Күксәтау
Күксәтау | |
ҡаҙ. Көкшетау | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 29 апрель 1824 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Кокшетау |
Кем хөрмәтенә аталған | Кокшетау (гора, Казахстан)[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ үҙәге | Аҡмулла өлкәһе һәм Кокчетавский уезд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Городская администрация Кокшетау[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] һәм UTC+6 |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Копа[d], Шагалалы[d] һәм Кылшакты[d] |
Халыҡ һаны | 139 063 кеше (1 июль 2013) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 234 метр |
Туғандаш ҡала | Уокешо[d] |
Милке | Окжетпес[d] |
Майҙан | 233,97 км² |
Почта индексы | 020000 |
Рәсми сайт | gov.kz/memleket/entities… |
Урындағы телефон коды | 7162 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Кокшетау[d] |
Күксәтау Викимилектә |
Күксәтау - (рус. Кокшета́у, ранее Кокчета́в, ҡаҙ. — Ҡаҙағстандағы ҡала, 1999 йылдан Аҡмола өлкәһенең административ үҙәге булып тора.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың атамаһы ҡаҙаҡ теленән аңлашылып торғанса, күк төҫ менән бәйле һәм «Күк тау» тип тәржемә ителә; урындағы халыҡ борондан тауҙың иң бейек сусағын ғына түгел, уның тирәһендәге барлыҡ ерҙәрҙе лә шулай атай торған булған [1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күксәтау ҡаланы итәге көньяҡтан һәм көнбайыштан уратып алған Күксәтау ҡалҡыулығының төньяғында, Копа күле ярында урынлашҡан.
Ҡала биләмәһе (майҙаны 400 км²) составына Күксәтауҙың үҙенән тыш бер - Станционный ҡасаба хакимиәте һәм ике ауылдан торған Красноярский ауыл округы инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1824 йылда Омск казак ғәскәри училищеһын тамамлаған Михаил Казачинин как военное укрепление Күксәтау хәрби нығытмаһы булараҡ нигеҙ һала. Башта Күксәтау казак станицаһы булған[2].
1824 йыл аҙағынан Рәсәй империяһының Омск өлкәһе тышҡы округы үҙәгенә әүерелгән.
1854 йыл Себер ҡырғыҙҙары өлкәһе округ үҙәге.
1868 йыл Рәсәй империяһы Аҡмола өлкәһенең округ үҙәге.
1919 йылдан Омск губернияһының өйәҙ үҙәге.
Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 16 мартындағы Указы менән Күксәтау өлкәһе булдырылған, һәм Күксәтау өлкә үҙәге итеп тәғәйенләнгән.
1993 йылдың 7 октябрендә Ҡаҙағстан Республикаһының Юғары Советы Президиумы ҡарары менән Кокчетав ҡалаһы атамаһы урыҫ телендә Кокшетау тип үҙгәртелә[3].
1997 йылда Күксәтау өлкәһе бөтөрөлә, ҡала өлкә үҙәге статусынан яҙа.
1999 йылдың 8 апреленән һуң Аҡмола һәм һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәләренең административ ҡоролошонда үҙгәрештәр үткәрелгәс, Күксәтау Аҡмола өлкә әһәмиәтендәге ҡалаға әүерелә, ә һуңынан өлкә үҙәге Астананан Күксәтауға күсерелә.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны[4] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1897 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 1991 | 1999 | 2004 | 2005 |
4962 | ▲52 909 | ▲80 564 | ▲103 162 | ▲136 757 | ▲143 300 | ▼123 389 | ▲123 640 | ▲125 455 |
2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 |
▲127 317 | ▲129 244 | ▲131 215 | ▲135 106 | ▲136 100 | ▲137 217 | ▼136 835 | ▲139 063 | ▲140 847 |
Күксәтау — Төньяҡ Ҡаҙағстандағы ҡаҙаҡтар күпселекте тәшкил иткән берҙән-бер өлкә үҙәге.
