Асҡаров Ғоморҙаҡ Мөжәүир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асҡаров Ғоморҙаҡ Мөжәүир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 август 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (98 йәш)
Тыуған урыны Асы ауылы, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, председатель сельского Совета депутатов
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ватан һуғышы ордены

Асҡаров Ғоморҙаҡ Мөжәүир улы (4 август 1925 йыл — ??) — педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғоморҙаҡ Мөжәүир улы Асҡаров 1925 йылдың 4 авгусында Белорет районының Асы ауылында тыуған. 1942 йылдың 6 ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында снайпер әҙерлеге үтә.

1943 йылдың майынан авгусына тиклем рядовой, уҡсы званиеһы менән хеҙмәт итә. Курск дуғаһында алышта ҡаты яралана һәм, һаулығы буйынса хәрби хеҙмәттән азат ителеп, 1943 йылдың 8 октябрендә фронттан ҡайтарыла.

Һуғышта «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1], 1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була[2]).

1943 йылда ауылдарына ҡайтҡас, мәктәптә хәрби етәксе, һуңынан Асы ауыл Советы рәйесе, артабанғы йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғоморҙаҡ Мөжәүир улы ҡатыны Бибисара менән ете бала тәрбиәләп үҫтерә. Клара Белорет педагогия училищеһын, Вәкил Өфө автотранспорт техникумын, Вәли Өфө тимер юл училищеһын, Диләрә һәм Гөлнара Белорет медицина училищеһын тамамлап, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләне һәм эшләп йөрөй. Вәлит Армавирҙа эксковаторсы һөнәрен үҙләштерә. Вәғиз (Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре ветераны, отставкалағы 2-се ранг капитаны) Киев юғары хәрби сәйәси мәктәбендә[3] һәм Мәскәүҙә хәрби академияла уҡый. Ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]