Эстәлеккә күсергә

Луи Армстронг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Армстронг, Луи битенән йүнәлтелде)
Луи Армстронг
Louis Armstrong
Төп мәғлүмәт
Исеме

ингл. Louis Daniel Armstrong

Тулы исеме

Луи Дэниел Армстронг

Тыуған

4 август 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Яңы Орлеан, Луизиана, АҠШ

Үлгән

6 июль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (69 йәш)

Үлгән урыны

Куинс, Нью-Йорк, АҠШ

Ил

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәрҙәре

музыкант

Әүҙем йылдары

1914—1971

Инструменттар

Торба

Жанрҙар

джаз

Псевдонимдар

Satchmo, Pops

Автограф
Автограф
Louisarmstronghouse.org
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Луи́ А́рмстронг (ингл. Louis Daniel «Satchmo» Armstrong; 4 август 1901 йыл — 6 июль 1971 йыл) — Американың джаз музыканты, торбасы, вокалист һәм ансамблдең лидеры һәм етәксеһе. «Грэмми» премияһы даны залына индерелгән. Дюк Эллингтон, Чарли Паркер, Майлз Дэвис һәм Джон Колтрейн менән берлектә джазды үҫтереүгә һәм уны бар донъяла популярлаштырыуға һиҙелерлек йоғонто яһай[1].

Армстронг бихисап наградалар, шул иҫәптән «Грэмми» (1965) премияһын ала, шулай уҡ вафатынан һуң 1972 йылда «Grammy Lifetime Achievement Award» премияһы конкурсында еңә, һәм 2017 йылда уның исеме Ритм-энд-блюздың Милли дан залына индерелә[2].

Бихисап джаз-бестселлерҙарҙы, шул иҫәптән «What a Wonderful World һәм «Let My People Go» һәм башҡа йырҙарҙы оҫта башҡарыусы булараҡ таныла. Ә 1999 йылда Армстронг башҡарыуында яңғыраған «What a Wonderful World йыры XX быуаттың иң яҡшы йыры булараҡ «Грэмми» премияһының Дан залына индерелә[3]).

Армстронг Эрик Линдстем (һулда) һәм Осси Аалто (уртала) менән. Хельсинки, 1949 йыл
Армстронг эшләпә һайлай, яҡынса 1955 йыл

Луи Яңы Орлеандың бик ярлы районында тыуған. Малай бала саҡтан ҡарауһыҙ үҫә: атаһы ғаиләһен ташлап киткәндә ул сабый ғына була. Әсәһе фәхишәлек менән аҡса эшләй. Луины һәм уның һеңлеһен Джозефина исемле өләсәһенә тәрбиәгә бирәләр. Бер аҙ ваҡыттан әсәһе Луины үҙенә ала, әммә балаға иғтибар етмәй. Армстронг бала саҡтан күмер ташыу, гәзит һатыу менән булыша.

Ете йәшендә ул күмер менән сауҙа иткән йәһүдтәр ғаиләһендә өй эштәрендә ярҙам итә башлай. Карнофскиҙар бынан алда ғына Америкаға Литванан күсеп килгән була. Тора-бара малай уларҙа йоҡларға ҡала башлай һәм ысынында был ғаиләлә уны үҙ балалары һымаҡ тәрбиәләйҙәр[4]. Ошо ғаиләлә йәшәгәнгә күрә ул иркен рәүештә идиш телендә һөйләшә һәм ғүмеренең аҙағынаса Дауыт йондоҙо менән кулонды муйынында тағып йөрөй. Карнофскиҙар Сторивиллиҙа йәшәйҙәр, ә был район бик үҙенсәлекле була: барҙар, танцзалдар һәм фәхишәләр йорттары етерлек була бында. Нәҡ Карнофскиҙар һуңғараҡАармстронгка корнет һатып алыу өсөн аҡса бирәләр, был уның тәүге музыкаль ҡоралы[4][5].

