Артиллерия, инженер һәм бәйләнеш ғәскәрҙәренең хәрби-тарихи музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артиллерия, инженер һәм бәйләнеш ғәскәрҙәренең хәрби-тарихи музейы
Нигеҙләү датаһы 1703
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Имеет границей Кронверкский пролив[d] һәм Кронверкский канал[d]
Рәсми асылыу датаһы 1703
Коллекция күләме 850 000
Рәсми сайт artillery-museum.ru
Страница учреждения на Викискладе Military Historical Museum of Artillery, Engineers and Signal Corps
Карта
 инженер һәм бәйләнеш ғәскәрҙәренең хәрби-тарихи музейы Артиллерия Викимилектә

Артиллерия, инженер һәм бәйләнеш ғәскәрҙәренең хәрби-тарихи музейы — Ленинградтағы (Санкт-Петербургтағы)СССР һәм Рәсәй музейы.

Тулы исеме — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Артиллерия, инженер һәм бәйләнеш ғәскәрҙәренең хәрби-тарихи музейы» Федераль дәүләт бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы.

Ҡыҫҡартылған атамаһы — ФГБУКиИ РФ МО «Артиллерия, инженер һәм элемтә ғәскәрҙәренең хәрби-тарихи музейы»

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге замандағы музейҙың барлыҡҡа килеүе 1703 йылда Петр I тарафынан Санкт-Петербургта Цейхгауз нигеҙләнеүе менән бәйле (нем. Zeughaus— ҡорал йорто). 1702 йылда Петр I «для памяти на вечную славу» һуғыш ҡомартҡыларын йыйыу тураһында указ сығара, ә 1703 йылда тарих өсөн 1605 йылда ҡойолған мортира тарихын һаҡлау тураһында бойороҡ бирә. 1605 йылда пушка ҡойоу оҫтаһы Андрей Чохов һәм уның уҡыусыһы Проня Федоров был мортираны ҡоя, ул мортира Мәскәү арсеналында һаҡлана.

1776 йылдан алып музей бинаһы Литейный проспектында урынлашҡан (һуңынан — округ суды бинаһында). 1869 йылдан алып музей Петропавловский ҡәлғәһенең кронверкында.

Бөгөнгө көндә музейҙың коллекцияһында 850 меңдән ашыу экспонат иҫәпләнә. Музей ихатаһында 200-ҙән ашыу пушка, үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары (САУ), ракета комплексы һәм бер нисә танк өлгөләре ҡуйылған.

Музей экспозицияһы рәсәй ҡоралының тарихын 15-се быуаттан алып хәҙерге көндәргә тиклем үҙ эсенә алған.

Экспонаттар араһында боронғо рус һәм сит илдәрҙә яһалған боронғо бронза ҡоралдар (трофейҙар) бар. Шулай уҡ күренекле рус пушка ҡойоу оҫтаһы Андрей Чоховтың бер нисә пушкаһы бар.

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә түбәндәге һүҙҙәр менән был музей тасуирлана[1]:

Артиллерийский музей в С.-Петербурге — представляет одно из замечательнейших в историческом отношении хранилищ всякого рода оружия и воинских доспехов и принадлежностей. Коллекции его разделены на два отдела: русский и иностранный. 1-й обнимает собою историю русского вооружения и артиллерии, с конца XIV века до современных нам образцов включительно. 2-й, иностранный отдел состоит главным образом из трофеев войн, преимущественно XVIII столетия. Сверх того, в музее хранятся разные исторические предметы, случайно туда попавшие, так, между прочим, мундиры и оружие Петра I, Петра III, Екатерины II, Александра I, Николая I; седло Иоанна Грозного, рабочий колет Петра Великого; мундир и белье Фридриха Великого; посмертный слепок с лица Суворова; мундир генер. Милорадовича, в котором он убит 14 декабря 1825 г.; табурет и трость Стеньки Разина и т. д. — Полное описание музея составлено г. Бранденбургом и издано в 1889 г. по случаю празднования 500-летнего юбилея русской артиллерии.

2013 йылдың 19 ноябрендә музейы территорияһында бөйөк кенәз Михаил Николаевичҡа арналған һәйкәл ҡуйыла (скульпторы А. А. Аполлонов).

Музей бинаһы ишегенең уң яғында, Кронверк каналы янында, был урында 1836 йылда язалап үлтерелгән декабристар һәйкәле тора.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы һүрәттәр
значок артиллерийский исторический музей 1960 год.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Цейхгауз
  • Артиллерийский музей Финляндии

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Артиллерийский музей // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Военно-исторический музей артиллерии, инженерных войск и войск связи. Краткий путеводитель / к. в. н., доц., полк. А. А. Сотников. — 6-е изд., перераб. и доп. — Ҡалып:Л: Военно-историч. музея артилл., инж. войск и войск связи, тип. ВМОЛУА, 1968. — 273 с.
  • Карганова Г. В. «Кронверк. Кронверкский арсенал Санкт-Петербурга — уникальный памятник военной архитектуры середины XIX века» (русский) // «Военно-исторический журнал» : журнал. — 2002. — № 10. — С. 67—72.
  • Струков Д. П. Артиллерийский исторический музей в Петербурге (русский) // «Исторический вестник» : журнал. — 1892. — Т. 48. — С. 209—238.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]