Атифете Яхьяга

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Атифете Яхьяга
алб. Atifete Jahjaga
Атифете Яхьяга
Флаг
Косово Республикаһы президенты
Флаг
7 апрель 2011 йыл — 7 апрель 2016 йыл
Хөкүмәт башлығы: Хашим Тачи
Иса Мустафа
Алдан килеүсе: Якуп Красничи (вазифа башҡарыусы)
Дауамсы: Хашим Тачи
 
Дине: ислам
Тыуған: 20 апрель 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (44 йәш)
Югославия, Джяковица ҡалаһы
Ире: Астрит Кучи
Белеме: Приштина университеты,
Лестер университеты
Профессияһы: полицейский

Атифете Яхьяга (алб. Atifete Jahjaga; сер. Атифете Јахјага; 20 апрель 1975 йыл) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының дүртенсе президенты. Был вазифаға һайланған мәлендә донъялағы иң йәш һәм Балҡан илдәрендә тәүге ҡатын-ҡыҙ президент була. Хәрби дәрәжәһе —генерал-майор[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атифете Яхьяга 1975 йылдың 20 апрелендә Югославия Социалистик Федератив Республикаһының Косовонан көнбайышта урынлашҡан Метохия өлкәһенең Джяковица ҡалаһында тыуған, милләте албан. Башланғыс һәм урта мәктәпте илдең баш ҡалаһы Приштинала тамамлай[2] һәм Приштина университетының юридик факультетына уҡырға инә. Уны 2000 йылда уңышлы тамамлағандан һуң Англияның Лестер ҡалаһы университетында криминалистика һәм полиция менеджменты курсында белемен камиллаштырыуҙы дауам итә[3]. Артабан АҠШ-тағы Виргиния университетында енәйәтселек менән көрәш темаһына аспирантурала уҡый.

2008 йылда Косовоның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң яңы кадрҙар туплаған урындағы полицияла хеҙмәт итә башлай. Уның тәүге вазифаһы патрульный була. Ике юғары белемгә эйә булған хеҙмәткәр карьера баҫҡыстарынан тиҙ өҫкә күтәрелә: күп тә үтмәй уны Косово полицияһы директоры урынбаҫары ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Шунан һуң Атифете Яхьяга HR-директор урынбаҫары, административ бүлек комиссары урынбаҫарының махсус ярҙамсы-референты, уҡыу бүлегенең етәксеһе була. Полиция хеҙмәтендәге иң юғары вазифаһы — Косово полицияһы етәксеһенең урынбаҫары. Бында ул 2009 йылдың февраленән 2011 йылдың апрелендә ил президенты булып һайланғанға тиклем эшләй[4], «генерал-майор» хәрби дәрәжәһен ала[1]. Ул ваҡытта Көньяҡ-Көнсығыш Европалағы ҡатын-ҡыҙ хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында Атифете Яхьяганың дәрәжәһе иң юғарыһы була[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар

Сығанаҡтар
  1. 1,0 1,1 «Atifete Jahjaga zgjidhet presidente e Republikës» Telegrafi.com 7 April 2011 (accessed 6 April 2011)
  2. Атифете Яхьяга - первая женщина-президент Косово.- Умма|Umma
  3. Забродина Е. Атифете Яхьяга стала президентом Косово "благодаря" фото с Бушем. Российская газета. 1 июнь 2014 тикшерелгән.
  4. Koha, «Në krye të Policisë së Kosovës, Atifete Jahjaga» Shqip TIME.mk 16 October 2010 (accessed 6 April 2011)
  5. «Kush do të na udhëheq» Telegrafi.com 7 April 2011 (accessed 7 April 2011)


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]