Армстронг бик ҙур булмаған урам вокаль ансамблендә йырлай башлай, барабандарҙа һуға һәм бер нисә йыл эсендә музыкаль һәләтен нығытып өлгөрә. Тәүге музыкаль белемде «Уэйф’с Хоум» холоҡ-төҙәтеү лагерь-интернатында ала, унда ул осраҡлы рәүештә эләгә: малайҙарса ғына шаярыуы арҡаһында — ул әсәһенә килгән бер полицмендың пистолетын урлай һәм Яңы йыл байрамында урамда ошо ҡоралдан атыу ойоштора. Лагерҙа ул тынлы оркестрға ылығып китә, тамбуринда, альтгорнда уйнарға өйрәнә, һуңынан корнетты ла үҙләштерә. Оркестр ул заманда ғәҙәти булған репертуар башҡара — марштар, полькалар һәм популяр көйҙәр. Срогының аҙағына Луи ныҡлап музыкант булырға ҡарар итә. Иреккә сыҡҡас, ул клубтарҙа үтескә алған ҡоралдарҙа уйнап йөрөй. Уны үҙ хәмтәрлеге аҫтына Кинг Оливер ала, ул ваҡытта ҡалала уны иң яҡшы кларнетсы тип беләләр һәм Армстронг та уны үҙенең уҡытыусыһы тип һанай. 1918 йылда Оливер Чикаго киткәндән һуң Армстронгты тромбонсы Кид Ори үҙ ансамбленә саҡыра. Луи ваҡыты-ваҡыты менән «Tuxedo Brass Band» ансамблендә сығыш яһай башлай, бында бик билдәле музыканттар уйнай: Пол Домингес, Затти Синглтон, Альберт Неколз, Барни Бигард һәм Луис Рассел. Тыуған ҡалаһында джаз парадтарҙа ҡатнаша һәм Фэтса Мэрейблдың «Jazz-E-Sazz Band» бэндында уйнай, был коллектив менән йәйге сезонда Миссисипи буйлап йөрөгән пароходтарҙа сығыш яһай. Мерейбл Армстронгты нота грамотаһына өйрәткәндән һуң, ул квалификациялы музыкант булып китә. Музыканттар араһында Армстронгка Сатчмо —Satchel Mouth («рот-меха») ҡушаматы йәбешә.

1922 йылда Оливерға икенсе корнетсы кәрәк була һәм ул Армстронгты Чикагоға саҡыра, Армстронг «Линкольн Гарденс» ресторанында Оливерҙың «Creole Jazz Band» оркестрында уйнай башлай. Ул заманда әлеге бэнд Чикагола иң популяр джаз оркестры була, Армстронг бында үҙенең буласаҡ карьераһы өсөн бик күп нәмәгә өйрәнә. Нәҡ ошонда Армстронг үҙенең тәүге аудиояҙмаларын эшләй. 1924 йылда ул икенсе тапҡыр өйләнә (беренсе ҡатыны Яңы Орлендан Дэйзи Паркер исемле креол сығышлы бер фәхишә була), икенсе ҡатыны ансамбль пианисы Лил Хардин, уның тәҡдиме буйынса Армстронг үҙаллы карьераһын башлай. Армстронгтар Нью-Йоркка күсеп китәләр, унда Луи Флетчер Хендерсон оркестрына эшкә төшә. Ошо оркестрҙа уға билдәлелек килә, уның үҙ тамашасыһы барлыҡҡа килә, йыш ҡына улар шәхсән Армстронгдың «ҡыҙыу» сололарын тыңлап кинәнергә килә. Был ваҡытҡа инде Армстронгтың үҙ башҡарыу стиле — сағыу импровизацияһы аныҡлана.

Был осорҙа Армстронг пианист Кларенс Уильямстың «Blu Five» ансамбленең яҙмаларында ҡатнаша һәм күп кенә блюз һәм джаз вокалистары (Ма Рэйни, Трикси Смит, Клара Смит, Бесси Смит, Альберта Хантер, Мэгги Джонс, Ева Тэйлор, Вирджиния Листон, Маргарет Джонсон, Сипи Уоллес, Перри Брэдфорд) менән төрлө ансамблдәрҙә бергә сығыш яһай.

