Эстәлеккә күсергә

Әйүп Ҡәйепов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аюп Каипов битенән йүнәлтелде)
Әйүп Ҡәйепов
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Сәпәш ауылы, Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы)

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18111814

Хәрби звание

подпоручик

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены

Әйүп Ҡәйепов — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 2-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик (1812).

Әйүп Ҡәйепов сығышы менән Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы) Сәпәш ауылы башҡорттарынан.

1811 йылдың майында 7-се һәм 12-се кантон башҡорттарынан 2-се Башҡорт атлы полкы ойошторола. Әйүп Ҡәйепов был полк составында поход старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1812 йылдың мартында Ватан һуғышы башланыу алдынан 1-се һәм 2‑се башҡорт полктары Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә була.

1812 йылдың 15 июлендәге Гродно губернаһы Кобрин янындағы алышта ҡатнаша. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1812 йылдың 15 июлендә Әйүп Ҡәйепов подпоручик званиеһын ала[1], ә 1812 йылдың 23 авгусында император Александр I указы буйынса 4-се дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[2][3] .

1812 йылды авгусында 2‑се Башҡорт полкы — Смоленск һуғышында, октябрҙә — Гродно губернаһы Слоним ҡалаһы янындағы һуғышта, Свислочь ауылын алыуҙа, Мстибово ауылы янындағы алышта, 1 ноябрҙә — Горностаевцы ауылы янындағы алышта ҡатнаша.

1813 йылдың башынан 2-се Башҡорт полкы Варшава герцоглығы, ә йәйенән — Германия кенәзлектәре территорияһында һуғыша. 1813 йылдың октябрендә был полк Дрезден өсөн алыштарҙа ҡатнаша[4]. 1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.

1822 йылдың 22 авгусында улдары Ғүмәр, Усман һәм Лоҡман менән бергә дворянлыҡ хоҡуғына лайыҡ була[5]. Өфө дворян депутаттары йыйылышының 1865 йылдың 12 декабрендәге күрһәтмәһе һәм Хөкүмәт Сенатының Герольдия департаментының 1866 йылдың 18 февралендәге 868-се һанлы указына ярашлы подпоручик Әйүп Ҡәйеп улы Ҡәйепов улдары Ғүмәр, Ҡорбанғол, Шөғәйеп һәм ейәндәре — Ғүмәрҙең улдары — Ғирфан, Уйылдан, Миһран һәм Таһир, Ҡорбанғолдың улдары — Һәүбән һәм Абдулманнаф дворянлыҡ хоҡуғында раҫлана һәм Өфө губернаһы дворяндар нәҫеле китабының икенсе өлөшөнә индерелә[6].

  1. Ильясова А. Я., 2015, с. 125
  2. История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 46. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  3. Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
  4. Ильясова А. Я., 2015, с. 121-122
  5. Ильясова А. Я., 2015, с. 118
  6. Асфатуллин С. Г., 2000, с. 118
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015.