Эстәлеккә күсергә

Ташҡын

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ташҡын
Рәсем
Йөйәк йылғаһы башы яҙғы ташҡында. Белорет районы.
К. Трутовский. Ташҡында. 1893 йылдан алда

Ташҡын — йылғаның йылдың бер үк миҙгелендә ҡабатланып тора торған фазаһы  — ярайһы оҙайлы ваҡытта һыу арта,кимәле күтәрелә, йылға ярҙарынан сыға, йыш ҡына үҙәндәрҙе һыу баҫа.

Ташҡын көслө һыу килеүҙән барлыҡҡа килә, ә бының сәбәптәре төрлө булыуы ихтимал:

  • яҙғы ҡар иреү;
  • бейек тауҙарҙа ҡар һәм боҙлоҡтар иреү;
  • оҙайлы көслө ямғырҙар.

Яҙғы ҡар ирегәндәге ташҡын күп тигеҙлек йылғаларына хас, улар 2 төркөмгә бүленә:

  • яҙғы ҡар иреүе өҫтөнлөк алған йылғалар (мәҫәлән, Волга, Ағиҙел)
  • йәйге ҡар иреүе өҫтөнлөк алған йылғалар (мәҫәлән, Анадырь, Юкон,Маккензи).

Йәйге ҡар иреүе арҡаһында һыу ташыуы Урта Азия, Кавказ, Альп тауҙары йылғаларына хас.

Йәйге муссон ямғырҙары арҡаһында һыу ташыу Көньяҡ-Көнсығыш Азия йылғаларына хас (Янцзы, Меконг).

Ташҡындар һөҙөмтәһендә һыу баҫыу йыш күҙәтелә. Һөҙөмтәлә ҙур территорияның һыу аҫтында ҡалыуы иҡтисадҡа, социаль өлкәгә, тәбиғи мөхиткә зыян килтерә, хатта кеше ғүмерҙәре өҙөлә [1].

  1. ГОСТ 19179—73.