1925 йылда Флетчер Хендерсонда ангажемент срогы тамамланғас, Луи Армстронг Чикагоға әйләнеп ҡайта һәм унда бик күп һәм уңышлы эшләй. Эрскин Тэйтта театраль шоу-бэндта уйнай, унда уның актерлыҡ лә һәләте асыла. Ошо ваҡытта үҙенең иң яҡшы студия составы(«Hot Five») менән тарихи яһмаларын эшләй. Ул осорҙағы тромбонсы Кид Ори, кларнетсы Джонни Доддс, банджолала уйнаған Джонни Сент-Сира һәм пианист Лил Хардин ҡатнашлығында яҙҙырған яҙмалар джаз классикаһына ингән. 1926 йылда Луи Кэрролл Диккерсон оркестрының солисы булып китә, ә етәксеһе киткәс, үҙенең шәхси «Louis Armstrong And His Stompers» оркестры менән етәкселек итә. Оркестр Бойд Аткинс, Джо Диксон, Эл Вашингтон, Эрл Хайнс, Рип Бассет, Пит Бриггс, Табби Холл инәләр. 1927 йылда "Hot Five"студия квинтетына Пит Бриггс һәм Бэби Доддс (Джонниның ағаһы) ҡушылалар, шулай итеп. Яңы студия составы барлыҡҡа килә- «Hot Seven», бында ла бер нисә сағыу яҙмалар эшләнә. Ошо осорҙа Армстронг корнеттан баш тарта, тулыһынса торбаға күсә. Ул пианист Эрл Хайнс менән дуэтта уйнай, "скэт"манераһында йырлай башлай (тәүге тапҡыр «Heebie Jeebies» пьесаһын яҙғанда) һәм тамашасылар уның был алымын бик оҡшата.

1929 йылда Луи Армстронг бөтөнләй Нью-Йоркка күсә. Биг-бэндтар дәүере башлана, һәм ул бейеү свит-музыкаһына (sweet music) өҫтөнлөк бирә. Армстронг был музыкаль стилгә үҙенең ҡабатланмаҫ, хот-джазға хас булған, манераһын өҫтәй һәм бик тиҙ арала милли масштабтағы йондоҙға әүерелә.

Армстронг портреты
1953 йыл
Армстронг ҡәбере

1930-сы йылдарҙа Луи Армстронг бик күп сығыш яһай, башта билдәле биг-бэндтар Луиа Расселл һәм Дюк Эллингтон менән, һуңынан Калифорнияла — Леон Элкинс һәм Лес Хайт оркестры менән, Голливудта кинола төшә. 1931 йылда биг-бэнд менә Яңы Орленда була, Нью-Йоркка әйләнеп ҡайтҡас, Гарлемда һәм Бродвейҙа уйнай. Европаға һәм Төньяҡ Африкаға бер нисә турнеһы уға бик ҙур билдәлелек алып килә. 1933 йылдан ул Англияла, Скандинавияла, Францияла. Голландияла сығыш яһай. Элек ул негрҙар араһында ғына популяр булһа, хәҙер ул сит илдәрҙә лә таныла. Гастролдәр араһында ул Чарли Гейнз, Чик Уэбб, Кид Ори оркестрҙары, «Mills Brothers» вокаль квартеты, театраль постановкаларында һәм радиотапшырыуҙарҙа сығыштар яһай, кинофильмдарҙа төшә.

1933 йылда ул ҡабаттан джаз-бэнд менән етәкселек итә башлай. 1935 йылдан алып Армстронгтың бөтә эштәрен үҙ контроле аҫтына уның яңы менелжеры Джо Глейзер ала, ул үҙенең эшендә профессионал була. 1936 йылда Нью-Йоркта Армстронгтың автобиографик китабы («Swing That Music») сыға. Бынан һуң уның һаулығы ҡаҡшай башлай. Ул бер нисә операция үткәрә. Операциялар уның профессиональ эшенә бәйле була. Шулай уҡ ул тауыш тарамыштарына операция эшләй, был операция һөҙөмтәһендә ул үҙенең ҡарлыҡҡан тембрынан ҡотолорға уйлай, ул һуңынан ғына ошо тембр уның төп үҙенсәлеге булыуын аңлай.

1938 йылда Луи Армстронг дүртенсе бейеүсе Люсиль Уилсон менән никахлаша һәм уның менән ғүмеренең аҙағынаса йәшәй. Билдәле музыкант ғүмер буйы үҙенең «йәһүд ата-әсәһе» тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай, Дауыт йондоҙо менән айырылмай, идиш телендә үҙ-ара аңлашырлыҡ рәүештә һөйләшә белә, һөйөклө Карнофскиҙар тураһында китап яҙа, Мысырҙан сыҡҡан йәһүдтәр тураһында йыр яҙа («Let My People Go»), атаһы тип һанаған кешегә ошо йырҙы бағышлап, Ханука байрамында башҡара (1939 йыл).

