Артемьев Ринат Александрович
Артемьев Ринат Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 июль 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны | Ермолаевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Артемьев Ринат Александрович (20 июль 1958 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, "АЖИО" финанс компанияһының президенты. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты [1]. Милләте — татар.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринат Александрович Артемьев 1958 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Күмертау районы Ермолаевка ҡасабаһында донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килә.
1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай.[2]
1980 йылда, университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын Нефть химияһы фәнни-тикшереү институтында инженеры булып эшләй башлай, йәмәғәт эшендә актив ҡатнаша.
1983 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районыкомсомол райкомының икенсе секретары итеп һайлана.
1983-1985 йылдарҙа Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында нефтехимия фәнни-эҙләнеү институтының бүлек начальнигы булып эшләй башлай.
1993 йылдан "АЖИО" финанс компанияһының президенты вазифаһын башҡара[3].
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһендә бер ул үҫтергән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Артемьев Ринат Александрович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.