Аҡбаш турғай
Аҡбаш турғай | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Plectrophenax nivalis (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап ![]() IUCN 3.1 Least Concern : / 106008973 |
Аҡбаш турғай (рус. Пуночка)(лат. Plectrophenax nivalis)— һоло турғайҙары ғаиләһендәге ҡошсоҡ.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Турғай ҙурлыҡ. Күмәкләшеп ерҙән генә йөрөйҙәр, ағастарға ҡунмайҙар. Дөйөм төҫө аҡ. Ҡара ҡанаттарының осонда аҡ һыҙаттары бар. Һорғолт көрән ҡойроғоноң ситтәре һәм осо аҡ менән ҡайылған. Арҡаһы һорғолт аҡ. Күҙенән һорғолт һыҙыҡ үтә. Көрән суҡышының осо ҡара. Башҡа турғайҙар менән бутауы мөмкин түгел.
Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауышы яңғырауыҡлы: «пинь- пинт-пинт».
Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һыу буйҙарындағы асыҡ урындарҙа йөрөй. Башлыса үлән орлоҡтары менән туҡлана. Беҙҙең яҡтарға тик ҡышлау өсөн генә килә.Октябрь айҙарында килеп, март урталарында төньяҡҡа ҡайта. Киң генә таралған. Беҙҙең яҡта оя ҡормай.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890—1907).
![]() |
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |