Эстәлеккә күсергә

Аслан Ана-Василикия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ана-Василикия Аслан
рум. Ana Aslan
Ана-Василикия Аслан. 1970 г.
Ана-Василикия Аслан. 1970 г.
Тыуған көнө

1 ғинуар 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Брэила, Румыния Короллеге

Вафат көнө

20 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (91 йәш)

Вафат урыны

Бухарест

Ил

Ғилми даирәһе

Геронтология

Эшләгән урыны

Бухарест геронтология институты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

Румыния Академияһының мөхбир ағзаһы

Ғилми етәксеһе

Даниелополу Даниель

Ниндәй өлкәлә танылған

үҙе уйлап тапҡан геровитал H3 һәм Аславитал препараттары нигеҙендә новокаиндың йәшәртеү көсөн асҡан

Награда һәм премиялары

Ҡалып:Офицерский крест ордена За заслуги перед ФРГ Ҡалып:Офицер ордена Академических пальм

А. Аслан на почтовой марке Румынии 2016 г.
А. Аслан Румыния почта маркаһында 1996 г.

Ана-Василикия Аслан (рум. Ana Aslan; 1 ғинуар 1897 йыл, Брэила, Румыния Короллеге — 20 май 1988 йыл, Бухарест) — табип-геронтолог, биолог. Румыния Академияһының мөхбир ағзаһы. Социаль медицинаның тәүге пионерҙарының береһе.

Сығышы менән әрмән. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. 1915—1922 йылдарҙа Бухарест университетында медицина буйынса белем ала. Университетты тамамлағандан һуң, Даниелополу Даниель етәкселеге аҫтында эшләй, йөрәк-ҡан тамырҙары өлкәһендә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (1924).

Физиология һәм ҡартайыу процесы олкәһендәге тикшеренеү өлкәһендә эшләй. 1948—1952 йылдарҙа Бухарест эндокринология институтында физиология клиникаһын етәкләй. Ҡартлыҡ — ауырыу һәм уны дауаларға, хатта кисектерергә мөмкин, тип һанаусы румын врачы, академик Пархон теорияһы эҙенән бара, Ана Аслан ҡартлыҡты кисектереүсе һәм кеше ғүмерен оҙайтыусы препарат булдырыу эшенә тотона. 1955 йылда, прокаин менән оҙаҡ йылдар эксперимент үткәргәндән һуң, был препараттың башҡа эффектлы яҡтарын күреп ҡала һәм уның нигеҙендә яҡшыртылған һәм биоматдәләр менән байытылған «Геровитал H3» препаратын уйлап таба. Үҙенең беренсе тәжрибәләрен ул ҡартайған һарыҡтарҙа үткәрә. Һарыҡтар теремекләнә, уларҙың йөндәре ҡуйыра. Бынан һуң Аслан артриттан интегеүсе оло кешеләргә тәҡдим итә, уларҙың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәрә — улар йөрөй башлай, уларға хәл инә, һығылмалыҡтары кире ҡайта, хатта кире эшкә урынлашалар һәм спорт менән шөғөллөеү мөмкинлеге алалар. Бынан тыш, 100 йәшлек ҡартарҙа сәс үҫеү күренеше күҙәтелә. «Геровитал H3», авторҙың үҙе атауынса, «йәшлек фонтаны» ғүмерҙе 100 йәшкә тиклем оҙайтыу үҙенсәлегенә эйә икәнлеге, инвалидлыҡты дауалау, ҡайһы бер йөрәк, нервы һәм быуын, паралич, диабет ауырыуҙарын дауалай, ул хәтерҙе һәм дөйөм хәлде яҡшырта һ.б. икәнлеге асыҡлана «Геровитал H3» башҡа ғалимдарҙа шик тыуҙыра, әммә А. Аслан ыңғай һөҙөмтәләр бар икәнлеген иҫбатлау өсөн, ғилми тикшеренеүҙәрен дауам итә. Ике йыл дауамында 15 000 кешенән ҡан алына, уларҙың берәүҙәре — «Геровитал H3», икенселәре — плацебо ҡабул итә. «Геровитал H3» алған кешеләрҙең 40 % -ы, киҙеү эпидемияһы ваҡытында әҙерәк ауырый, ә плацебо ҡабул итеүселәр төркөмөндә үлем осрағы 13 % кимәлендә, шул уҡ ваҡытта, препарат ҡабул иткән пациенттарҙа — 2,7 % . 1976 уның етәкселегендә «Геровитал H3»ға аналог рәүешендә «Аславитал» тип исемләнгән яңы препарат сығарыла, ул да тиренең ҡартайыу процесын тотҡарлай. 1951 йылда Ана Аслан Бухареста Европала берҙән бер Геронтология һәм гериатрия институты булдыра. 1959 йылда Румыния геронтологтар ассоциацияһын етәкләй. Уның асыштары тураһында 1957 йылдың көҙөндә немец ҡалаһы Карлсрухта үткән табиптар конгресында бөтә донъя белә. Карлсрухтағы конгрестан һуң, Аслан үҙе һәм ул уйлап тапҡан препарат бөтә донъяла танылыу ала. "Геровитала H3"дың файҙалы яҡтары ғилми күҙлектән дә таныла. Дарыуҙар ампула итеп сығарыла башлай, бөтә упаковкаларҙа ла Ана Аслан ҡултамғаһы ҡуйыла. Был дарыуҙың аналогтары Италия, Франция, Бельгия, Германия илдәрендә күренә башлай. «Геровитала» (Gero-H-3) тыш, Аслан «Аславитал» геронтологик препаратын һәм аҡылға зәғиф балаларҙы дауалау өсөн ҡаралған "Балалар өсөн аславитал " препаратын уйлап таба. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер тикшеренеүҙәр ҡартайыу процесын туҡтатыу эффектын үтәй алмай. Геровитал хәҙерге көндә, «раҫланмаған яңы препарат» булараҡ, АҠШта тыйылған.

