Эстәлеккә күсергә

Аҙналы (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Аҙналы — боронғо башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Аҙналы исеме фарсы-башҡорт сығышлы: аҙна һүҙенә лы ялғауы ҡушылып яһалған исем. Борон әсә аҙна буйы балаға ауырығанда Аҙналы тип исем ҡушыу йолаһы булған.[1]

Юлай Аҙналин (1722 йыл — 1797-1800 йылдар араһы) — башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың атаһы.

Аҙналы (Салауат районы) (рус. Азналино, Азналихово, Адналы, Шайтан-аул) — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Әлкә ауыл советына ҡараған, яндырылған ауыл. Шайтан-көҙәйҙәрҙең төп ауылы булған, элегерәк Шайтан тип аталған.

Аҙналы (Башҡортостан) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.

Аҙналы (Ҡурған өлкәһе) — Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районындағы ауыл.

Аҙналы (тау) — Башҡортостандағы тау.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