Аҡһыу (Әзербайжан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡһыу
әзерб. Ağsu
Нигеҙләү датаһы 1735
Рәсем
Рәсми атамаһы Ağsu
Рәсми тел Әзербайжан теле
Дәүләт  Әзербайжан
Административ үҙәге Ахсуйский район[d]
Административ-территориаль берәмек Ахсуйский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Халыҡ һаны 20 200 кеше (2012)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 680 ± 1 метр һәм 179 метр
Рәсми сайт agsu-ih.gov.az
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q104411954?
Карта
 Аҡһыу Викимилектә

Аҡһыу (әзерб. Ağsu; рус. Ахсу) — Әзербайжан ҡалаһы һәм административ үҙәге, Күрдамир тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта, Аҡһыу йылғаһы буйында урынлашҡан[1].

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан телендә исеме һүҙмә-һүҙ «аҡ һыу» тигәнде аңлата[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан ғалим-мәғрифәтсеһе Ғаббас-Ҡолой-аға Баҡыханов үҙенең «Гөлистан-и Ирам» тигән китабында 1735 йылда Иран шаһы Надир-шаһ Шәмәхәнән Аҡһыу йылғаһы буйына халыҡты күсереп, яңы ҡалаға нигеҙ һалған тип яҙа.

Рус финансисы һәм иҡтисадсыһы Ю. А. Гагемейстер үҙенең тикшеренеүендә Аҡһыу халҡы тураһында: Аҡһыу ауылында, киреһенсә, башлыса Шәмәхә ҡалаһы өсөн емеш-еләк һәм йәшелсә үҫтерәләр, — тип хәбәр итә[3].

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә (1890) түбәндәге мәғлүмәт килтерелгән: «Ах-су — дер. Бакинской г., шемах. у., двор. 73, жителей 285. Мечеть, почт. станц., значительный базар. Развалины Новой Шемахи, построенной Надир-шахом в 1730 г. вместо разрушенной им Старой Шемахи.»[4].

Яңы тарихта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡытта ҡаланың исеме ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Яңы Шәмәхә тип күрһәтелә.

2019 йылдың октябрендә Әзербайжан президенты бойороғо буйынса Аҡһыу районытарихи территорияһы «Аҡһыу урта быуат ҡалаһы» Дәүләт тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы тип иғлан ителгән[5].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1886 йылғы ғаилә исемлеге материалдары буйынса, Аҡһыу Баҡы губернаһы Шәмәхә өйәҙе составына инә, бында 70 төтөн (һалым торба һанынан түләнгән)[6] һәм 320 кеше иҫәпләнә һәм бөтәһе лә әзербайжандар (ул саҡтағы терминология буйынса « татарҙар»), шуларҙың 196 кешеһе — сөнни мосолмандар, ә 24-е шиғый[7].

1921 йылғы Әзербайжан ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халҡы 425 кеше (120 хужалыҡ). Әзербайжан төркиҙәре (әзербайжандар) өҫтөнлөклө милләт тип күрһәтелгән[8].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дәүләт символдары музейы[9]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Азербайджанская советская энциклопедия / Под ред. Дж. Кулиева. — Баку: Главная редакция Азербайджанской советской энциклопедии, 1976. — Т. 1. — С. 112.
  2. Гюль К. К. Советский союз: Азербайджан. — М.: Мысль, 1971. — С. 312.
  3. Гагейместер Ю. А. Топографическо-хозяйственное описание Прикаспийского края в Закавказье. — СПб., 1850. — С. 32, 33.
  4. Ах-су // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. В Азербайджане создаются историко-культурные заповедники. Trend.Az (22 октябрь 2019). Дата обращения: 22 октябрь 2019. Архивировано 22 октябрь 2019 года.
  6. Дым — крестьянский двор, хозяйство одной малой или реже большой (неразделившейся) семьи.
  7. Свод статистических данных о населении Закавказского края, извлечённых из посемейных списков 1886 г.. — Тифлис, 1893.
  8. Азербайджанская сельско-хозяйственная перепись 1921 года. Итоги. Т. I. Вып. I. Шемахинский уезд. — Издание А. Ц. С. У.. — Баку, 1922. — С. 32—33.
  9. Ильхам Алиев открыл Центр юных умельцев и Музей государственных символов в Агсу - ФОТО. 1news.az. Дата обращения: 12 август 2022. Архивировано 12 август 2022 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ахсу — статья из Большой советской энциклопедии.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.