Аҙнабаев Булат Марат улы
Аҙнабаев Булат Марат улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
офтальмология |
Эшләгән урыны |
«Күҙ микрохирургияһы» |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
![]() | |
---|---|
![]() |
Булат Аҙнабаев |
Аҙнабаев Булат Марат улы (8 ноябрь 1964, Өфө, БАССР, СССР) — совет һәм Рәсәй күҙ табибы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2004).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Булат Марат улы Аҙнабаев 1964 йылдың 8 ноябрендә Өфөлә тыуған. Атаһы — Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы.
1987 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Хеҙмәт юлы:
- Мәскәү ҡалаһындағы «Күҙ микрохирургияһы» тармаҡ-ара фәнни-техник комплексында эшләй.
- 1993 йылдан — «Оптимедсервис» ЯАЙ‑ның генераль директоры (Өфө)
- 1996 йылдан — БДМУ‑ла уҡытыусы
- 1998 йылдан башлап дипломдан һуң белем биреү институты курсы һәм офтальмология кафедраһы мөдире
2000 йылда Аҙнабаев Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары ҒТИ-нда «Глаукома менән катарактаның микроэндоскопия хирургияһы» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2004 йылда профессор исеме бирелә.
Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Булат Марат улы Аҙнабаевтың ғилми эшмәкәрлеген күрәшлекте хирургик юлы менән коррекциялауға, глаукома һәм катарактаның ультратауыш һәм лазер хирургияһы, күҙҙең микроэндоскопик лазер хирургияһы мәсьәләренә бағышлай. Ул офтальмохирургияла юғары технологиялы энергетик алымдар эшләү һәм ҡулланыу буйынса ғилми мәктәпте нигеҙләй. Аҙнабаев катарактаны бөтөрөүҙең яңы ысулдарын уйлап таба һәм дауалауҙа ҡулланыуға индерә,артҡы камераға кире интраокуляр линза, күҙҙең энергетик хирургияһы өсөн медицина ҡорамалдары уйлап табыуҙа ҡатнаша.
РБ һаулыҡ һаҡлау министрлығының офтальмологияһы буйынса Сертификация комиссияһы рәйесе, РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперт кәңәшмәһенең ағзаһы.
10-дан артыҡ кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе һәм консультанты. Уның етәкселегендә Бөтә Рәсәй офтальмология конференциялары уҙғарыла, ординаторҙар һәм өҫтәмә профессиональ белем институты тыңлаусылары өсөн ғилми-практика семинарҙары һәм конференциялар ойошторола.
Аҙнабаев — офтальмология буйынса 195 фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы, шул иҫәптән 9 монография авторы.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ультразвуковая хирургия катаракты — факоэмульсификация. Мәскәү, 2005[1]
- Лазерная сканирующая томография глаза: передний и задний сегмент. Мәскәү, 2008 (авторҙаш)[2]
- Флегмоны и другие воспалительные заболевания орбиты. Мәскәү, 2010 (авторҙаш)[3]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Г. Ҡ. Ҡунафина тәрж. Аҙнабаев Булат Марат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аҙнабаев Булат Марат улы БДМУ сайтында
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 8 ноябрҙә тыуғандар
- 1964 йылда тыуғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Өфөлә тыуғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Рәсәй күҙ табиптары
- СССР күҙ табиптары
- Алфавит буйынса күҙ табиптары
- Рәсәй медиктары
- СССР медиктары
- XX быуат күҙ табиптары
- XXI быуат күҙ табиптары
- XX быуат медиктары
- XXI быуат медиктары
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары