Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы
Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 май 1933 |
Тыуған урыны | Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 февраль 2015 (81 йәш) |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы (29 май 1933 йыл — 21 февраль 2015 йыл) — ғалим-табип, СССР һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау эшмәкәре, 1962—1994 йылдарҙа Янғантау шифаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (1975). РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990). Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, СССР профсоюз курорттары отличнигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы (2012).
«Янғантау» шифаханаһына нигеҙ һалыусыларың береһе, 1965 йылда уның етәкселеге аҫтында Янғантауҙа типовой шифахана төҙөлә башлай[1].
1983 йылда курортологтарҙың һәм физиотерапевтарҙың VIII Бөтә союз йәмғиәте съезында Рәшит Аҡбашев йәмғиәттең Идара ағзаһы итеп һайлана. 1982 йылдан 1994 йылға тиклем — профсоюздарҙың шифаханалар менән идара итеү буйынса Үҙәк советы ағзаһы. 2013 йылдан «Янғантау» шифаханаһы ветерандар советын етәкләй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшит Шаһабетдин улы Аҡбашев 1933 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районының Атйетәр ауылында тыуған[2]. 1950 йылда Боҙаяҙ урта мәктәбен тамамлай.
1950—1957 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты студенты.
1954—1956 йылдарҙа Куйбышев медицина институтының хәрби-медицина факультетында уҡый.
1975 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
Дауалау һәм ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1956 йыл — Тряпинск амбулаторияһы мөдире (БАССР).
1962—1994 — "Янғантау шифаханаһы"нда баш табип.
1975 — медицина фәндәре кандидаты.
«Янғантау» фәнни-популяр фильмы сценарийының авторы (1973 йылда Үҙәк телевидениела премьераһы үтә).
Рәшит Шаһабетдин улы Аҡбашев 2015 йылдың 21 февралендә вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Хеҙмәттәге фиҙаҡәрлеге өсөн», «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «Рәсәй шифаханаларын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары
Республиканың шифахана-курорт системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы», «Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы», «СССР профсоюздары курорттары алдынғыһы», "Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы"тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була (1967). 2012 йылда «Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Почетлы гражданы» исеме бирелә. «Салауат районының почетлы гражданы» таныҡлығын Рәшит Аҡбашевҡа «Салауат йыйыны — 2012» байрамында Рөстәм Хәмитов тапшыра[4]
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Лечебные факторы курорта Янгантау» (1973), «Домашний лечебник» (1997) монографияларның, «Янғантау» тураһындағы дүрт фәнни-популяр китаптың, 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттең авторы.
- Акбашев Рашит Шагабутдинович. Лечебные факторы курорта Янган-Тау [Текст]. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1973. — 158 с., 12 л. ил. : ил
- Акбашев Рашит Шагабутдинович. Курорт Янган-Тау [Текст] / Р. Ш. Акбашев. — 2-е изд., доп. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1977. — 94 с. : ил.; 17 см.
- Акбашев Рашит Шагабутдинович. Курорт Янган-Тау / Р. Ш. Акбашев. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1981. — 135 с.; 17 см.
- Акбашев Рашит Шагабутдинович. Организация и эффективность лечения некоторых групп больных на курорте «Янган-Тау» [Текст] : Автореф. дис. на соиск. учен. степени канд. мед. наук : (14.00.05) / Башк. гос. мед. ин-т им. XV-летия ВЛКСМ. — Уфа : [б. и.], 1975. — 21 с.
- Акбашев, Рашит Шагабутдинович. Курорт Янган-Тау [Текст] / Р. Ш. Акбашев. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1975. — 79 с. : ил.; 16 см.
- Оранский, Игорь Евгеньевич. Домашний лечебник / И. Е. Оранский, Р. Ш. Акбашев, И. Ш. Хурамшин. — Екатеринбург ; Уфа : Башкортостан, 1997. — 334 с., [8] л. ил. : ил.; 20 см.
- «Янган-Тау» — 75 лет на страже здоровья [Текст] : [фотоальбом] / Гос. унитарное предприятие Санаторий «Янган-Тау»; [редкол.: Э. В. Кульмухаметов (пред.), Р. Ш. Акбашев, И. Ш. Хурамшин]. — Уфа : Уфимский полиграфкомбинат, печ. 2012. — 263 с. : цв. ил., портр.; 31 см.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Республика Башкортостан» гәзите. № 86, г 30.04.2013
- «Татар донъясы» гәзите № 5, 2013 г.
- «Панорама Башкортостана» журналы 3.06.2013 г. Ст. Бесценный дар природы — «Янган-тау».
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ушел из жизни один из основателей санатория «Янган-тау» Рашит Акбашев | новости республики Башкортостан 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Ушел из жизни создатель курорта «Янган-Тау» Рашит Акбашев // РЕСПУБЛИКА | новости башинформ.рф
- ↑ Ушел из жизни создатель курорта «Янган-Тау» Рашит Акбашев // РЕСПУБЛИКА | новости башинформ.рф
- ↑ Рустэм Хамитов принял участие в празднике «Салават йыйыны-2012» // ВЛАСТЬ | новости башинформ.рф
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 29 майҙа тыуғандар
- 1933 йылда тыуғандар
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- 21 февралдә вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Медицина фәндәре кандидаттары
- Рәсәйҙең атҡаҙанған табиптары
- Һаулыҡ һаҡлау отличниктары (СССР)
- «Янғантау» шифаханаһы директорҙары
- Салауат районының почётлы граждандары