Милли состав
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли состав, % | 1989 й., йәниҫәп | 1999, йәниҫәп | 2007 й., баһа | 2013, баһа | 2018, баһа |
Ҡаҙаҡтар | 18,5 | 36,0 | 49,0 | 56,5 | 57,32 |
Урыҫтар | 53,0 | 42,0 | 35,0 | 30,5 | 29,96 |
Башҡалар | - | - | 16,0 | 13,0 | 12,72 |
Милли состав (ҡала администрацияһына буйһонған тораҡ пункттар халҡын ҡушып; 1 ғинуар, 2018 йыл)[5]:
- ҡаҙаҡтар — 91 602 кеше (57,32 %)
- урыҫтар — 47 884 кеше (29,96 %)
- украиндар — 4 762 кеше (2,98 %)
- татарҙар — 3 704 кеше (2,32 %)
- немецтар — 3 093 кеше (1,94 %)
- поляктар — 2 333 кеше (1,46 %)
- ингуштар — 1 710 кеше (1,07 %)
- белорустар — 1 358 кеше (0,85 %)
- корейҙар — 345 кеше (0,22 %)
- әзербайжандар — 321 кеше (0,20 %)
- әрмәндәр — 253 кеше (0,16 %)
- башҡорттар — 227 кеше (0,14 %)
- молдавандар — 133 кеше (0,08 %)
- мариҙар — 122 кеше (0,08 %)
- чечендар — 89 кеше (0,06 %)
- удмурттар — 56 кеше (0,04 %)
- мордвалар — 25 кеше (0,02 %)
- башҡалар — 1 790 кеше (1,12 %)
- Йәмғеһе — 159 807 кеше (100,00 %)
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күксәтау климаты ҡырҡа континенталь. Уртаса йыллыҡ температура 3 °C самаһы. Ҡыш һыуыҡ һәм ҡар әҙ яуа, йәй эҫе һәм ҡоро.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 4,8 | 6,2 | 23,1 | 31,3 | 35,5 | 40,4 | 41,7 | 41,2 | 36,2 | 25,3 | 19,2 | 6,6 | 41,7 |
Уртаса максимум, °C | −6 | −5,6 | 1,2 | 10,8 | 19,3 | 23,5 | 26,7 | 23,7 | 17,9 | 10,2 | 0,3 | −5,1 | 8,6 |
Уртаса температура, °C | −14 | −14,5 | −7 | 5,5 | 13,8 | 19,5 | 20,5 | 18,5 | 12,5 | 4,8 | −5,3 | −11,5 | 3,5 |
Уртаса минимум, °C | −28,5 | −30 | −18,2 | −1,3 | 8,2 | 14,5 | 15,6 | 14,3 | 7,3 | −1,5 | −15,6 | −26,1 | −1,3 |
Абсолют минимум, °C | −46,6 | −48,3 | −35,7 | −24,7 | −8,7 | −0,8 | 3,4 | −1,3 | −7,6 | −24,8 | −37,1 | −42,3 | −48,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 15 | 10 | 21 | 32 | 44 | 56 | 69 | 49 | 32 | 26 | 23 | 20 | 397 |
Сығанаҡ: Күксәтауский гидрометеоцентр |
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала эсендә тимер юл һәм автомобиль вокзалдары урынлашҡан. Ҡала ситендә Күксәтау аэропорты бар.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күксәтау. Хроника в документах. Часть первая. 1731 — 1941 годы
- ↑ Карта Области Сибирских Киргизов 1868 г.
- ↑ ОБ УПОРЯДОЧЕНИИ ТРАНСКРИБИРОВАНИЯ НА РУССКОМ ЯЗЫКЕ КАЗАХСКИХ ТОПОНИМОВ, НАИМЕНОВАНИИ И ПЕРЕИМЕНОВАНИИ ОТДЕЛЬНЫХ АДМИНИСТРАТИВНО — ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ РЕСПУБЛИКИ Ҡаҙағстан
- ↑ Cities & towns of Kazakhstan
- ↑ ЧИСЛЕННОСТЬ ПОСТОЯННОГО НАСЕЛЕНИЯ, ГОРОДСКОГО И СЕЛЬСКОГО НАСЕЛЕНИЯ ПО ДАННЫМ ПЕРЕПИСЕЙ 1989 И 1999 ГОДОВ[1]
- ↑ «Мажилис посетит Кенет Уоллок» (сообщение пресс-службы аппарата Мажилиса Парламента РК)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 360º Полноэкранные панорамы 2017 йыл 14 апрель архивланған. на улицах Күксәтау