1947 йылда уның менеджеры Глейзер Армстронг өсөн «All Stars» («Все звёзды» ансамблен туплай. Башта был оркестр ысынлап та йондоҙҙар ансамбле була, унда Луи Армстронгтан башҡа Эрл Хайнс (фортепиано), Джек Тигарден (тромбон), Барни Бигард (кларнет), Бад Фримен (тенор-саксофон), Сид Кэтлетт (һуҡма) һәм башҡа джаз оҫталары уйнай. Һуңынан музыканттар алмашынып тора, ансамблдә ҡатнашҡан танылмаған джазмендар билдәлелек яулай.

«All-Stars» күберәк «диксиленд» стилендә уйнай, шулай уҡ популяр йырҙарҙың джаз эшкәртеүҙәре башҡарыла, хатта улар күберәк тә була. 1950-се йылдар уртаһына Луи Армстронг донъя кимәлендә иң билдәле музыкант-шоумен булып таныла, өҫтәүенә ул 50-нән ашыу фильмда төшә. АҠШ Дәүләт департаменты уға рәсми булмаған «Джаз илсеһе» исемен бирә һәм күп тапҡыр уның гастролдәрен аҡса яғынан тәьмин итә. Ошо уҡ осорҙа Эйзенхауэр ҡарамағындағы Госдеп уның СССР-ға гастролдәрен финансларға әҙер була, әммә Армстронг баш тарта[6]:

Унда минән кеше, илегеҙҙә ни хәлдәр, тип һорар ине, ә мин ниндәй яуап бирер инем?


Һуңынан уның СССР-ға гастролдәре тураһында һүҙ ҡуҙғатылып тора, әммә былар барыһы ла проекттар ғына булып ҡала]. ТШуға ҡарамаҫтан, Армстронг социалистик лагеры илдәрендә сығыш яһай, мәҫәлән, 1965 йылда март концерттары, был концерттар бер тынала уйнала[7]. 1954 йылда Армстронг икенсе автобиографик китабын яҙа — «Satchmo. My Life in New Orleans».

Артабан уның популярлығы төрлө яҡлы ижади эшмәкәрлеге менән бәйле үҫешә. Сидней Беше, Бинг Кросби, Сай Оливер, Дюк Эллингтон, Оскаром Питерсон һәм башҡа джаз йондоҙҙары менән хеҙмәттәшлек итеүе, джаз-фестивалдәрҙә (1948 — Ницца, 1956—1958 — Ньюпорт, 1959 — Италия, Монтерей) ҡатнашыуы, Европа, Латин Америкаһы, Азия, Африка илдәренә гастролдәре иғтибарға лайыҡ. Уның булышлығында Таун-холлда һәм Метрополитен-операла филармоник джаз концерттары үткәрелә. еской стала сделанная им и Эллой Фицджеральд в 1950-се йылдарҙағы уның һәм Элла Фицдеральдтың Гершвинадың «Порги һәм Бесс» операһын яҙҙырыуы ҙа классик булып китә.

1959 йылда Армстронг инфаркт үткәрә һәм ошо ваҡыттан ул элеккесә сәхнәгә сыға алмай башлай, әммә тулыһынса концерт сығыштарын туҡтатмай. 1960-се йылдарҙа Армстронг йышыраҡ йырсы булараҡ эшләй, госпел стилендәге («Go Down Moses») традицион композицияларының яңы версияларын яҙҙыра, шулай уҡ яңы йырҙар ҙа ижад (мәҫәлән «We Have All the Time in the World» фильмына тема). Барбра Стрейзанд менән берлектә ул «Сәләм, Долли!» проектында ҡатнаша; уның башҡарыуында айырым сингл итеп сығарылған «Hello, Dolly!» йыры американ һатыу хит-парадында беренсе урынға барып етә. Армстронгтың аҙаҡҡы хиты — «What a Wonderful World» йыры (Бөйөк Британияла — беренсе урын). Армстронгтың вафатына тиклем биш ай алда 1971 йылда уның тере тауыш торбасы концерты яҙҙырыла, унда ул башҡа композициялар менән бенр рәттән Mack the Knife, Rockin’ Chair һәм Boy from New Orleans кеүек билдәле темаларҙы ла башҡар. Һуңғараҡ, 1972 йылда, ошо релиз с этим импровизацион сет менән релиз Satchmo at the National Press Club: Red Beans and Rice-ly Yours исеме аҫтында сыға. Винилда сығарылған был пластинка 2012 йылға тиклем ҡабаттан сығарылмай, ошо йылдың 24 апрелендә компакт-дискыларҙа сығарыла[8].

