Асад Әсмә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асад Әсмә
ғәр. أسماء الأخرس
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Syria.svg Сүриә
Flag of the United Kingdom (1-2).svg Бөйөк Британия
Тыуған көнө 11 август 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (47 йәш)
Тыуған урыны Актон[d]
Атаһы Fawaz Akhras[d]
Хәләл ефете Башар Асад[d]
Һөнәр төрө финансовый аналитик
Биләгән вазифаһы First Lady of Syria[d]
Уҡыу йорто Лондон король колледжы[d]
Twyford Church of England High School[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Баас[d]
Commons-logo.svg Асад Әсмә Викимилектә

Әсмә әл-Асад (ғәр. أسماء الأسد‎), ҡыҙ сағында Әсмә Фәүәз әл-Ахрас (ғәр. أسماء فواز الأخرس‎) (11 август 1975(19750811), Лондон, Бөйөк Британия) — Сүриәнең беренсе ледийы, ил президенты Бәшәр Асадтың ҡатыны.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әсмә Лондонда 1975 йылдың 11 авгусында тыуған. Ғаиләһе Сүриәнең Хомс ҡалаһынан. Атаһы — консультант-кардиолог Фәүәз Ахрас, әсәһе — отставкалағы дипломат (илсе) Сәхәр Отри әл-Ахрас. Әсмә лондон ҡыҙҙар мәктәбендә уҡый, Лондон университеты Корль колледжының компьютер технологиялары һәм француз әҙәбиәте буйынса отличие менән тамалай.[2] После Университеттан һуң, Дойче банкта хеджирование бүлегендә Европа һәм Алыҫ Көнсығыш клиенттары менән эшләй. 1998 йылда J. P. Morganдың инвестициялар бүлегендә биотехнологик һәм фармацевтик компанияларҙың ҡушылыуы һәм йотолоуы буйынса белгес булып эшләй. Компанияның нью-йорк бүлеге офисында европа һәм америка клиенттарының ҡушылыуы буйынса 4 ҙур килешеү төҙөй.[3][4]

Бәшәр һәм Әсмә Мәскәүҙә

Әсмә Сүриәгә 2000 йылдың ноябрендә ҡайта һәм декабрҙә Бәшәр Асадҡа кейәүгә сыға. Уларҙың ҡс балаһы бар: Хафиз, Зәйни һәм Кәрим.

Әсмә әл-Асадтың ата-әсәһе Бөйөк Британияла йәшәй[5].

Сәләмәтлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылдың авгусында президент хакимиәте матбуғат хеҙмәте Сүриә беренсе ледийы Дамаскта иртә стадиялағы яман шеш менән госпиталгә ятҡанлығын белдерә[6].

2019 йылдың 27 ғинуарында Сүриә президенты канцелярияһы Дамаск хәрби госпиталендә Әсмә Асадтың күкрәк яман шешенә операция эшләнеләр, тип хәбәр итә[7].

2019 йылдың 4 авгусында Әсмә Асад яман шеште еңде тиелә һәм төҙәлеүгә барыуы билдәләп үтелә[8].

2021 йылдың 8 мартында Әсмә COVID-19 менән сирләй тигән хәбәр тарала[9], әммә был яңылыҡ ялған тигән икеләнеү бар[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]