А. С. Пушкин исемендәге Орск дәүләт драма театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А. С. Пушкин исемендәге Орск дәүләт драма театры
Нигеҙләү датаһы 1937
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Пушкин Александр Сергеевич
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Орск
Адрес 462419, Оренбургская обл., г. Орск, просп. Ленина, 27.
Рәсми сайт orsk-teatr.ru
Тасуирлау биттәре theatre-museum.ru/theate…
Карта
 А. С. Пушкин исемендәге Орск дәүләт драма театры Викимилектә


А. С. Пушкин исемендәге Орск дәүләт драма театры — Көнсығыштың Ырымбур ерендәге 630 меңдән ашыу кеше йәшәгән Орск ҡалаһының берҙән бер профессиональ театры. Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Театрға нигеҙ 1937 йылда һалына. Был саҡта Орск Көньяҡ Уралдың ауыр сәнәғәт үҙәгенә әйләнгән була.

Тәүге исеме Октябрь революцияһы исемендәге театр тип атала һәм театр Совет урамында урынлашҡан була.

Совет власының 20-йыллығына 1937 йылд ноябрендә театр асыла. Тәүге спектакль премьераһы шул уҡ йылдың 16 ноябрендә К. Треневтың «Нева ярында» пьесаһы буйынса күрһәтелә. 1943 йылдан алып театр А. С. Пушкин исемен йөрөтә Беренсе өлкә драма театры гастролдәре өлкә үҙәгендә (Чкалов, хәҙерге Ырымбур) 1949 йылдың 1 сентябрендә үтә. 1969 йылдың декабрендә, ҡала үҙәгендәге Комсомол майҙанында театр өсөн махсус төҙөлгән үҙенсәлекле театр бинаһы асыла.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Театр ҡуйған спектаклдәр байтаҡ конкурстарҙа тәнҡитселәрҙең юғары баһаһына эйә була һәм наградаларға лайыҡ булды:

2004 йылда Лысьва ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй бәләкәй ҡалалары театрҙарының бишенсе фестивале һөҙөмтәләре буйынса Орск театры Мәскәүҙә Милләттәр Дәүләт театры сәхнәһендә У. Беттиҙың «Козий остров» пьесаһын күрһәтә;«Гадкий утенок» һәм «Записки сумасшедшего» спектаклдәре Бөтә Рәсәй «ПоМост»: Провинциальные театры России" театрҙар фестивалендә күрһәтелә ;- 2008 йылда дүртенсе Халыҡ-ара «Каруанһарай» фестивалендә С. Лобозеровтың «Семейный портрет с посторонним» спектакле өсөн юғары баһа ала, ә шул уҡ йылдың сентябрендә- Лысьва ҡалаһында үткән Рәсәй бәләкәй ҡалалары театрҙарының етенсе фестивалендә Н. В. Гоголдең «Женитьба» пьесаһы буйынса спектакль ҡуя.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 2014 йылдарҙа бина капиталь ремонтлана (был ваҡытта театр Орск ҡалаһының Никел ҡасабаһындағы «Металлург» мәҙәниәт йортонда урынлашҡан була).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Театр сайты