендә президент Порфирио Диас ҡатнашлығында музей икенсе тапҡыр асыла. Хәҙер инде ул Археология милли музейы тип атала. 1924 йылға музей коллекцияһы 52 мең предметтан тора, унда 250 меңдән ашыу кеше килә, музей донъяның иң абруйлы һәм ҡыҙыҡлы музейҙары иҫәбенә инә.
1940 йылдың 13 декабрендә музей Чапультепек һарайына күсә һәм шунда әлеге атамаһын ала: Антропология милли музейы.
Музейҙың хәҙерге бинаһы 1963 йылда Чапультепек паркында төҙөлә башлай һәм 19 ай дауам итә. 1964 йылдың 17 сентябрендә президент Адольфо Лопес ҡатнашлығында тантаналы асыла.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фотоһүрәттәр экспозицияға ярашлы урынлашҡан. Зал исемендәре йәйә эсендә күрһәтелә.
-
Теотиуаканда ҡанатлы йылан ҡорамын тергеҙеү
-
Миктлантекутли дискы
-
Чальчиутликуэ статуяһы
-
Какаштла
-
Теночтитландың ҙур моделдәре
-
Оцелотль-куаушикалли
-
Изге һуғыш Теокаллийы
-
Шиукоатль статуяһы
-
Ацтек алиһәһе Коатликуэ статуяһы
-
Ҡояш Ташы, ацтек календары булараҡ билдәле
-
Шочипилли статуяһы
-
Фирүзә ҡапланған баш һөйәге
-
Бурбон кодексы репликаһы
-
Монтесум II-нең баш кейемендәге ҡанат
-
Тонин рельефы
-
Ҡашаға 26, Яшчилана
-
Хайна утрауҙары керамикаһы
-
Паленке өлгөһө кәшәнәһен тергеҙеү, К’инич Ханааб Пакаль
-
К’инич Ханааб Пакаль диңгеҙ битлеге
-
Майя фриз
-
Чак битлеге
-
Сапотек Илаһи ярғанат битлеге
-
Монте-Альбандан 105-се гравюраның репродукцияһы
-
Миштек керамикаһы
-
Яньхуйтан ҡалҡаны
-
Ҙур ольмек башы
-
Ольмек көрәшсеһе
-
Тустла статуэтка
-
Миктлантекутли скульптураһы репродукцияһы
-
Малиналтепек битлеге
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1]/Британника энциклопедияһы
- Национальный музей антропологии: тематик медиа-файлдар
- Сайт национального музея антропологии (исп.)
- Национальный институт антропологии и истории INAH (исп.)
- Коллекция фотографий музейных экспонатов, расположенная по залам 2012 йыл 22 ноябрь архивланған. (англ.)
- Список музеев Мехико (исп.)