1960-сы йылдар аҙағында артистың һаулығы ҡәтғи рәүештә насарая башлай, әммә ул эшләүен дауам итә. 1971 йылдың 21 ғинуарында ул аҙаҡҡы тапғүҡыр «The David Frost Show» телешоуында йырлай һәм уйнай, уның менән бергә элекке дуҫы Бинг Кросби сығыш яһай[9]. Март айында Армстронг һәм уның «All Stars» тағы ла ике аҙна дауамында «Уолдорф-Астория» ла Нью-Йоркта уйнай. Әммә сираттағы йөрәк өйәнәге уны хәстәханаға ятырға мәжбүр итә, унда ул ике ай дауалана. 1971 йылдың 5 июлендә Армстронг оркестрын репетицияға йыя. 6 июлдә вафат була: йөрәк ауырыуы арҡаһында бөйөрҙәре бирешә.

Армстронгтың вафаты хаҡында АҠШ-та ғына түгел, күп кенә башҡа илдәрҙә хәбәр ителә («Известия» совет гәзите шул рәттән). Ерләү бик тантаналы рәүештә үткәрелә һәм бөтә илгә трансляцияллана. АҠШ Президентының шәхси ҡушыуы буйынса 8 июлдә уның кәүҙәһе Милли гвардияһы Уҡыу манеженда хушлашыу өсөн ҡуйыла. Президент Никсон кеше алдында ошондай белдереү яһай: «Никсон ханым һәм мин Луи Армстронгтың вафатына бәйле миллионлаған американдарҙың ҡайғыһын уртаҡлашам. Ул американ сәнғәте ижадсыларының береһе ине. Сағыу үҙенсәлекле шәхес булараҡ Армстронг бөтә донъя билдәлелеген яуланы. Уның иҫ китмәле таланты һәм юғары намыҫлылығы беҙҙең рухи донъябыҙҙы байытты, уны тағы ла тулыраҡ итте»[10].

Луи Армстронг (Дюк Эллингтон, Чарли Паркер, Майлз Дэвис һәм Джон Колтрейн менән бер рәттән) джаз үҫешенә ҙур йоғонто яһай һәм уның бөтә донъяла популярлашыуына ҙур өлөш индерә.

Музыкаль әҙәбиәттә уны йыш ҡына «джаз короле» эпитеты менән тасуирлайҙар[11][12][13].

1950 йылда XX быуаттың беренсе яртыһындағы иң уңышлы вокалист Бинг Кросби Луи тураһында былай ип әйтә: «Ул Америкала музыканың башы һәм аҙағы булып тора». Әҙәби тәнҡитсе Гарольд Блум һүҙҙәренсә, Армстронг һәм Уолт Уитмен Американың донъя сәнғәтенә ике ҙур өлөшөн тәшкил итә[14]. По словам литературного критика Гарольда Блума, Армстронг и Уолт Уитмен являют собой два великих вклада Америки в мировое искусство[15].

Американың US Open теннис турнирының элекке төп стадионы Нью-Йоркта бер нисә квартал алыҫлыҡта йәшәгән Армстронг хөрмәтенә Луи Армстронг стадионы тип атала[16].

1991 йылда уның хөрмәтенә астероид 9179 Satchmo тип атала[17].

2019 йылдың 25 июнендә The New York Times Magazine ru en 2008 Йылда Hiversal Studios hollywoodruen янғынында Луи Армстронгты материалдары юҡ ителгән йөҙләгән башҡарыусылар араһында атай[18].

