Аҡбулат Сөләймәнов
Аҡбулат Сөләймәнов (документтарҙа: рус. Акбулат Селеменов, Иселеманов) — кенәз, тархан.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарый(Ҡара)-Ҡыпсаҡ улусының кенәзе. Ҡазан даруғаһының Байлар улусында йәшәгән. Башҡорт тарханы Киләй Монашевтың ике туған ҡустыһы.
Рәсәй дәүләтенең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен ҡалмыҡтар һәм нуғайҙар ябырылыуынан обороналауҙы ойоштороусыларҙың береһе.
1645 йылда Мәскәүгә батша Алексей Михайлович башҡорттарҙың подданлығын раҫлау өсөн илселекте етәкләгән. Батша Алексей Михайловичтың грамотаһында былай тиелә: «А башкирские челобитчики, тархан, князь Акбулат Селеменов… с товарыщи, которые… были на Москве, били нам челом вместо всех уфинских тарханов и ясачных людей».
Ҡалмыҡ тайшаһы Дайчин Башҡортостанды үҙенә ҡушырға нитләй һәм 5 меңлек ғәскәр ебәрә. Әммә башҡорттар буйһонорға теләмәгән һәм ғәскәр туплағандар, уны менән Аҡбулат тархан командалыҡ итә. 1648 йылда Аҡбулат Сөләймәнов етәкселегендәге башҡорт ғәскәре Өфө һәм Ҡазан өйәҙҙәренә ҡалмыҡтарҙың һөжүмдәрен кире ҡаҡҡан. Нуғай даруғаһы Тоҙ ҡайнатыу (Соловарный) острогы (хәҙер Ғафури районы Табын ауылы) тирәһендә Әрмет йылғаһы буйындағы алышта Ҡыпсаҡ, Мең, Табын, Әйле һәм башҡа улустар башҡорттары ҡатнаша. Уның барышында Чакула тайша башлығындағы ҡалмыҡ отряды тар-мар ителә: «И на той де речке Армыте, перепустя тех калмыков с половину, ударили на них всеми людьми, и на той де речке учели с ними, башкирцы, те калмыки битися… А ушли де всех калмыков в свои улусы немногие люди».
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буканова Р. Г. Акбулат Сулейманов // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- История башкирских родов. Кыпчак. Том 34. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, М. Г. Акиров. — Уфа: Китап, 2019. — 736 с. — ISBN 978-5-295-07219-2.