Арыҫланова Фирая Хәбибулла ҡыҙы
Арыҫланова Фирая Хәбибулла ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 март 1934 |
Тыуған урыны | Темир[d], Темирская городская администрация[d], Темир районы[d], Аҡтүбә өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 25 март 1995 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Тверь, Рәсәй |
Һөнәр төрө | археолог |
Эшмәкәрлек төрө | археология |
Эш урыны |
Сәрсен Аманжолов исемендәге Көнсығыш Ҡаҙағстан дәүләт университеты[d] Тверь дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Ҡаҙаҡ дәүләт университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Арыҫланова Фирая Хәбибулла ҡыҙы (рус. Арсланова Фирая Хабибулловна; 10 март 1934 йыл — 25 март 1995 йыл) — СССР һәм Рәсәй археологы. Ҡыймаҡтар археологияһы, Ҡаҙағстан археологияһы, тарихы һәм мәҙәниәте, Боронғо Рус археологияһы өлкәләре белгесе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылдың 10 мартында Ҡаҙаҡ ССР-ы Аҡтүбә өлкәһе Темир ҡалаһында тыуған.
1956 йылда Алма-Атала С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университетының тарихи факультетын тамамлағандан һуң, Ҡаҙаҡ ССР Фәндәр академияһы Тарих, археология һәм этнография институты археология бүлегенең кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1964 йылдан Күксәтау ҡалаһында эшләй, 1965 йылдан — Усть-Каменогорск педагогия институтының (хәҙер С. Аманжолов исемендәге Көнсығыш Ҡаҙағстан дәүләт университеты) СССР тарихы кафедраһы доценты.
1974 йылда Калинин (Тверь) ҡалаһына күсә һәм ғүмеренең ахырына тиклем Калинин (1991 йылдан Тверь) дәүләт университетының тарих факультеты СССР тарихы (Ватан тарихы) кафедраһы доценты булып эшләй. «Археология нигеҙҙәре» курсын һәм археология буйынса махсус курстарҙы уҡый; сығарылыш эштәре менән фәнни етәкселек итә.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1964 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы А. Х. Маргулан етәкселегендә әҙерләнгән «Археологические памятники Среднего Прииртышья» («Урта Иртыш буйының археология ҡомартҡылары») темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1965—1974 йылдарҙа Усть-Каменогорск педагогия институты археология экспедицияһын етәкләй. Уның тарафынан андроново мәҙәниәте (Зевакино, Убинский форпосты, Усть-Каменогорск), сросткино мәҙәниәте (Бобровка), ҡыймаҡтар ҡомартҡылары (Азовка, Бобровка, Ждановка, Зевакино, Камышинка, Кара-Оба, Орловка, «25 лет Октября» совхозы, Уш-Биик) өйрәнелә. Ф. Х. Арыҫланова ҡаҙыуҙары коллекциялары Алматыла Ҡаҙағстан Республикаһы Үҙәк дәүләт музейы, Г. Н. Потанин исемендәге Павлодар өлкә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспозицияларында күрһәтелә һәм һаҡлана[1][2]. Табыштар араһында — XII—XIII быуаттағы көмөштән «бокка» баш көҙгөһө, хәрби һәм атлы ҡорамалдары деталдәре, биҙәүестәр бар.
Калинин (Тверь) дәүләт университеты археология экспедицияһын етәкләй. Уның етәкселегендә Үрге Волгала боронғо рус ерләү ҡомартҡыларының иң ҙурҙарының береһе — Избрижье ҡурған ҡәберлеге ҡаҙыуҙары уҙғарылған[3][4]. Ағас ерләү ҡоролмалары табылған. Шулай уҡ бронза дәүере, иртә тимер быуат һәм урта быуат ҡатламдарын үҙ эсенә алған Избрижье 1 күп ҡатламлы торама өйрәнелгән.
1980-се йылдарҙа КГУ-ның тарих факультеты студенттары менән бергә Маяцк ҡаласығын тикшергән совет-болгар-венгер экспедицияһында ҡатнаша.
1980-се йылдар башынан Ф. Х. Арыҫланова Тверь Волга буйы археологик ҡомартҡылары материалдарын баҫтыра башлай. Башлыса, был Избрижье ерләү комплексының ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәләре. Мәҡәләләре ерләү йолаһының айырым элементтарына, ерләү ҡоролмаларына, керамикаға, костюмға арналған.
Калининда эшләү һәм Боронғо Рус мәҙәниәтен өйрәнеү менән бер рәттән, Иртыш буйы биләмәһендә VII—XII быуаттарҙағы төрки телле ҡәбиләләрҙең матди мәҙәниәте өйрәнеүен дауам итә. 1981—1987 йылдарҙа Көнсығыш Ҡаҙағстан биләмәһендә археологик тикшеренеүҙәр алып бара.
1962—1999 йылдарҙа Ф. Х. Арыҫланованың һәм уның авторҙаштырының 70-тән ашыу ғилми эше баҫылып сыға.
2013 йылда Ф. Х. Арыҫланованың «Очерки средневековой археологии Верхнего Прииртышья» («Үрге Иртыш буйы урта быуат археологияһы очерктары») монографияһы донъя күрҙе[5].
Ф. Х. Арыҫланованың уҡыусылары араһында — билдәле Ҡаҙағстан археологы З. С. Самашев, Тверь өлкәһенең урта быуат ҡомартҡыларын өйрәнеүсе археологтар.
Публикациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арсланова Ф. Х. Могильник ранних кочевников на правобережье Иртыша // Известия АН КазССР. Вып.2 (19). Алма-Ата, 1962.
- Арсланова Ф. Х. Археологические памятники Среднего Прииртышья : Автореф. дис. … канд. ист. наук / АН КазССР. Ин-т истории, археологии и этнографии им. Ч. Ч. Валиханова. — Алма-Ата, 1964. — 19 с.
- Арсланова Ф. Х. Погребения тюркского времени в Восточном Казахстане // Культура древних скотоводов и земледельцев Казахстана. Алма-Ата, 1969. С.43-58.
- Арсланова Ф. Х. Курганы с трупосожжением в Верхнем Прииртышье // Поиски и раскопки в Казахстане. Алма-Ата, 1972. С.56-77.
- Арсланова Ф. Х. Новые материалы VII—VI вв. до н. э. из Восточного Казахстана // СА. 1972. № 1. С.253-258.
- Арсланова Ф. Х. Памятники андроновской культуры из Восточно-Казахстанской области // СА. 1973. № 4. С.160-168.
- Арсланова Ф. Х., Кляшторный С. Г. Руническая надпись на зеркале из верхнего Прииртышья // Тюркологический сборник. 1972. М., 1973. С.306-334.
- Арсланова Ф. Х. Некоторые памятники позднего бронзового века Верхнего Прииртышья // СА. 1974. № 1. С.220-226.
- Арсланова Ф. Х., Чариков А. А. Каменные изваяния Верхнего Прииртышья // СА. 1974. № 3. С.220-235.
- Арсланова Ф. Х. Курганы с «усами» Восточного Казахстана // Древности Казахстана. Алма-Ата, 1975. С.116-130.
- Арсланова Ф. Х. К датировке металлических изделий эпохи бронзы Казахстанского Прииртышья // Археологические исследования древнего и средневекового Казахстана. Алма-Ата, 1980. С.82-96.
- Арсланова Ф. Х. Керамика раннесредневековых курганов Казахстанского Прииртышья // Раннесредневековые древности Евразийских степей. М.,1980. С.79-105.
- Арсланова Ф. Х. Случайная находка бронзовых вещей в Семиреченском Прииртышье // КСИА. Вып. 167: Археология Сибири, Средней Азии и Кавказа. М., 1981. С.54-58.
- Арсланова Ф. Х. Курганы у с. Избрижье // Археологические исследования в Верхневолжье. Калинин, 1983. С.94-109.
- Арсланова Ф. Х. К вопросу о связях племен Павлодарского Прииртышья с населением Западной Сибири (VII—XI вв.) // Этнокультурные процессы в западной Сибири. Томск, 1983. С.105-118.
- Арсланова Ф. Х. Пряжки «византийского» типа из Прииртышья // Западная Сибирь в эпоху средневековья. Томск, 1984. С.119-129.
- Арсланова Ф. Х., Самашев З. С. Курганы кимаков в Семипалатинском Прииртышье // Проблемы средневековой археологии Урала и Поволжья. Уфа, 1987. С.122-134.
- Арсланова Ф. X. Погребальные сооружения кривичей у села Избрижье // Археология и история Пскова и псковской земли. 1989.
- Указатель литературы по археологии Тверского Поволжья: Библиографический указатель для студентов исторического факультета и учителей. Составители: Ф. Х. Арсланова, И. С. Маликова. Калинин, 1990.
- Арсланова Ф. Х., Бодунов Е. В. Керамика из средневековых памятников Ржевского района // Керамика раннего железного века и средневековья Верхневолжья и сопредельных территорий. Тверь, 1991. С.127-145.
- Арсланова Ф. Х., Ковалец Ю. А. Посуда кривичей Избрижья // Керамика раннего железного века и средневековья Верхневолжья и сопредельных территорий. Тверь, 1991. С.74-103.
- Арсланова Ф. Х. Языческая символика в обрядовой женской одежде кимаков и кипчаков // Вторые исторические чтения памяти М. П. Грязнова. Ч.2. Омск, 1992. С.83-86.
- Арсланова Ф. Х., Беляков А. С. Новые материалы из Избрижья // Тверь, Тверская земля и сопредельные территории в эпоху средневековья. Вып.2. Тверь, 1997. С.39-54.
- Арсланова Ф. Х., Скукина Е. В. Роль Тверской ученой архивной комиссии в археологическом изучении Тверского края // Тверь, Тверская земля и сопредельные территории в эпоху средневековья. Вып.3. Тверь, 1999. С.249-253.
- Арсланова Ф. Х. Очерки средневековой археологии Верхнего Прииртышья / Материалы и исследования по археологии Казахстана[6]. Т. III. Астана: 2013. 406 с. ISBN 978-601-804220-0-3
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Павлодарский областной историко-краеведческий музей им. Г. Н. Потанина .
- ↑ Зал «Древняя история края. Культура и быт казахского народа» - Областной историко-краеведческий музей . kraeved-vko.kz. Дата обращения: 28 июнь 2019.
- ↑ Жукова Е.Н. ИССЛЕДОВАТЕЛЬ ПАМЯТНИКОВ У СЕЛА ИЗБРИЖЬЕ Ф. Х. АРСЛАНОВА (русский) // Вестник Тверского государственного университета. Серия История. — 2017. — № 3. — С. 109—124.
- ↑ Избрижье // Тверская область. // Энциклопедический справочник.. — 1994.
- ↑ Арсланова Ф. Х. Очерки средневековой археологии Верхнего Прииртышья / Материалы и исследования по археологии Казахстана. — Астана, 2013. — 406 с.
- ↑ Ф.Х. Арсланова, 2013 . kronk.spb.ru. Дата обращения: 28 июнь 2019.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чариков А. А. Незабываемые годы // Арсланова Ф. Х. Очерки средневековой археологии Верхнего Прииртышья. — Астана, 2013.