  • Louis Armstrong «Hello Dolly»
  • Louis Armstrong «Jazz Festival»
  • Louis Armstrong «A Rhapsody in Black and Blue»
  • Louis Armstrong «Newport Jazz Festival part 1»
  • Louis Armstrong «Newport Jazz Festival part 2»
  • Louis Armstrong «In Stuttgart»
  • Louis Armstrong «Clips Hystory Volume 1»
  • Louis Armstrong «Clips Hystory Volume 2»
  • Голливуд «Дан Аллеяһы» — тауыш яҙҙырыу индустрияһына индергән өлөш өсөн лауреаттар исемлеге.
  • «A kiss to build a dream on» композицияһы компьютер уйыны Fallout 3-ның башлау композицияһы итеп һайланған.
  • Луи Армстронг стадионы АҠШ-тың теннис буйынса чемпионатын ҡабул итә.
  1. Life & Legacy (ингл.). Louis Armstrong Society Jazz Band. Дата обращения: 28 июль 2017.
  2. "Louis Armstrong – Artist" (ингл.) (19 ноябрь 2019).
  3. what a wonderful world 1967 | The Pop History Dig. pophistorydig.com. Дата обращения: 17 март 2023. Архивировано 17 март 2023 года.
  4. 4,0 4,1 Марк Зайчик. Гениальный чернокожий джазмен всю жизнь носил Маген Давид
  5. The Karnofsky Project 2015 йыл 14 ғинуар архивланған.
  6. What Louis Armstrong Really Thinks. The New Yorker. Дата обращения: 28 июль 2017.
  7. Jan Špáta. Louis Armstrong v Praze 1965 (2 июль 2013). Дата обращения: 28 июль 2017.
  8. Биография Луи Армстронга в фотографиях.
  9. February 10, Wednesday. (8:30–10:00 p.m.) The syndicated David Frost Show features Bing and Louis Armstrong as guests. The program has been taped in New York on January 21. Bing and Louis sing “Blueberry Hill” together.
  10. Richard Nixon: Statement on the Death of Louis Armstrong. www.presidency.ucsb.edu. Дата обращения: 28 июль 2017. 2017 йыл 29 июль архивланған.
  11. Patricia Mckissack, Fredrick Mckissack. Louis Armstrong: King of Jazz. — Enslow Publishing, LLC, 2013-01-01. — С. 2. — ISBN 978-0-7660-4106-6. Архивировано 18 май 2023 года.
  12. Wendie C. Old. The Life of Louis Armstrong: King of Jazz. — Enslow Publishing, LLC, 2014-07-01. — С. 57. — ISBN 978-0-7660-6142-2. Архивировано 18 май 2023 года.
  13. Louis Armstrong: The King Of Jazz - 788 Words | 123 Help Me. www.123helpme.com. Дата обращения: 18 май 2023. Архивировано 18 май 2023 года.
  14. A Long Way From Tacoma. archive.nytimes.com. Дата обращения: 18 май 2023. Архивировано 8 ғинуар 2023 года.
  15. At Home with Harold Bloom: (3) The Jazz Bridge. Radioopensource.org (30 декабрь 2007). Дата обращения: 19 октябрь 2019. Архивировано 30 май 2023 года.
  16. Ashe & Armstrong Stadiums | General News - News | USTA. web.archive.org (1 октябрь 2015). Дата обращения: 18 май 2023. Архивировано из оригинала 1 октябрь 2015 года.
  17. IAU Minor Planet Center. minorplanetcenter.net. Дата обращения: 18 май 2023. Архивировано 3 март 2016 года.
  18. Jody Rosen. Here Are Hundreds More Artists Whose Tapes Were Destroyed in the UMG Fire. The New York Times (25 июнь 2019). Дата обращения: 28 июнь 2019. Архивировано 23 ноябрь 2019 года.
  • Коллиер Дж. Л. Луи Армстронг. Американский гений. — М.: Издательство Прессверк, 2001. ISBN 5-94584-027-0
  • Фейертаг В. Б. Джаз. XX век. Энциклопедический справочник. — Спб.: «СКИФИЯ», 2001, с.22-24. ISBN 5-94063-018-9
  • Шапиро Н. Послушай, что я тебе расскажу…История джаза, рассказанная людьми, которые её создавали.— Новосибирск: Сиб.унив.изд-во, 2006. ISBN 5-94087-307-3
  • Bohlander K., Holler K.-H. Jazzfuhrer.— Leipzig, 1980, с.18-23.