Аҫылмалы Таш (Өфө)
Суҡаҡ | |
Аҫылмалы таш
| |
Ағиҙел йылғаһынан күренеш. Фотография. 2020 йыл. | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Өфө |
Урыны | Өфө, Аҫылмалы таш |
Координаталар | 54.7905/56.0203 |
Беренсе тапҡыр | 1860-сы йылдар |
Бейеклеге | 110 м |
Бөгөнгө хәле | Әкренләп емерелә бара |
Аҫылмалы Таш —суҡаҡ, Аҫылмалы Таш (гора Висячий Камень ) тауының сығып торған суҡыһы һәм тауҙың иң юғары нөктәһе [1].Өфө ҡалаһының Өфө карст битләүендәге иҫтәлекле урыны һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Ағиҙел йылғаһының текә ярында, тәрән йырын эсендә ағып ятҡан исемһеҙ шишмәнең тамағы янында урынлашҡан. Эргәлә Куйбышев тимер юлының Воронка платформаһы — 1629 км[2] урынлашҡан..
Аҫылмалы Таштағы бейеклектән Ағиҙел йылғаһына һәм һул яҡ ярындағы туғайҙарына киң күренеш .асыла. Суҡаҡҡа Дан бульвары яғынан [3] урман аша килеп була.
Һыу эрозияһы менән эзбизташы ашалған һәм емерелгән, бик хәүефле урындарҙан һанала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо заманда Аҫылмалы таш районында Ананьев мәҙәниәте ҡаласығы урынлашҡан булған.Был ҡалҡыулыҡты
1846-1851 йылдарҙа Өфө карст сағылындағы ҡалҡыулыҡта Ырымбур Губернаторы Н.В. Балкашин тарафынан ҡала ситендәге йәйге йорт төҙөлгән
Ырымбур Губернаторы Н.В. Балкашин тарафынан ҡала ситендәге йәйге йорт төҙөлгән. Унда һуңыраҡ, 1851 йылдан һуң, тәбиғәттә ял итеү, күңел асыу ойошторолған. 1864 йылда [4] йорт һүтеп алынған.
1930 йылда Өфө карст сағылындағы ҡалҡыулыҡта, элекке ҡала ситендәге йортттарҙа НКВД дачалары урынлаша. (уларҙың береһендә күпмелер ваҡыт совет яҙыусыһыА.А. Фадеев йәшәп китә).
Бында бер үк ваҡытта НКВД-ың күнекмә майҙансығы һәм атырға өйрәнеү майҙаны булған уҡыу үҙәге лә булдырылған.
Һуңыраҡ был үҙәк тапшырырға БАССР -ың Эске эштәр министрлығына тапшырыла.
1980-се йылдарҙа Өфө Успенск ир-егеттәр монастыры урынында асылған А.М. Матросов исемендәге 2-се Өфө балалар тәрбиә-хеҙмәт колонияһы базаһына күсерелә һәм СССР Эске эштәр министрлығының етәкселек составын әҙерләү буйынса Өфө урта махсус мәктәбе үҙгәртеп ҡорола.
1980-се йылдар башында Аҫылмалы таштың ҙур ғына өлөшө өлөшө Ағиҙел йылғаһына емерелеп төшкән.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Көньяҡтан Аҫылмалы ҡаяға һәм Ағиҙел йылғаһына күренеш (2014 й.)
-
Аҫылмалы ҡаянан Ағиҙел йылғаһына күренеш (2014 й.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ӨФӨ – ЙӘШТӘР ӨСӨН!(недоступная ссылка)
- Өфө тауҙары
- Висячий камень 2021 йыл 28 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Том 10 — Река Белая. Лист 4. Река Белая 2202 - 2195 км: Карты: Атлас единой глубоководной системы европейской части России : РСЛ :: Российская спиннинговая лига . Дата обращения: 25 ғинуар 2021. 2021 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ «Воронки» (станция, разъезд) - Уфа от А до Я . Дата обращения: 25 ғинуар 2021.
- ↑ БАШКИРИЯ: Уфа. Висячий камень (рус.) (2 ноябрь 2018). Дата обращения: 25 ғинуар 2021.
- ↑ М. Сомов Описания Уфы // Оренбургские губернские ведомости. Часть неофициальная. — Уфа, 1864.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
- YouTube сайтында Висячий Камень. 2014 г.
- YouTube сайтында Висячий Камень. 2018 г.
- YouTube сайтында Висячий Камень. 2020 г.