Бынан тыш, ул ике косметик дауалау сараһы (сәс өсөн лосьон Геровитал H3 кремы) патентлай.

Ул бик күп илдәрҙә һабаҡ бирә, күп кенә сит ғилми йәмғиәттәре ағзаһы була, төрлө телдәргә тәржемә ителгән ғилми хеҙмәттәр яҙа. А. Асланға ярҙам һорап бик күп күренекле эшмәкәрҙәр мөрәжәғәт итә, улар араһында Шарль де Голль, Никита Хрущёв, Джон Ф. Кеннеди, Конрад Аденауэр, Чарли Чаплин, Индира Ганди, Иосиф Броз Тито, Лилиан Гиш, Элизабет Тейлор, Хо Ши Мин, Марлен Дитрих, Кирк Дуглас, Сальвадор Дали һәм башҡалар була.

А. Аслан Нью-Йорк Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Бөтә донъя медицина профилактикаһы һәм социаль гигиена берләшмәһе, Европа практик медицина тикшеренеүҙәре үҙәге, Халыҡ-ара геронтология кәңәшмәһе ағзаһы, Чили Милли геронтологтар йәмғиәте ағзаһы була.

  • «Федератив Германия Республикаһыалдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Офицер тәреһе (1971)
  • Академик пальма ордены офицеры (Франция, 1974)
  • Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Леон Бернар исемендәге Халыҡ-ара премияһы (гериатрияны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн, 1982)
  • «Яңы Европа Кавалеры» Оскар Призы («Cavalier de la Nouvelle Europe» Prize Oscar, Италия, 1973)
  • Филиппиндың абруйлы сит ил гражданины
  • Абруйлы фән профессоры (Филиппин, 1978)
  • «Honoris Causa» Богемск-Словацк геронтология йәмғиәте докторы (1981)
  • Браганс-Паулист университетының абруйлы профессоры (Бразилия)
  • Браганс-Паулист университетының абруйлы докторы (Бразилия)