Һыубаҫар туғай

Һыубаҫар туғай | |
![]() | |
![]() |
Һыубаҫар туғай (рус. пойма) — йылға үҙәненең йырҙанан бейегерәк урынлашҡан һәм яҙғы һыу күтәрелгәндә йәки ташҡын ваҡытында һыу аҫтында ҡала торған бер өлөшө.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тигеҙлектәге йылғаларҙың һыубаҫар туғайы киңлеге йырҙаның киңлегенә тиң булыуы ла, ҡайһы ваҡыт хатта 40 км-ға тиклем барып етеүе лә мөмкин. Элек һыу баҫҡан, әммә хәҙер яҙғы һыу йәки ташҡын бейеклегенән юғарыраҡ булып ҡалған урындар терраса тип атала. Ҡайһы ваҡыт улар бер нисә кимәл, мәҫәлән, түбән һәм юғары булыуы ихтимал.

Һыу ҡайтҡанда ташҡын ваҡытында килеп тулған нәмәләр туғай өҫтөнә әкренләп йыйыла һәм ерҙе күтәрә бара. Бер үк ваҡытта йылға ярҙарының бер өлөшөн ташҡын ашай, икенсе урында ләм яғып пляждарҙы киңәйтә, шуның һөҙөмтәһендә туғай һыҙаттары өҙлөкһеҙ үҙгәреп тора.
Ташҡында йылға менән килгән ләм тупраҡты бик уңдырышлы итә. Үҫемлектәр туғайҙар өҫтөн нығытыуҙа ифрат ҙур роль уйнай, улар ләм туплауға ярҙам итә. Һыу баҫа торған туғайҙарҙың күп өлөшөн болондар биләй, тейешенсә үҙләштерелгән шарттарҙа мал аҙығы өсөн улар бик ҡулай. Һыу баҫҡанда балыҡтар ҙа үрсеп ҡала, балыҡсылыҡ хужалыҡтары өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә.
Башҡортостанда һыу баҫыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостанда ташҡындар, һыу баҫыуҙар йәйге һәм көҙгө осорҙарҙа була. Республиканың Урал алды йылғаларында һыу баҫыу оҙайлығы дала яҡтарында 10 көндән ашыу, тау‑урманлы төбәктәрҙә — 25 көнгә тиклем етә, Урал аръяғында уртаса 8—14 көн тәшкил итә.
- 1994 йылда Егән, Йүрүҙән, Уй, Әй йылғаларында ташҡын 59—71 көн дауам иткән;
- 1987 йылда Ағиҙел, Оло Әүжән туғайҙары 49—63 көн һыу аҫтында булған;
- 2003 йылда Өршәк, Дим,Сәрмәсән йылғалары туғайҙарын 32—42 көн дауамында һыу аҫтында тотҡан;
- 1984 йылда Оло Ҡыҙыл йылғаһы 42 көн ҡайтмай торған;
- 1976 йылда Миндәк йылғаһы 37 ярҙарынан сығып торған;
- 1960 йылда Кесе Ҡыҙыл,Һаҡмар йылғаларында ташҡын 26—29 көн дауамында күҙәтелә[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йылға террасаһы
- Йылға үҙәне
- Иҫке үҙән
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Г. С. Зайцева. Ташҡын//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Соболев С. С. Учение о пойме как основа изучения морфологии речных долин и стратиграфии речных террас // Почвоведение, 1935, № 5—6, с. 815—826.
- Еленевский Р. А. Вопросы изучения и освоения пойм. М., Изд. ВАСХНИЛ, 1936, 100 с.
- Чалов Р. С. К типологии пойм равнинных рек // Известия ВГО. Том 98. 1966. № 1. с. 54—57.
- Попов И. В. Типы речных пойм и их связи с типами руслового процесса // Труды ГГИ, вып. 155, 1968, с. 39—55.
- Петров И. Б. Обь-Иртышская пойма. Типизация и качественная оценка земель. Новосибирск, Наука, 1979, 136 с.
- Барышников Н. Б. Речные поймы (морфология и гидравлика). Л., Гидрометеоиздат, 1978, 152 с.
- Чернов А. В. Геоморфология пойм равнинных рек / Под ред. д.г.н. Чалова Р. С. М., Изд-во МГУ, 1983. 198 с.